Урындағы вазифаларҙы намыҫлы кешеләр биләһенҮткән аҙна аҙағында Өфөлә эш сәфәре менән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич булып китте. Ул Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Рәсәй Федерацияһы Волга буйы федераль округы субъекттарының Дәүләт власының закондар сығарыу (вәкиллекле) органдары ассоциацияһы ултырышында ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 232 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡотоевтың ҡотло моң донъяһыУның менән Урал тауҙарына үрләгәнем булды, ҡаяларҙы йырып аҡҡан йылғаларҙы кистек, ябырылып килгән дошман яуына ташландыҡ, йәйрәп ятҡан дала киңлегендә ҡурай моңон тыңланыҡ... Хәйер, бер мин генәме ни, Марсель Ҡотоевтың йыр сихырына эйәреп сәфәргә сыҡҡан кешеләрҙе туплаһаң, тотош ғәскәр булыр.
Баймаҡ районының Буранбай ауылында тыуып үҫкән егет башҡарған халыҡ йырҙарының арбағыс көсө нимәлә һуң, моң тамыры ҡайҙан һут һура? Әйҙәгеҙ, ошолар хаҡында йырсы менән һөйләшеп алайыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 758 тапҡыр // Тотош уҡырға
Элвин Грей уңышының сере нимәлә?Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин Радик Юлъяҡшиндың, йәки, үҙе әйтмешләй, Элвин Грейҙың көйәрмәне түгел: уның тураһындағы көндәлек яңылыҡтар менән танышып бармайым, Интернет селтәрендә тулып ятҡан клиптарын ҡарап, йырҙарын тыңлай-тыңлай йоҡлап китмәйем. Ҡыҫҡаһы, фанаттар рәтенә бер нисек тә индерерлек түгел. Һис шикһеҙ, күңелгә ятҡан, йөрәктең ниндәйҙер нескә ҡылдарын тирбәткән моңдары бар, ишетеп-күреп ҡалһам, ҡолаҡ һалам, унан да бигерәк, ҡаты уйға ҡалам: ошо уҡ юҫыҡта тир түккән сәхнә әһелдәренән Радикты бер нисә башҡа юғарыраҡ иткән, төрлө милләт вәкилдәренән торған йөҙҙәрсә мең көйәрмәндәр армияһын берләштергән “Элвин Грей” күренешенең сере нимәлә?
Ком: 0 // Уҡынылар: 1309 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һағышлы, нағышлы бала саҡӨлкән йәштәге кешенең уй-хыялы үткәндәргә әйләнеп ҡайтыусан. Һуғыш йылдарына тура килде беҙҙең бала саҡ. Сағыу төҫтәр менән бергә ҡайғы-хәсрәтле булды, әммә ул йылдарҙы өҙөлөп һағынабыҙ. Бөгөн килеп, күргән михнәт һәм рәнйештәр ул саҡлы уҡ ҡырыҫ булмағандыр кеүек тоҫмаллана. Ни тиһәң дә, үҙебеҙ кисергән мәл: ал-ҡыҙыл төҫтәге сәскәләре, һандуғаслы таңдары менән бер ҡатарҙан ҡара көндәре, шомло төндәре булһа ла, уны һағынмау мөмкин түгел. Япа-яңғыҙ булғанда ла, замандаштар менән аралашҡанда ла беҙ хәтер һандығын киң асып ебәрәбеҙ. Бала саҡ иҫтәлектәре моңло ла, һағышлы ла, ләкин ул беҙгә һәр саҡ танһыҡ һәм тәмле. Иң ауыр көндәре лә.
Бөгөнгө йәштәр белһен, фәһем алһын, бәхетле тормоштоң һәр көнө өсөн рәхмәт уҡыһын өсөн кәрәк үткәнде белеү. Еңеү өсөн беҙ, балалар ҙа, үҙ көсөбөҙҙө һалдыҡ. Йөрәк тибешебеҙ, тын алышыбыҙ, һәр ҡылған эшебеҙ менән яҡынайтырға тырыша инек изге Еңеү көнөн. Ул йылдар бер кемгә лә еңелдән бирелмәне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 198 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Иртән ҡояш сығып йылытты ла төштән һуң әллә ҡайҙа юғалды, һалҡынайтты. Ҡыш, гүйә, “тиҙҙән киләм, баҡсаңдан уңыш йыйып ал” тип әйтә. Был көн йылы булһа, ҡыш һалҡын булмаҫ, ә инде һыуыҡ булһа, йылы кейемдәреңде әҙерләй һал!” Өфө районы Булгаков ауылындағы “Ете тажлы сәскә” балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр ойошторған Дуҫлыҡ байрамы ошондай һынамыштар менән башланып китте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 174 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Урман ҡырҡыусылар” эшеҠулына ашамлыҡтар тейәлгән сумкаһын, һәнәген эләктергән өләсәйем ҡабаланып атлай. Сапҡан ғына бесәнен көн ҡорола йыйып, кәбәнгә һалып ҡалырға кәрәк. Минән ике йәшкә олораҡ ағайым менән
шулай уҡ ике йәшкә кесерәк ҡустым, һәнәктәрен ат итеп атланып, байтаҡ ара
алдан елдерә. Мин, быйыл көҙгә беренсе класҡа уҡырға барырға дәртләнеп йөрөгән тиктормаҫ ҡыҙыҡай, оҙон етен сәстәремде ялбыратып, өләсәйем тегеп кейҙергән балитәкле күлдәгемдең итәгенә эләгә-урала бесәнселәргә сәй ҡайнатырға, еләк,
муйыл йыйырға тип, оло “эшем эйәһе”
булып, унан ҡалышмайынса Бүреле туғайынан йүгерә-атлай китеп барам.
Ком: 0 // Уҡынылар: 199 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Тәбиғәткә яҡын бул, ҡустым!”Шундай кешеләр осрай: улар менән һөйләшкәс, күңелең үҫеп, ауырлыҡтар онотолоп, хистәрең урғылып ташып киткәндәй тойола. Уларҙың ихласлығы, ябайлығы, уйҙарының сафлығы арбай. Бар булмышын сәнғәткә бағышлаған Ейәнсура егете, ҡурайсы, йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл ҠАРАБУЛАТОВ – тап шундайҙарҙың береһе. Өҫтәүенә ул – оҫта һунарсы һәм балыҡсы ла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 193 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йылғаларҙа балыҡ күп булһын тиһәк...Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы йылғаларҙа балыҡ иҫәбен арттырыу маҡсатында тәбиғәткә зыян килтергән ойошмалар менән берлектә Ағиҙел йылғаһына селбәрәләр ебәреү эшен атҡара. Ошо көндәрҙә Кушнаренко ҡасабаһы эргәһендә Ағиҙелгә балыҡтың һуңғы партияһын ебәрҙеләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 289 тапҡыр // Тотош уҡырға
Елле суртан эләктергең киләме? Әйҙә, беҙгә!Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, тиҙәр. “Өфө – Ырымбур” юлынан китеп барғанда һул яҡта ҙур ғына күл күренде. Ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы тыя алмайынса, шунда боролдоҡ. Күл Ауырғазы районының Исмәғил ауылы янында икән. Бына ҡаршыбыҙға мөләйем ханым килеп баҫты. Ошондағы ял базаһы етәксеһе Лиана ЮНЫСОВА икән. Уға шул ыңғайҙа бер нисә һорау биреп өлгөрҙөк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 228 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыш боҙ аҫтынан балыҡ тотоу мәле – мажараға бай, мауыҡтырғыс осор ул. Был шөғөлдө юҡҡа ғына ауырыуға тиңләмәйҙәр: бер тапҡыр барҙыңмы, икенсегә мотлаҡ юлланасаҡһың. Һуңғы йылдарҙа, нервыларҙы тикшергән һымаҡ, ҡышы ла декабрь еткәс кенә килә. Шунда башлана ла инде балыҡсылар өсөн байрам!
Ком: 0 // Уҡынылар: 210 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыш нәҙек ҡармаҡ ебе, ялтырауыҡлы ҡурғаш йәбештерелгән бәләкәй ҡармаҡ (мормышка) – төп кәрәк-яраҡ. Кемдер ҡалҡыуыслыны ярата. Ҡармаҡ сыбығы 30-40 сантиметрҙан артмаһын. Күлдәрҙә – бәләкәй, ә ағын һыуҙа ҙурыраҡ ҡалҡыуыс кәрәк. Еп 0,10-0,15 миллиметрҙан ҡалын түгел, әммә төйөнһөҙ, ныҡ булырға тейеш. Ырғаҡҡа оҙонморон ҡарышлауығы әҙерләү яҡшы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 138 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үткән быуаттың 70-се йылдары ине. Марат еҙнәй, хәҙер мәрхүм инде, колхоз күл­дәренән балыҡ тотоп, көн һайын келәткә тапшырып бара. Әлбиттә, ау менән. Көнөнә 400 – 500 килограмм тирәһе эләгә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 151 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үәт, әй!Диңгеҙ рекордсыһы. 2017 йылда ярға сығарып ташланған был йән эйәһе “ҡайыш балыҡ” тип атала. Кешегә күренмәй, тәрән урындарҙа йәшәй. Филиппинда көслө ер тетрәү ваҡытында барлыҡҡа килгән цунами был балыҡты ярға сығарып ташлаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 136 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡайһы балыҡ “үгеҙ елкәле”?Горизонталь буйынса: 1. Көньяҡ Американың ағыулы “ананас йыланы”. 6. АҠШ-тың Балтимор ҡалаһы булған “Кокарда-штат”ы. 7. Осло нәҙек ҡанатлы, ҡыҫҡараҡ ҡойроҡло, күкшел буҙ һыртлы, ерәнһыу-сыбар ҡорһаҡлы йыртҡыс ҡош. 10. Кипкән киндерҙе иҙеп, сүсен айыра торған ҡорал. 11. Был диңгеҙ балығының насар еҫе айғолағында урынлашҡан; ошо хаҡта беренсе булып балыҡсы Виллем Якоб Бойкельзоон белеп ҡалып, уны алып ташлай башлағас, балыҡ бик популяр булып китә. 14. Романда төп геройҙар яҙмышының нисек тамамланғанын ҡыҫҡаса хикәйәләгән аҙаҡҡы өлөш. 16. Роберт Фултондың “Норз Ривер Стимбоут оф Клермон”ы. 17. Амурға баш булып торған Шилка йылғаһының уң ҡушылдығы – Себерҙәге ҡыҫалалар осраған берҙән-бер йылға. 18. Ер шарын икегә бүлгән шартлы һыҙыҡ. 20. Яуын-төшөмө, көслө еле булған түбән атмосфера баҫымы өлкәһе. 22. Баҡсалағы манекен. 24. Был Америка кеҫәрткеһен ресторандарҙа клиенттарҙы йәлеп итеү өсөн тоталар. 27. Турист кәмәһе. 30. Эскимостың ҡар йорто. 31. Ишим йылғаһында урынлашҡан баш ҡала. 33. Муйынға нескә сынйыр менән тағыла торған биҙәүес. 34. Тауыш имитацияһына һәләтле суҡ турғай. 35. “Үгеҙ елкәле” йыртҡыс балыҡ. 36. Матбуғатты күҙәтеп барған дәүләт системаһы. 37. Италияның Фелино ҡалаһында был колбасаның музейы бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 294 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кешеләр тип өҙгөләнеп йәшәне…Беҙҙең Ялсыҡай ауылына күрше генә ятҡан Таймаҫта тыуып үҫкән яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Ғимран улы Солтангәрәевкә ошо йылдың 15 декабрендә 82 йәш тулған булыр ине… Ине тип әйтеү ифрат та ауыр… Бик ваҡытһыҙ, ваҡытһыҙ китте шул яҡташ ағайыбыҙ. Ижад ҡомары ҡайнап, ташып торған мәле ине лә бит. Уның тынғыһыҙ ижадсы, эскерһеҙ, ярҙамсыл булыуын, ихлас күңелле, мәрәкәсел кеше икәнен күптәр белә ине. Яҙыусылар тормошонан ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе анекдот итеп яҙып, шул уҡ ҡәләмдәштәре алдында һөйләүе үҙе бер күңелле ваҡиғаға әйләнер булды, берәү ҙә үпкәләмәй, сөнки Рәшит ағай кешеләрҙәге ҡайһы бер һыҙаттарҙы юмор менән, үҙ-үҙеңә ситтән ҡарап көлә белеү һәләтен күрһәтә ине…
Ком: 0 // Уҡынылар: 169 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына