
Тулҡын булып ағылған йылдарҙы бәйләр, һәр заманда кешенең күңел зауығын ҡандырған әйберҙәр була. Уларҙың күптәре тарих тәрәнлегенә китеүсән, ә ҡайһы берҙәре үҙ тәғәйенләнешен һәм көсөн юғалтмайынса, яңы һулыш менән тағы ла ҡеүәтлерәк һәм яҡтыраҡ төҫ һалыусан. Һүҙем һәр заманда үҙ тауышын әҙәм балаларына еткерер, рухландырыр, дәртләндерер, уйландырыр йыр сәнғәте хаҡында. Уның да ниндәйе – халҡыбыҙға хас милли рух ораны булып яңғыраған башҡорт рок йүнәлеше тураһында. Иллә-мәгәр, һуңғы ярты быуатта илебеҙгә ағым булып килгән төрлө күтәрелеш һәм түбән төшөүҙәр заманында милли рухыбыҙҙы ҡайтанан терелткән, йәш быуынды күңел азатлығына, йыр киңлегенә, уйҙар аныҡлығына һәм ныҡлығына әйҙәүселәрҙең береһе ул башҡорт рок йүнәлеше.