“Аҫылташ” алға бараКүптән түгел Өфө дәүләт нефть техник университеты бинаһында башҡорт телендә үткәрелгән Беренсе “Аҫылташ” республика дебат уйындары чемпионатына йомғаҡ яһалды. Ҡатнашыусылар айырым командаларҙа сығыш яһаны, йәрәбә буйынса төрлө темаға бәхәсләште. Уларҙың үҙенсәлекле сығыштары дебат уйындары ҡағиҙәләренә ярашлы баһаланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 69 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ни өсөн Үткәлдә битарафтар юҡ?Мәҙәниәт йорто – һәр ауылдың йөҙөн билдәләүсе усаҡ. Мәҙәни тормошо бай булған ултыраҡтарҙа кешеләрҙең төрлө боҙоҡлоҡтар менән булышырға ваҡыты ла, теләге лә ҡалмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 202 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күктәрҙән һалынған хисАтамалар үҙгәреүҙең ҡурҡы­нысы юҡ тигән фекер менән килешмәйем. Беҙҙең атамалар – халҡыбыҙҙың ошо ерҙәрҙе тамғалап, мисәтләп ҡуйыуы ул!
Ком: 0 // Уҡынылар: 49 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ысын тойғоларығыҙ өсөн рәхмәт, артистар!Яңыраҡ шундай спектакль ҡараным, хатта бер һүҙ менән генә нимә кисергәнемде лә аңлата алманым. Үҙемдең тәүге тойғоларым менән осраштым: иланым, ғәрләндем, һыҙландым! Халыҡ артисы Фидан ағайға “үпкәләп бөттөм”. Ниңә “алданың” һин мине, Фидан ағай, мин бит Зөлҡәрнәй шаярып ҡына ғашиҡ булған, Хәниф менән икәүләшеп шаярышып ҡына йөрөйһөгөҙ икән ул агроном ҡыҙ янында тип уйлағайным. Һандуғасты әйтәм.
И. Абдуллиндың “Тиле йәшлек”пьесаһындағы геройҙар хаҡында һүҙем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 987 тапҡыр // Тотош уҡырға
Изге йорттоң серҙәреХалыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәгенең Матрай ауылында урынлашҡан балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ойошторолған социаль приютҡа тәүге тапҡыр килеүебеҙ. Май сүлмәге тышынан билдәле тигәндәй, ишекте асып кергәс тә тирә-яҡтағы бөхтәлек һәм таҙалыҡ шунда уҡ күҙгә ташланды. Балалар дәрестә булған ваҡытҡа тура килгәс, бында тәрбиәләнеүсе уҡыусылар менән яҡындан аралаша алманыҡ. Шулай ҙа мәктәпкәсә йәштәге балалар Әмирхан, Илья һәм Камилла тәрбиәсе апайҙары менән рәхәтләнеп уйнай ине. Уларға һоҡланып ҡарап: “Нисек инде ошо сабыйҙарҙы тәрбиәләмәй, “йәшел йылан”ды яҡын күрергә мөмкин?” тигән уй үтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 60 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Мәрхәмәт” мәрхәмәтле булһынЕр йөҙөндәге иң үҫешкән илдәрҙә ҡарттар һәм балалар йорто юҡ, тигән һүҙҙе йыш ишетергә күнекһәк тә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең ил был тәңгәлдә маҡтана алмай. Киреһенсә, һәр төбәктә был йорттарҙың ябылыуы йәки икенсе урынға күсеүе күптәр өсөн ҙур проблемаға әйләнде. Ҡасандыр Баймаҡ районында ғына ике ҡарттар йорто иҫәпләнһә, илдә барған “ҡулайлаштырыу еле” социаль хеҙмәтләндереү өлкәһен дә урап үтмәне. Тормошта яңғыҙ ҡалған ололар ярҙам һәм яҡлау тапҡан Аҡморон ауылындағы ҡарттар йорто ла үҙ эшмәкәрлеген туҡтатырға мәжбүр була. Уның бинаһы етемһерәп ҡала, ҡарауға мохтаж оло йәштәгеләр төрлө урындарға урынлаштырыла йәки туғандары янына оҙатыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 43 тапҡыр // Тотош уҡырға
Икенсе йәшлектәрен кисерәРайондағы һәр ауыл биләмәһендәге ветерандар советы уңышлы эшләй. Оло быуын вәкилдәре мәҙәни һәм спорт сараларында ихлас ҡатнаша, үҙҙәре лә төрлө кисә, осрашыуҙарҙы йыш үткәрә. Өлкәндәр йыл һайын “Мин яратам һине, тормош!” республика конкурсында уңышлы сығыш яһай. Хаҡлы ялдағылар араһында ауылдарҙы төҙөкләндереү, йәшелләндереү маҡсатында туғыҙынсы йыл рәттән “Ветеран ихатаһы” конкурсы ойошторола. Ошо һәм башҡа эштәр, киләсәккә пландар тураһында райондың һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Ырыҫбикә АЛЛАҒОЛОВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 55 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе активистары “Киләсәккә ынтылған Рәсәй” ғәмәлдәр форумында ҡатнаша. Йомғаҡлау сараһында төбәкте Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы рәйестәштәре, өҫтөнлөклө проекттарҙың координаторҙары, дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе, Дәүләт Думаһы депутаты, Халыҡ фронты конкурстарында еңеүселәр сағылдыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 23 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нестеров премияһына кемдәр дәғүә итә? Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов “Йолалар һәм рухилыҡ” Нестеров премияһына дәғүә иткән әҫәрҙәрҙең Республика тематик күргәҙмә-конкурсы экспозицияһы менән танышты. Сара М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында үткәрелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 21 тапҡыр // Тотош уҡырға
Туризмға ҡеүәт өҫтәпТөбәктә шифахана-курорт дауалауын һәр кем алырлыҡ итеү, комплекстарҙы яңыртыу һәм үҫтереү буйынса программаны ғәмәлгә ашырыу йүнәлешендә эш йылдам бара. Яңыраҡ “Яҡтыкүл” шифаханаһы” дәүләт унитар предприятиеһының Магнитогорск металлургия комбинатынан “Березки” ял йортон һатып алыуы тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылыуы ошо программаның мөһим этабы булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 74 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 32 Алға
Бит башына