Ғаиләбеҙҙе ожмахҡа әйләндерәйекКиләһе йыл Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Күптәрҙә 2012 йылда Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы булды, ниңә тағы ла ҡабатлайҙар тигән һорау тыуғандыр. Әммә ил нигеҙен тотоп торған, төп терәген тәшкил иткән ғаилә йылдары йыл һайын ҡабатланып торһа ла, был “дәүләттең” эске мәсьәләләре ун, йөҙ йылда ла сүпләп бөтөрөрлөк түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 355 тапҡыр // Тотош уҡырға
Буранлы төнБайтаҡ йылдар уҙһа ла, Яңы йыл алдынан булған бер ваҡиға ғүмерлеккә хәтерҙә уйылып ҡалған. Һис онотолмай ул буранлы төн. Эйе, буранлы, бик күп ҡарлы. Ноябрь аҙаҡтарында өйгә шатлыҡлы хәбәр-хат килеп төштө. Ниндәй тиһегеҙме? Минең артымса уҡ донъяға килгән бер туған ҡустымдан. “Хеҙмәтемде тултырып ҡайтырға сығам, көтөгөҙ, бер үҙем генә түгел, кәләшем менән…” – тигән. Атай менән әсәйгә был хәбәр аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай булды. “Нисек инде армиянан кәләш алып ҡайта? Үҙебеҙҙең мосолман ҡыҙы булһа ғына ярай ине. Апаһы ла тормошҡа сыҡмаған бит әле… “Китте хәбәр, ығы-зығы, өйҙө ҡараштырайыҡ, бешеренәйек, һуғым һуйырға кәрәк…
Ком: 0 // Уҡынылар: 190 тапҡыр // Тотош уҡырға
Серле, мөғжизәле Яңы йыл байрамы һәр төбәккә үҙ ваҡытында килә. Һәр халыҡ уны үҙенең һынамыштары менән милли йолаларына нигеҙләнеп ҡаршы ала. Шатлыҡлы йылмайыуҙар, бәхет ташып торған йөҙҙәр, байрам кәйефе бөтә кешеләрҙе берләштерә. Был көндә барыһы ла киләсәккә аҡ өмөттәр бағлай, изге теләктәр теләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 194 тапҡыр // Тотош уҡырға
Верна ҡушаматлы этебеҙ бар ине. Уның менән уйнау миңә һәм Ғайса ҡустыма кинәнес бирә. Дәү, йөнтәҫ кәүҙәле, ҡыш ҡул санаһын еңел тарта. Ә йортта ышаныслы һаҡсы. Ҡапҡа төбөн һаҡлағанында, башын ике ал тәпәйенә һала ла йоҡлаған төҫлө ята. Янына ултырып, башын һыйпаһаң, күҙҙәрен асҡылап ҡәнәғәтләнеүен белдерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 130 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ежишек күстәнәс таратаЧех яҙыусыһы Владимир ГОДБОДЬ – гәзитебеҙҙең күптәнге әүҙем авторы Миләүшә Ҡолмөхәмәтованың хәләл ефете. Юридик фәндәр докторы, адвокат, оҙаҡ йылдар Томаш Гарри Масарик исемендәге Брно университетында хоҡуҡ фәненән студенттарға белем биргән, хәҙер хаҡлы ялда. Уның менән интернет аша аралашҡанда Владимир Владимирович һорауҙарға ихлас яуап бирҙе. Әлбиттә, чех теленән башҡортсаға “ауҙарғанда” Миләүшә ханымдың ярҙамы ҙур булды. Әйткәндәй, ҡунағыбыҙ быға тиклем дә беҙҙә бер нисә тапҡыр сығыш яһағайны инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 151 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәнә нисә осрашырбыҙ икән,
Мине өнәмәгән
Эй, Әтәс?!
Ком: 0 // Уҡынылар: 175 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һый-ниғмәттән һығылып торһон табынығыҙ!Ғаиләбеҙҙең ҡатын-ҡыҙҙары аш-һыу бешерергә маһир. Киң таралған рецепт өлгөләре менән аралаштырып, яңыларын да һынарға яратабыҙ, милли аштар менән бер рәттән “диңгеҙ аръяғынан” килгән ризыҡтарҙы ла тәмләргә тырышабыҙ, шуға күрә барыбыҙ ҙа көтөп алған Яңы йыл байрамына әүҙем әҙерләнәбеҙ.
Эйе, байрамдар күп, әммә ошонан да тылсымлырағы бармы икән? Ниңәлер Яңы йыл ҡаршылаған төндә бар хыялдар ҙа тормошҡа ашыр, һөйгән йәрҙәр бер-береһен табыр, ғаиләлеләрҙең уңыштары бермә-бер артыр, ауырыуҙар йүнәлер, тормош сағыу төҫтәрҙә генә балҡыр төҫлө тойола миңә. Амин, шулай булһын! Ә бөгөн һеҙгә бер нисә һыналған рецепт тәҡдим итәм. Яңы йыл байрамы оҙон – бешереп ҡарағыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 297 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы йылға шәп бүләк!Шулай тип өндәшәләр Учалы районы Ураҙ ауылының “Ураҡсы ҡыҙ” фольклор төркөмө ағзалары, төп башҡорт баҫмаһына яҙылырға өндәп. Ысынлап та ижади төркөмдөң һәр береһенә йыл башынан “Башҡортостан” гәзите киләсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 205 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Берҙәм Рәсәй” үҙ бурысын үтәйМәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “Берҙәм Рәсәй” партияһының ХVII съезы эшендә, шул иҫәптән партияның Юғары советы һәм Генераль советының берлектәге ултырышында ҡатнашты. Съездың пленар ултырышында сығыш яһап, Рәсәй Президенты Владимир Путин, “Берҙәм Рәсәй” төбәктәр һәм бөтә ил файҙаһына, граждандарҙың мәнфәғәтендәге ысын эштәре менән алдынғылыҡты яуланы, тип билдәләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 151 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һайлау барышы – онлайн тәртибендә“Рәсәй” медиа үҙәгендә Президент һайлауына әҙерлек сиктәрендә матбуғат конференцияһы үтте. Журналистарҙың һорауҙарына Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев, уның урынбаҫары Марат Ғәҙелов, комиссия секретары Марина Долматова яуап бирҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 401 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 32 Алға
Бит башына