Кейемең ҡараңғыла күренәме?Рәсәй Хөкүмәтенең юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ингән яңы пунктына ярашлы, водителдәр төнгө ҡараңғылыҡта ҡала йә ауыл еренән ситтә туҡтарға мәжбүр булғанда, яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы куртка йәки жилет кейергә тейеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 43 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артистың боронғо һауыт тапҡаныБашҡортостандың халыҡ артисы Вахит Хызыров беҙҙең дәүергә тиклем II мең йыл элекке осорға ҡараған үҙенсәлекле һауыт тапҡан. Күренекле артист үҙенең тыуған ерендә – Әбйәлил районының Таштимер ауылы янында был табышҡа көтмәгәндә юлыҡҡан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 33 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ир-егеттең... эшен һанайҙарХәйбулла өсөн ғәҙәти булған аҙ ямғырлы, ҡоролоҡло йыл. Район хакимиәте ауыл хужалығы бүлегенең баш агрономы Зиннур Байбулатовтың “Нива” машинаһында райондың иген баҫыуҙарын гиҙәбеҙ. Ҡайһылыр урында башаҡтар ҡояшҡа янып, бөтөнләй сөрөшөп ҡалған. Икенсе ерҙә иһә, күңелдәргә саҡ ғына булһа ла өмөт осҡондары ҡабындыра биреп, улар диңгеҙҙәй тирбәлгәндәй күренә. Сәселгән һәр майҙан янына шәхсән туҡтап, Зиннур Ғизетдин улы ерҙең дымлылығын ҡарай, ҡулына иген бөртөктәрен алып, уны ыуғылап, үҙенсә тикшерергә тотона.
Ком: 0 // Уҡынылар: 57 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңел күҙе күрһен ул!...Мәҡәлә геройы менән йәй көнө үк күрешергә тейеш инек. Ошо маҡсатта уның телефон һандарын йыйҙым. Тик бәйләнештең теге осонда “бөгөн-иртәгә булмаҫ, атайҙарға бесән эшләшәм”, — тигән һүҙҙәр яңғырағас, “дөрөҫ шылтыраттыммы икән?” тип икеләнеп тә ҡуйҙым. Юҡ, яңылышмағанмын – нәҡ ул. Бесән генәме һуң, тыумыштан күреү һәләтенән мәхрүм булһа ла, Илнур тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәй, күрә алғандарҙың ҡулынан килмәгәнде лә башҡара. Тетрәндергес тә, һоҡландырғыс та уның яҙмышы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 95 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кешенең исеме яҙмышына ла тәьҫир итеүе ихтимал, тиҙәр. Бала тыуғас та һәр кем уға матур исем ҡушырға тейеш, тип уйлайым мин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 26 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тыуған яҡҡа ҡайттылар…Өфөнөң Еңеү паркындағы Мәңгелек ут янында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған дүрт ҡыҙылармеец – Павел Сухих, Сәйфетдин Хөсәйенов, Егор Лаптев һәм Семен Третьяков менән бәхилләштеләр. Павел Андреевич менән Сәйфетдин Хөснөтдин улының һөйәктәрен тыуған яғында ерләү өсөн Төньяҡ-көнбайыш федераль округындағы Хәрби-тарихи үҙәктең “Өйгә табан юл” проекты нигеҙендә килтерҙеләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 25 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нәҫелдән килгән ҡөҙрәтБыл донъянан китер мәле яҡынлашҡан әҙәм балаһының күҙендәге “кешеһе” һүнә, тиҙәр. Йәғни нуры ҡалмай.
Ошондай хәлдә килеп инә утыҙ йәштәр самаһындағы ҡыҙ Рәшит Рәйес улы янына. Өс көн дауалай уны халыҡ табибы. Һүҙ менән дә, күҙ менән дә, ҡулдарының көсө менән дә...
Ком: 0 // Уҡынылар: 43 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алтын ҡуллы хирург үҫәБашҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетында V курста уҡыған Ренат Ғарипов Бөтә Рәсәй хирургия буйынса студент олимпиадаһында төп бүләккә һәм алтын скальпелгә лайыҡ булды. Дөйөм иҫәптә БДМУ командаһы беренсе урынды яуланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 37 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Уҡы!”Ниндәй генә заман булмаһын, уның төп нигеҙе, үҫеш ҡеүәте – ғилемдә. “Ҡөрьән Кәрим”дәге тәүге аят-кәримә лә бит “Һине юҡтан бар итеп яралтҡан Аллаһ Тәғәләнең исеменән уҡы!” тигән һөйләмдән башланған. Бойороҡ һөйкәлешендәге ҡылымда оло мәғәнә ята, белемдең ҡиммәте, һиммәте сағылдырыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 56 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эй һин, әҙәм балаһы,
Ниндәй хәлгә ҡалаһың?
Ком: 0 // Уҡынылар: 45 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 32 Алға
Бит башына