Башһырттағы ҡышҡы уйындар Бөрйән районындағы Һарғая ауылында, Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы биләмәһендә ҡышҡы “Урал батыр” байрамы үтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 219 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дауыл ғәбдөктәрҙе һынай...Уҙған аҙнала Белорет районының Ғәбдөк ауылында көслө дауыл үтте. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, уның тиҙлеге секундына 20 – 24 метр тәшкил иткән.
Афәт арҡаһында туғыҙ хужалыҡҡа зыян килә, сымдар өҙөлөү сәбәпле, электр менән тәьмин итеү туҡтала. Алты йорттоң өлөшләтә ҡыйыҡтары, фронтондары, верандалары емерелә. Төҙөлөш барған яңы йорттар бигерәк тә ныҡ зыян күрә: дауыл икәүһенең ҡыйығын тулыһынса алып бәрә. Ҡайһы бер шәхси хужалыҡ­тарҙа мунса, һарайҙар, ҡаралтылар емерелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 93 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары бәлиғ булмағандарҙың эштәре һәм уларҙың хоҡуғын яҡлау буйынса комиссия ҡарарын йәки күрһәтмәһен үтәмәгән йә иһә уларҙы үтәү ваҡытын боҙған өсөн яуаплылыҡты билдәләгән “Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Законды ҡабул итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 87 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡәләм оҫтаһы иҫтәлегенә Быйыл Башҡортостандың халыҡ шағиры, РСФСР-ҙың
М. Горький исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, шағир, публицист, драматург, мемуарсы Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тула.
Ком: 0 // Уҡынылар: 168 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфө ҡалаһындағы территориаль һайлау комиссияһының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған ағзаһы вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡта­тылыуға бәйле, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡ­та­ры­ның һәм референдумда ҡатна­шыуға хоҡу­ғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 29-сы статья­һындағы 6-сы пунктҡа ярашлы, Башҡортостан Республика­һының Үҙәк һайлау комиссияһы хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә яңы ағзаны тәғәйенләү өсөн кандидатура буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 76 тапҡыр // Тотош уҡырға
18 йәшең тулһа...“Ғәҙел һайлау өсөн” корпусы дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе йылдың иң күләмле сәйәси ваҡиғаһы – 2018 йылдың 18 мартында үтәсәк Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа ҡатнашыу өсөн күҙәтеүселәр йыйыу хаҡында белдерә. 18 йәше тулған Рәсәй гражданы анкета тултырып, йәмәғәт күҙәтеүсеһе була ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 84 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Хулла” тиер алдынан уйла!Республикала иғлан ителгән Ғаилә йылы ул барыбыҙ өсөн дә иң ҡәҙерле булған ҡиммәттәр хаҡында һөйләй. Һәр хәлдә иң ғәзиз мөнәсәбәттәребеҙ, һүҙ менән әйтеп аңлатып булмаҫлыҡ, аҡыл менән иңләп булмаҫтай тойғоларыбыҙ хаҡында тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрөү йылы ла ул. Эйе-эйе, иҫкә төшөрөү йылы, сөнки бәндәнең асылы шулай ҡоролған: ниндәй генә яҡшы ғәмәлдәр, изгелектәр күрмәһен, ул был хаҡта тиҙ онота. Ҡабатлап, әленән-әле ғаилә ҡиммәттәре хаҡында хәтеренә төшөрөп тороу бик мөһим. Ҡабатлауҙан доға иҫкермәй, ти бит әле халыҡ әйтеме лә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 678 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡеүәтле нәҫелдәр төйәгеҺәр ауылдың йөҙөн билдәләгән күренекле шәхестәре була. Хәйбулла районының Вәлит ауылын телгә алыу менән ошонда тыуып үҫкән дин белгесе, халыҡ табибы, әүлиә Ғатаулла ишан иҫкә төшә. Уның хаҡында күпселек кешенең хәбәрҙар булыуында шигем юҡ. Был тарафтарҙа йөрөргә тура килһә лә, район үҙәгенән бер яҡ ситтәрәк урынлашҡан Вәлиткә тәүге тапҡыр килеүебеҙ. Төпкөлдә урынлашҡан булараҡ, бәләкәйҙер, тигән уйыбыҙ ҙа ысынбарлыҡҡа тап килмәне. Беҙҙе йәйрәп ятҡан ҙур ауыл ҡаршы алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 253 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бураҙнаға йомортҡа тәгәрәтеп...Игенсе һөнәре элек-электән иң абруйлы һөнәрҙәрҙән һанала, ә икмәк үҫтереүселәр үҙҙәре – ысын мәғәнәһендә ҙур ихтирам һәм хөрмәткә лайыҡ кешеләр. Шишмә ауылында йәшәгән Тәслимә менән Рифҡәт Исхаҡовтар ғаиләһе лә игенселәр нәҫеленән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 104 тапҡыр // Тотош уҡырға
ӘхирәттәрҮрге Төкөн менән Александровка ауылдары бер-береһенә яҡын урынлашҡан. Тәүгеһендә башҡорттар йәшәһә, икенсеһендә – урыҫтар. Ике ауыл халҡы бер-береһен яҡшы белә, йомош төшкәндә бара. Һәр кемдең үҙ знакумы бар, тигәндәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 139 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 33 Алға
Бит башына