Ижады — йәшәү асылыФәрит Бикбулатовтың исемен әйтеү менән уның үҙенә генә хас моңло тауышы ҡолаҡҡа салына. Эйе, ул башҡорттоң милли йыр сәнғәтенең сағыу бер биҙәге булып халыҡ күңелендә ҡалды. Ә ғүмеренең сабый, үҫмер сағы ауыр һуғыш осорона тура килеп, балалар йортонда тәрбиәләнгән төпкөл ауыл малайынан республикабыҙҙың халыҡ артисы, Өфөнөң почетлы гражданы тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған арҙаҡлы шәхес кимәленә, оло сәхнәгә күтәрелер өсөн Фәрит Хәйбулла улына бормалы тормош юлдары үтергә, тиҫтәләгән һөнәр алмаштырырға тура килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 97 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өс ҡыҙы – өс бәхетеТула һәм кейеҙ баҫыу – башҡорттоң иң боронғо шөғөлө. Халыҡ кейеҙҙе һикеһенә лә, иҙәненә лә йәйгән, унан бишмәт тә теккән. Төрки халыҡтар һәр ваҡыт мал аҫрап көн күргән. Һарыҡ тиреһен иләп тун иткән, йөнөнән кейеҙ баҫҡан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 145 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һеләүһен дә яҡлауға мохтажҺәр беребеҙҙең йортонда бесәй барҙыр тиһәм, яңылышмаҫмын. Тик аллергия менән ауырыған айырым кешеләр генә был йомшаҡ хайуандан баш тарта. Йылыны яратҡан йөнтәҫ дуҫыбыҙҙың файҙаһы ифрат ҙур. Әйткәндәй, ул өй тирәһендә сысҡандарҙы аулай һәм үҙенең көйлө мырылдауы менән күңелгә кәйеф, тыныслыҡ өҫтәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 84 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ҡалдырма, әсәй!” — ҡаҙаҡ телендәҠаҙағстанда йәш башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” китабы ҡаҙаҡ телендә донъя күрҙе. Ул “Тастамашы, ана!” исемендә Алматылағы “Кокжиек” нәшриәтендә өс мең дана тираж менән сыҡты. Тәржемәнең авторы — шағир, Ҡаҙағстандың йәштәр премияһы лауреаты, “Мөлдiр бүлак” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Саят Камшыгер.
Ком: 0 // Уҡынылар: 100 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡарарҙы үтәмәһәң...Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары Башҡортостандың Терроризмға ҡаршы комиссияһы ҡарарҙарын үтәмәгән йәки боҙған өсөн административ яуаплылыҡ билдәләргә ниәтләй. Ошо көндәрҙә Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет “Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы закон проектын хуп­ланы. Ул республика парламентының киләһе пленар ултырышында тикшереләсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 122 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан эшҡыуары “Кущтанащ” тигән тауар тамғаһын теркәгән. Үҙе сығарған аҙыҡ-түлеккә ул ошо тамғаны ҡуйырға ниәтләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 113 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡарағайҙарым, ҡайындарым минең...2000 йылдың сентябрендә ғаилә хәлдәренә бәйле Байыштан Иҫәнғолға күсеп китергә тура килде. Еңел булманы был минең өсөн. Ошонда 63 йыл йәшәп, икенсе йәнтөйәгемә әйләнгән, тәүге мөхәббәтемде тапҡан ауылдан бер һелтәүҙә сығып китергә көсөм етмәне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 143 тапҡыр // Тотош уҡырға
Туй– Мин һине яратам!
– Мин дә һине үлеп яратам!
– Һинһеҙ бер көн дә йәшәй алмайым...
– Мәңге бергә булырбыҙ, хатта...
Ком: 0 // Уҡынылар: 453 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙ күрмәгән йондоҙҙарШуныһы ҡыуаныслы: күктә беҙ күрмәгән, һәр хәлдә, күрә алмаған йондоҙҙар юҡ. Ерҙең ҡайһы ғына тарафында йәшәһә лә, әҙәм балаһы күк есемдәренә аяҙ төндәрҙә үҙ күҙҙәре менән күпме теләһә шунса ҡарай ала. Меңдәрсә йыл элек шулай булған. Киләсәктә лә шулай буласаҡ. Бәләкәй сағымда ауылда тышта һарай башында йәки ишек алдындағы ҡаҙ үләнендә йоҡлап китер алдынан йәйге дала күгендә береһенән-береһе баҙрабыраҡ янған йондоҙҙарға ҡарап, күп тапҡыр һоҡландым мин. Ә бына шиғриәт көмбәҙендәге әллә күпме йондоҙҙар минең өсөн берәм-берәм асыла барҙы һәм ғүмерлеккә арбаны. Ләкин шиғриәт күгендә мин бер ваҡыт та һоҡлана алмаясаҡ йондоҙҙарҙың күп булыуын беләм, шуларға ҡарай алмаясағыма, нурҙарында ҡойонорға насип булмаясағына бик үкенәм.
Ком: 0 // Уҡынылар: 191 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ижадында – бөркөтлөк һәм һандуғаслыҡ рухыБашҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назар әҙәбиәт һөйөүселәрҙе үҙенең фәһемле, тәрән йөкмәткеле шиғырҙары менән даими ҡыуандырып тора. Әҙиптең замандаштарына әйтер һүҙе, бирер кәңәше мөлдөрәмә тулы. Шулай булмау мөмкин түгел, сөнки ул тормоштоң ауырлығын, яҙмыштың әсе һынауын үҙ иңендә аҙ татымаған. Шул ерлектә сыныҡҡан, һәр бер күренешкә, һәр ваҡиғаға үҙ аҡылы менән, үҙ тәжрибәһенән сығып ҡарарға, баһа бирергә өйрәнгән. Тормош ҡатмарлы, уны аңлауы ла, күҙаллауы ла еңел түгел. Бөгөн күккә күтәреп маҡтағандарың, шуның менән ғорурланғандарың иртәгә бөтөнләй бәҫһеҙ ҡалыуы бар, дуҫ тип ышанғандың хөсөтлөк ҡылыуы ла мөмкин, кемуҙарҙан ололауҙың да ҡайһы саҡта күҙ буяу булыуы ихтимал. Әҙип бына шуны яҡшы тоҫмаллай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 117 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына