Һаулығыңды үҙең ҡайғыртмаһаң...Күп ғәмәлдәр аҡса менән баһалана тиһәләр ҙә, ваҡытты һәм һаулыҡты бер ниндәй байлыҡҡа ла алмаштырып булмай: һау-сәләмәт кеше генә донъяның барлыҡ шатлыҡ-ҡыуаныстарын тойоп ғүмер кисерә, һау кешегә генә йәшәү ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс тойола. Шуға күрә һаулыҡ мәсьәләһендә шаярыу урынһыҙ – кеше тормошондағы иң кәрәкле ғәмәл булараҡ, уны һаҡлау һәм яҡлау зарур.
Ком: 0 // Уҡынылар: 176 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Аҫыл бала эраһы” етәИлебеҙҙең алтмыш төбәгендә күҙәтелгән “демографик соҡор”, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостанды ла урап үтмәне.
Республикала һуңғы өс йылда яңы тыуған балалар һаны кәмегән, шулай 2015 йылда унан алдағы йылға ҡарағанда – 1211-гә, 2016-ла, 2015 йыл менән сағыштырғанда, 3400 сабыйға тыуым аҙыраҡ теркәлгән. Былтыр иһә был кире күрһәткес тағы ла үҫеп, 5000 сиген үтеп китте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 187 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәш ғаиләләр өсөн торлаҡ — иң сетерекле һәм мөһим мәсьәлә. Ҡуртымға фатир алып йәшәү йәки уны һатып алыуға оҙаҡ йылдар аҡса йыйыу проблеманан сығыу юлы түгел. Дәүләт йәштәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү йүнәлешендә төрлө программалар булдырҙы.
Шуларҙың береһе — ипотека. Артабан инде ғаиләлә балалар тыуған һайын ошо хаҡтың өлөшөнә дәүләт тарафынан ташлама яһала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 169 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр сабый үҙ ризығы менән тыуа“Әсәлек хисе, әсәлек ғорурлығы — йәшәйештең асылы, моғайын, ул кешелек таңында уҡ тыуған иң изге, иң бөйөк, иң мәңгелек хистәрҙең береһелер”, — тип яҙған Сабир Шәрипов. Ҡатын-ҡыҙҙың бар булмышы, тәбиғәттән һалынған асылы ошоға ҡоролған. Бөрйән районының Әтек ауылында йәшәүсе Алина Иҙрисова биш балаға ғүмер бүләк иткән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 120 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һоҡланырлыҡ һәм үрнәк алырлыҡКүп балалы ғаиләләр демографик көрсөк ваҡытында яҡлауға һәм иғтибарға лайыҡ. Бала күрмәгән өй — ҡош һайрауын ишетмәгән моңһоу урман, тигән бер яҙыусы. Береш ауылында йәшәгән Зинзиә һәм Сәлим Ямғурсиндарҙың өйө балалар тауышынан шау-гөр килеп тора, был йорт һәр ағас ботағында береһенән-береһе моңлораҡ ҡоштар һайраған ҡуйы урманды хәтерләтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 150 тапҡыр // Тотош уҡырға
Меңәрләгән баланың кендек инәһе Был тормошта иң бәхетле кешеләрҙең береһе ул. Нисек шулай булмаһын: уның өлөшөнә был донъяға тәүге ауазын һалған сабыйҙарҙы иң беренсе булып, хатта әсәһенән алда уҡ, ҡулына алыу, уларҙың кендеген ҡырҡыу бурысы төшкән. 32 йыл эшләү дәүерендә меңәрләгән ғүмер башланыуына шаһит булған Гөлзада Хәсәнова нисәмә баланы ҡабул итеп алғанлығын хәҙер инде үҙе лә белмәй, “уныһы мөһим түгел, иң мөһиме – һәр сабый һау-сәләмәт тыуып, бәхетле ғүмер кисерһен!” – ти ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 113 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тымауҙан йонсомағыҙ Отоларингология сирҙәре донъяла иң таралғандарҙан иҫәпләнә, ул ғына түгел, ҡолаҡ, танау, тамаҡ, боғаҙ сирҙәренә дусар булыусылар йылдан-йыл арта. Күптәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “үҙе үтер әле” тип ауырыу билдәләрен һанламаҫҡа тырыша, танауға тамырҙарҙы тарайта торған тамсылар тамыҙа ла йөрөй бирә, ә тамаҡ ауыртыуын татлы төймәләр менән дауалай. Әммә отоларингология сирҙәре менән шаярырға ярамай, үҙ белдегеңә таянып дауаланыу сирҙе уғата ҡатмарлаштырып ебәреүе бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 147 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кәрәкмәгән ергә танау ҡыҫтырмағыҙ, тиһәләр ҙә...Танауығыҙҙы яратаһығыҙмы-юҡмы – икенсе мәсьәлә, әммә уның хаҡында барыһын да белеп бөтмәүегеҙгә иманым камил. Кешенең тышҡы ҡиәфәтендә мөһим роль уйнау менән бер рәттән, танау йәшәү өсөн уғата мөһим функциялар үтәй – тын алыу, инфекцияларҙы иҫкәртеү, еҫ һиҙеү кеүек үҙенсәлектәре менән бер рәттән, был ағза хатта беҙҙең тауышҡа ла йоғонто яһай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 132 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ҡара генерал” эҙҙәренән...Ниһайәт, ҡаһарман Даян Мурзин эҙҙәре буйлап сәйәхәт ҡылырға мөмкинлек тыуҙы. Билдәле, сәфәр байтаҡ сығым талап итә. Бының өсөн ваҡыт та, аҡса ла кәрәк, ләкин уның бер ыңғай яғы бар: һәр береһе матур осрашыуҙар, тәьҫораттар бүләк итә. Иң мөһиме – Тыуған илемдән ситтә йәшәһәм дә, халҡыма яҡташыбыҙ эҙҙәрен һаҡлаған элекке Чехословакия иле һәм ундағы кешеләр хаҡында һөйләй алам. Был – үҙе ҙур бәхет, минеңсә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 210 тапҡыр // Тотош уҡырға
Демографик хәлгә ҡарап, илдәрҙең алып барған демографик сәйәсәте лә төрлөсә. Иҡтисади яҡтан үҫешкән илдәрҙә ул, ғәҙәттә, тыуымды арттырыу маҡсатында уҙғарыла. Ә аҙыҡ-түлек етештереү, килем һәм башҡа иҡтисади-социаль үҫеш халыҡ һаны артыуынан ҡалышһа, демографик сәйәсәт тыуымды кәметеүгә йүнәлтелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 128 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына