Прошедший год оказался богатым на события в нашей республике. Повестку в регионе определяли судебные иски «Роснефти» к АФК «Система» по поводу активов «Башнефти», кадровые изменения в исполнительной власти республики, инвестиционная и в целом экономическая деятельность, общественная дискуссия вокруг стратегии сохранения и развития башкирского языка, а также ситуативный протест.
Ком: 0 // Уҡынылар: 242 тапҡыр // Тотош уҡырға
Биттән көлмә, биткоин...Һәр төрлө “лохотрон”дарҙың, йәғни алдап аҡса йыйыу ысулдарының, иҫәбе-һаны юҡ шикелле. Береһен фашлауға икенселәре килеп сығып ҡына тора. Ни тиһәң дә, уларҙы аҡыллы кешеләр уйлап таба бит. Әле яңыраҡ сираттағы “финанс проекты” тураһында ишетелде – йәмғиәттә биткоин ярҙамында аҡса эшләүгә ҡоролған уйын барлыҡҡа килгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 465 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Федерацияһында йәшәгән урыны буйынса теркәлмәгән граждандарға Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа тауыш биреү өсөн һайлау участкаһын билдәләү тураһында
Ком: 0 // Уҡынылар: 260 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “Йыл кешеһе” конкурсы лауреаттары менән осрашты. “Республика Башкортостан” гәзите редакцияһы был сараны 2017 йылда бишенсе тапҡыр үткәрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 234 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй матбуғаты көнө айҡанлы, “Башинформ” агентлығында һөнәри ҡаҙаныштарға өлгәшкән журналистарҙы, матбуғат хеҙмәткәрҙәрен, полиграфистарҙы тәбрикләнеләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 158 тапҡыр // Тотош уҡырға
19 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө 1-гә тиклем Бәләбәй районында (Бәләбәй ҡалаһы, Ҡыҙыл урам, 116, хакимиәт бинаһы) Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостандағы төбәк бүлек­сәһе идарасыһы Марат Латипов граждандарҙы ҡабул итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 122 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфө ҡалаһы хакимиәтендә баш ҡала мәғариф системаһының былтырғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 176 тапҡыр // Тотош уҡырға
Абай бул: иҫерек шофер!Автомобилгә иҫерек килеш идара иткән әҙәмдәрҙең юлда ҡот осҡос фажиғәләр яһауын әленән-әле ишетеп һәм күреп торабыҙ. Һуңғы йылдарҙа был енәйәт өсөн язаны ҡатыландырыу буйынса байтаҡ закондар ҙа ҡабул ителде, ләкин иҫерек шоферҙар, киреһенсә, арта ғына төштө. Беҙҙең халыҡ шулай үҙ-үҙенә дошманмы икән ни?
Ком: 0 // Уҡынылар: 231 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әтәсте нисек һайларға?Ихата йәме нимәлә? Нисек кенә сәйер булмаһын — әтәстә! Һәүетемсә генә барған ауыл тормошона үҙенсәлекле йәм биргән, көн дә борғоһон ҡысҡыртып йоҡонан уятҡан һәм яҡшы кәйеф өләшкән дә ошо йорт ҡошо.
Әгәр һеҙ тауыҡтарҙы бер генә миҙгел тотоп, маҡсатығыҙ тик йомортҡа алыу икән, әтәсһеҙ ҙә була. Тик йомортҡаны инкубаторға ҡуйыу өсөн ул мотлаҡ кәрәк. Әтәс булғанда тауыҡтар дәррәү, бер тәртиптә йөрөй. Йомортҡаны ла “батша”лары булған саҡта яҡшыраҡ һалалар. Мәҫәлән, эре ҡошсолоҡ фабрикаларында махсус рәүештә ваҡыты-ваҡыты менән әтәс тауышын ҡысҡыртып алалар. Әлбиттә, йомортҡаның тәме туранан-тура ата ҡошҡа бәйләнмәгән, ә аҙыҡтан тора. Бына нисек ашауҙары — әтәстән. Тағы шуныһын да әйтергә кәрәк: аталанмаған йомортҡа оҙа­ғыраҡ һаҡлана икән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 313 тапҡыр // Тотош уҡырға
Был арауыҡ аҙ ғына булһа ла кешеләргә йәйге, көҙгө мәшәҡәттәрҙән һуң бер аҙ ял биреү осоро булһа, икенсе яҡтан, яҙға әҙерлек ваҡыты ла. Уйланырға, яңы пландар ҡорорға форсат бар. Бигерәк тә шәхси хужалығын алып барғандарға, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгәндәргә.
Был йәһәттән ике кәңәш тәҡдим итәбеҙ. Ул иһә ғәҙәти, көндәлек эштән ғибәрәт — органик ашлама туплау, ошо маҡсатта ҡиммәтле ашламалар әҙерләү.
Ком: 0 // Уҡынылар: 313 тапҡыр // Тотош уҡырға
Был арауыҡ аҙ ғына булһа ла кешеләргә йәйге, көҙгө мәшәҡәттәрҙән һуң бер аҙ ял биреү осоро булһа, икенсе яҡтан, яҙға әҙерлек ваҡыты ла. Уйланырға, яңы пландар ҡорорға форсат бар. Бигерәк тә шәхси хужалығын алып барғандарға, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгәндәргә.
Был йәһәттән ике кәңәш тәҡдим итәбеҙ. Ул иһә ғәҙәти, көндәлек эштән ғибәрәт — органик ашлама туплау, ошо маҡсатта ҡиммәтле ашламалар әҙерләү.
Ком: 0 // Уҡынылар: 221 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алтын йомортҡа... һарайҙаТауыҡ йылы тамамланды, ләкин шәхси хужалыҡтарҙа ҡош-ҡорт тотоу төп тармаҡ булып ҡала. Ите, йомортҡаһы көндәлек табыныбыҙҙы биҙәй. Шуға ла календарҙа мөсәлдәге хайуан, ҡоштар алмашыныуына ауыл халҡы иғтибар итмәй. Етмәһә, йорт-ҡураны һаҡларҙай Эт йылы килде.
Беҙ ҙә үҙебеҙҙең “Йорт-ҡура” битендә ҡошсолоҡҡа арналған мәғлүмәт бирә киләбеҙ. Был сығарылышта иһә тотош битте ошоға арнарға булдыҡ. Бәлки, отошло тармаҡ иҫәбенә шәхси хужалыҡтарын ки­ңәй­тергә, күләм­лерәк эш итеү алымына күсергә теләгәндәр булыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 260 тапҡыр // Тотош уҡырға
Был проект Рәсәй Федерацияһы Президенты грантына башҡарыла
Ком: 0 // Уҡынылар: 203 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡотлайбыҙ!Баймаҡ районының Төркмән ауылында тыуып үҫеп, хәҙерге ва­ҡытта Сибай ҡала­һын­да йәшәгән ҡыҙыбыҙ, апайыбыҙ, тормош ип­тәшем, әсәйебеҙ, ҡәй­нәбеҙ, өләсәйебеҙ, инә­йебеҙ Зөлхизә Шәйәхмәт ҡыҙы Ғиззәтуллинаны 70 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ул — ҡырҡ йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған ветеран, Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡорт­остандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, ветерандар советы рәйесе. Тормош иптәше Шәфҡәт Хитап улы менән бергә йәшәүҙәренә лә ярты быуат. Улар бына тигән ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙе.
Юбилярға ныҡлы һаулыҡ, күңел күтәренкелеге, шатлыҡ-ҡыуаныстар, бәрәкәтле мул тормош теләйбеҙ. Туғандарыңа ныҡлы терәк булып, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең, уҡыусыларыңдың уңыштарына һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәт күреп, оҙон-оҙаҡ йәшә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 267 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тормошта үкенесле мәлдәр йыш була. Ш. Бабич премияһы лауреаты Рәйес Түләк һуңғы китабын ҡулына алмай фани донъя­нан китте. Бер йыл элек кенә З. Биишева һәм Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты, лирик шағир Рәмил Йәнбәккә лә “Иртә көҙ” китабын күрергә насип булманы. Үкенес. Ләкин автор баҫмаға йыйынтыҡты бик ныҡ уйлап, композицион яҡтан бай һәм тулайым итеп үҙе әҙерләп тапшырған.
Рәмил Йәнбәктең китабын уҡып сыҡҡас, шатлыҡ тантанаһын кисерҙем. Шиғри юлдарҙа, поэтик образдарҙа хәстәрлекле ағайҙың һүҙен дә, тормошҡа һөйөп баҡҡан үҙен дә, йәшлек эҙҙәренән килгән ауазын да, халыҡ моңонан күскән көйҙө лә күрҙем. “Башҡортостан пионеры”нда эшләгән саҡта әҙәбиәт донъяһына әйҙәп, күңелем ҡанаттарын нығытҡан Рәмил ағайға үҙемдән һуңлаған рәхмәт һүҙем дә булһын ине...
Ком: 0 // Уҡынылар: 208 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына