Урал аҫылташтар өләшә!Танылған композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Урал Иҙелбаевтың ижады менән таныш булмаған кеше юҡтыр, моғайын. Уның ижадына нескә хис-тойғо, тәрән фәлсәфә хас. Композиторҙың милли биҙәктәр менән һуғарылған көйҙәре йөҙләгән сәхнә әҫәрен, тиҫтәләрсә нәфис фильмды музыкаль яҡтан байытты. Башҡорт йыр сәнғәтенә байтаҡ яңылыҡ килтергән ижадсы ошо көндәрҙә юбилейын билдәләй. Шул уңайҙан күренекле замандашыбыҙ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 246 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙебеҙҙең тауарҙарҙы етештерәйек24 ғинуарҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин эш сәфәре менән Өфөгә килде. Аэропортта уны республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды.
Тәүҙә Президент “Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы” акционерҙар йәмғиәтенә ҡараған “Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” йәмғиәтендәге импортты алыштырыу проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында техник яҡтан яңынан йыһазландырылған 185-се производство-техник үҙәк һәм унда етештерелгән продукция менән танышты, эшселәр менән осрашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 206 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республикабыҙҙа яңы оло ҡеүәт менән эшләгән төрлө ойошмалар бар. Шуларҙың береһе – “Башҡорт энциклопедияһы” республика нәшриәте. Ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙҙа
республика нәшриәтенең
25 йыллыҡ юбилейына арналған матбуғат конференцияһы булды. Унда “Башҡорт энциклопедияһы” нәшриәте директоры Уйылдан Ғилман улы Сәйетов, нәшриәт хеҙмәткәрҙәре һәм журналистар ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 289 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфө районындағы “Миловка паркы” торлаҡ комплексы объектында Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты район хакимиәте, “КилСтройИнвест”, “Амнис-Групп” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре вәкилдәре, подрядсылар, инициатива төркөмө менән кәңәшмә үткәрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 111 тапҡыр // Тотош уҡырға
Пленар ултырыш Ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостандағы идаралығы етәксеһенең учреждениеның былтырғы эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәтен тыңлауҙан башланды. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ошо рәүешле былтыр башлаған төбәктәге территориаль федераль власть органдары эшен тикшереү йолаһын дауам итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 171 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һыуығайҙа, йөҙ йыл элек Рәсәй. Ғинуар. ВаҡиғаларҺәр нәмә ваҡыты менән ҡыҙыҡ, тиҙәрме әле? Ысындан да, ил, йәмғиәт, айырым шәхестәр өсөн ҙур ҙа, ғәйәт мөһим булып күренгән бәғзе бер хәл-ваҡиғалар аҙ ғына ваҡыт үтеүгә онотола, үҙенең әһәмиәтен юғалта. Йә, киреһенсә, бөгөн күҙгә эленмәгән нәмә, ҡолаҡҡа салынмай ҙа үткән хәбәр, ҡалын тупраҡты ярып сыҡҡан үҫенте һымаҡ, йылдар ҡатламын аҡтарып йәнә ҡалҡа, йылдар төпкөлөнән ҡаҡлыҡҡан шаңдауға оҡшап, яңы яңғыраш, яңыртылған мәғәнә ала. Ғөмүмән, Ватаныбыҙ тарихының һәр мәле, ниндәй генә булһа ла ғәмәле бөгөн ҡыҙыҡлы ла, ғибрәтле лә. Шуға күрә, йыбанмаһағыҙ, Рәсәй-илебеҙҙең быуат элгәре, айырым алғанда, ғинуар айында, кисергәндәренә бер барып әйләнәйек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 150 тапҡыр // Тотош уҡырға
Америкала “Бабич” фильмын күрһәттеләрСан-Франциско ҡалаһында режиссер Булат Йосоповтың “Бабич” тигән тарихи фильмын күрһәттеләр. Ул башҡорт шиғриәте классигы, йәмәғәт эшмәкәре, беренсе Башҡорт Хөкүмәте ағзаларының береһе Шәйехзада Бабичтың тормош һәм ижад юлына арналған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 159 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бала бағыу – иң яуаплы һөнәр“Бала табыу һөнәр түгел, бала бағыу – һөнәр”, “Баланы баштан, талды йәштән бөк”, “Баланы бишектән өйрәт”, “Бала саҡтан кергән ғәҙәт ғүмергә ҡалыр”… Элек-электән халҡыбыҙҙа бала тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленгән, балаларҙы тәүфиҡлы, әҙәпле, кешелекле итеп үҫтереүгә олатай-өләсәйҙәребеҙ күп көс һалған. Бөгөн дә, заман тынғыһыҙлығына һылтанмай, бала тәрбиәләүҙе, уның күңелен үҫтереүҙе төп бурысы итеп алған йәш ғаиләләрҙең булыуы һөйөнөслө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 145 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эй тылсымлы ла, яғымлы ла туған тел...Мин – ябай уҡытыусы, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирәм. Ни өсөн тап ошо йүнәлеште һайланым тиһегеҙме? Тәү ҡарамаҡҡа был – бик ябай һорау, ә икенсе яҡтан... Күңелемдәге ынтылыш-тойғоларҙың формалашыуын, һөнәремдең асылын аңлауҙы мин үҙемдең бала саҡтағы ваҡиғалар менән бәйләйем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 230 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уңған ҡулда бәрәкәтБер урында тапаныуҙы үҙ итмәй, гел эҙләнеү юлында булған, ауырлыҡтар алдында бер ҡасан да юғалып ҡалмаған, һәр саҡ яңы идеялар менән янып йәшәгән ғәжәп кешеләр була. Улар менән аралашыуы ла ҡыҙыҡ — күңелең позитивҡа көйләнеп, аң-даирәң киңәйеп киткәндәй тояһың. Учалы ҡалаһында йәшәүсе Гөлсинә Фазлыева — тап шундайҙарҙың береһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 359 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына