БүректәрБеҙ хәҙер аяғыбыҙға ла, башыбыҙға ла сит илдә етештерелгән кейем-һалым алырға тырышабыҙ. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, халҡыбыҙҙың бына тигән үҙенсәлекле кейем өлгөләрен күрербеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 28 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юғары менеджмент мәктәбе белгестәре һорау алыу ойошторған. Һөҙөмтәлә үҙ эшен ябыусылар һанының үткән йылдар менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк булыуы асыҡланған. Яуап биргән кешеләрҙең 40 проценты эшҡыуарлыҡтың килемһеҙ булыуын билдәләгән. Шул уҡ ваҡытта үҙ эшен аса алмауҙың сәбәбен аҡса юҡлыҡҡа һылтаусылар кәмегән. Тимәк, бөгөн капитал юҡлығы үҙ эшеңде башлап ебәреүгә тотҡарлыҡ түгел. Шулай ҙа халыҡ эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә атлығып тормай, сөнки баҙар иҡтисады шарттарында уңышлы бизнес алып барыуға улар ышанмай. Был тап ошо һорау алыу барышында асыҡланған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 27 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ни ашатаһың, шуны йыяһыңТауыҡтар аҙыҡ төрләмәй, шуға ла бирелгән ашлыҡтан тыш та үҙҙәренә ем таба ала. Ләкин был эште ҡоштарҙың үҙҙәренә генә ҡайтарып ҡалдырмай, өҫтәмә ризыҡ та әҙерләү мөһим. Йомортҡа, ит бик күп файҙалы матдәләрҙән тора. Дөрөҫ туҡландырһаң, йыл әйләнәһенә ҡош-ҡорт та буш ҡалдырмаҫ. Өҫтәмә туҡландырыуға аҡһым, май, углеводтар, витамин һәм минераль матдәләргә бай аҙыҡтар инә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 16 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һыуыҡта ла һалһын тиһәң...Көндәр һалҡынайыу менән ҡайһы бер шәхси хужалыҡтарҙағы тауыҡтар йомортҡа һалмай башлай. Ни өсөн шулай һуң? Ә бит баҙарҙа, супермаркет һәм аҙыҡ-түлек магазиндарында йыл әйләнәһенә йомортҡа була. Тимәк, ҡошсолоҡ фабрикаларында улар һала, сөнки унда “мәңгелек яҙ һулышы” булдыралар, уңайлы шарттар тыуҙыралар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 17 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һаулығыңды үҙең ҡайғыртмаһаң...Күп ғәмәлдәр аҡса менән баһалана тиһәләр ҙә, ваҡытты һәм һаулыҡты бер ниндәй байлыҡҡа ла алмаштырып булмай: һау-сәләмәт кеше генә донъяның барлыҡ шатлыҡ-ҡыуаныстарын тойоп ғүмер кисерә, һау кешегә генә йәшәү ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс тойола. Шуға күрә һаулыҡ мәсьәләһендә шаярыу урынһыҙ – кеше тормошондағы иң кәрәкле ғәмәл булараҡ, уны һаҡлау һәм яҡлау зарур.
Ком: 0 // Уҡынылар: 41 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Аҫыл бала эраһы” етәИлебеҙҙең алтмыш төбәгендә күҙәтелгән “демографик соҡор”, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостанды ла урап үтмәне.
Республикала һуңғы өс йылда яңы тыуған балалар һаны кәмегән, шулай 2015 йылда унан алдағы йылға ҡарағанда – 1211-гә, 2016-ла, 2015 йыл менән сағыштырғанда, 3400 сабыйға тыуым аҙыраҡ теркәлгән. Былтыр иһә был кире күрһәткес тағы ла үҫеп, 5000 сиген үтеп китте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 61 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәш ғаиләләр өсөн торлаҡ — иң сетерекле һәм мөһим мәсьәлә. Ҡуртымға фатир алып йәшәү йәки уны һатып алыуға оҙаҡ йылдар аҡса йыйыу проблеманан сығыу юлы түгел. Дәүләт йәштәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү йүнәлешендә төрлө программалар булдырҙы.
Шуларҙың береһе — ипотека. Артабан инде ғаиләлә балалар тыуған һайын ошо хаҡтың өлөшөнә дәүләт тарафынан ташлама яһала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 42 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр сабый үҙ ризығы менән тыуа“Әсәлек хисе, әсәлек ғорурлығы — йәшәйештең асылы, моғайын, ул кешелек таңында уҡ тыуған иң изге, иң бөйөк, иң мәңгелек хистәрҙең береһелер”, — тип яҙған Сабир Шәрипов. Ҡатын-ҡыҙҙың бар булмышы, тәбиғәттән һалынған асылы ошоға ҡоролған. Бөрйән районының Әтек ауылында йәшәүсе Алина Иҙрисова биш балаға ғүмер бүләк иткән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 38 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һоҡланырлыҡ һәм үрнәк алырлыҡКүп балалы ғаиләләр демографик көрсөк ваҡытында яҡлауға һәм иғтибарға лайыҡ. Бала күрмәгән өй — ҡош һайрауын ишетмәгән моңһоу урман, тигән бер яҙыусы. Береш ауылында йәшәгән Зинзиә һәм Сәлим Ямғурсиндарҙың өйө балалар тауышынан шау-гөр килеп тора, был йорт һәр ағас ботағында береһенән-береһе моңлораҡ ҡоштар һайраған ҡуйы урманды хәтерләтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 28 тапҡыр // Тотош уҡырға
Меңәрләгән баланың кендек инәһе Был тормошта иң бәхетле кешеләрҙең береһе ул. Нисек шулай булмаһын: уның өлөшөнә был донъяға тәүге ауазын һалған сабыйҙарҙы иң беренсе булып, хатта әсәһенән алда уҡ, ҡулына алыу, уларҙың кендеген ҡырҡыу бурысы төшкән. 32 йыл эшләү дәүерендә меңәрләгән ғүмер башланыуына шаһит булған Гөлзада Хәсәнова нисәмә баланы ҡабул итеп алғанлығын хәҙер инде үҙе лә белмәй, “уныһы мөһим түгел, иң мөһиме – һәр сабый һау-сәләмәт тыуып, бәхетле ғүмер кисерһен!” – ти ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 23 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 24 Алға
Бит башына