Кемдәр иркенлек ярата?Сәфәр сығыуҙы, ғөмүмән, юл йөрөүҙе ҡаланың шау-шыуынан ҡотолоу тип ҡабул итәм. Саманан тыш ашығыу, бер-берең менән этешеү-төртөшөү, ҡыҫылыу, сират тороу кеүек ваҡ-төйәк сыуалыштарҙы бер аҙға онотоп тораһың. Ә бында иһә иркенлек һәм рәхәт, барыһына ла һин хужа: теләйһең икән, туҡтап ял итеп ал, теләйһең икән, тәбиғәт ҡосағына сум. Унан инде тағы алға елдерәһең.
Ком: 0 // Уҡынылар: 150 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сапыҡта тапҡандар бәхеттәрен“Үтәһең дә ғүмерем ай үтәһең,
Ҡартайтып уҡ әрәм итәһең,
Ҡартайыуҙарыңа һис көймәйем,
Үлтереп тә харап итәһең”, – тип йырлай Сапыҡ ауылында тыуып, шунда ғүмер иткән 90 йәшлек Хөмәйрә апай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 169 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҡут иле тарта, Башҡортостан һағындыра...Заманалар һиҙелеп үҙгәрә, ваҡыт арбаһы яңылыҡты бер туҡтауһыҙ өҫтәй генә. Тәү ҡарамаҡҡа ҡайһы бер ҡалыплашҡан фекерҙәргә бөгөн бүтәнсәрәк ҡарайбыҙ түгелме? Әлбиттә, был йәһәттән бәхәсләшергә һәр саҡ мөмкин, шулай ҙа...
Ком: 0 // Уҡынылар: 166 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дәүләт теле – ил тотҡаһыХәҙерге башҡорт әҙәби теле үҙ халҡының бөгөнгө ижтимағи-сәйәси һәм рухи-мәҙәни тормошонда тотҡан урынына оҙон һәм һикәлтәле юл үтеп килде. Ошо ХХ быуаттың тәүге сирегендә башланған юл әле килеп үҙенең иртәгәһе көнөнә аныҡ йүнәлеш ала һәм яңы үрҙәргә сыға ине. Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республиканың күп милләтле халҡының телдәрен үҫтереү буйынса Башҡортостан Башлығы тарафынан ҡабул ителгән Указ ошо йәһәттән, һис шикһеҙ, тарихҡа инеп ҡалыр ваҡиға булды, тип баһалау хаҡ. Республика үҙенең 100 йыллығына барғанда, был ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә һәм шуға бәйле мөһим сараларҙың береһе ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 262 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт гимназия-интернатында ғорурлыҡ хистәренә һәм хәтирәләргә бай осрашыу уҙҙы. Уҡыусылар оҙайлы ҡышҡы каникулдан һуң уҡыу аҙнаһын матур сара менән башлап ебәрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 316 тапҡыр // Тотош уҡырға
Былтыр республика прокуратураһы, йәмәғәт хоҡуҡ яҡлау ойошмаларынан килгән 86 мөрәжәғәтте ҡарап, һәр икенсе ялыуҙы ыңғай хәл иткән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 147 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәртип һағында тороу бурысы алған хеҙмәткәрҙәр, законды боҙоп, яуаплылыҡтан ҡасырға уйлай. Әммә ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң түгел, ә ике йылдан һуң да беленә икән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 129 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әбйәлил районынан 55 һәм 28 йәшлек ике ир Көньяҡ Үләнде күленә балыҡ тоторға юллана. Был күлдә балыҡ тотоу тыйылыуға ҡарамаҫтан, улар унда алты метр оҙонлоғонда ау һала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 141 тапҡыр // Тотош уҡырға
Генераль прокуратураның Коррупцияға ҡаршы көрәш тураһындағы закондарҙың үтәлешен күҙәтеү идаралығы, Алкоголь баҙарын көйләү буйынса федераль хеҙмәтенең Волга буйы федераль округындағы төбәк-ара идаралығы коррупцияға ҡаршы көрәш ҡануниәтенең үтәлешен тикшереп, вазифалы һигеҙ кешене яуаплылыҡҡа тарттырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 138 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эскелектең ҡасан яҡшыға илткәне бар?“Э-эй, эсмәһә шул тиклем һәйбәт, эсһә алйоттоң да алйото инде” тигән һүҙҙәрҙе халыҡта йыш ишетергә тура килә. Эскән кешенең ҡасан аҡыллы булғанын күргәнегеҙ бар? Хәмер ҡолоноң камил була алмаясағы һәр кемгә лә билдәле. Ә инде ошо “шайтан эсемлеге” тәьҫирендә күпме енәйәт ҡылына, яҙмыштар селпәрәмә килә? Һанап бөтөрлөкмө ни ундай хәлдәрҙе?
Ком: 0 // Уҡынылар: 143 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфө ҡалаһының Киров районы прокуратураһы 31 йәшлек ҡатынға ҡарата асылған енәйәт эшенең ғәйепләү һығымтаһын раҫланы. Банк хеҙмәткәре айырыуса ҙур күләмдә аҡса үҙләштереүҙә ғәйепләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 158 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙ – Аралбаевтар, Башҡортостандан!Буранбай ауылынан Зарифа менән Фәттәх Аралбаевтар, улдары Хәлил, Хәбир, Зәкир Сочи ҡалаһында фин-уғыр халыҡтарының “Фин-уғыр транзиты: ғаилә ғөрөф-ғәҙәттәре” халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашып, үҙҙәрен илебеҙгә танытып ҡайтты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 124 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бахыр түгел, баҡыр ул...Районыбыҙҙың төпкөл бер ауылына ҡаҙ өмәһенә саҡырҙылар. Бәләкәстәремде ҡалдырып, донъя мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, барып еткәнсе иртәнге сәғәт ун да тулғайны. Был ваҡытта өмәсе ҡатын- ҡыҙҙарҙың ҡулдарына күҙ ҙә эйәрмәй, көлөшә-көлөшә ҡаҙ йолҡалар ине. Күрәһең, хәбәрсе икәнлегемде алдан уҡ белеп өлгөргәндәр.
“Өлөшөңә төшкән эште үҙебеҙ эшләйбеҙ. Бары тик беҙҙе тыңла, күңел серҙәре менән уртаҡлашҡыбыҙ килә. Гәзиткә яҙһаң, бәлки, беҙҙең кеүек яңғыҙ ҡатындарҙы аңлаусы табылыр...” Шулай тиһәләр ҙә, өлөшөмә “төшкән” ҡаҙҙы алдыма алып: “Бергә-бергә эшләһәк, күңеллерәк тә булыр, әйҙә, серҙәребеҙ уртаҡ булһын”, – тип эшкә тотондом.
Ком: 0 // Уҡынылар: 183 тапҡыр // Тотош уҡырға
Был бик ғәҙәти булмаған китап автор тарафынан үҙе бер тапҡыр ҙа күрмәгән атаһы рухына бағышлап, уның китаптарына (!) рәхмәт йөҙөнән яҙылған, сөнки ҡыҙ бала, иҫ белә башлағандан алып әсәһенең хәтирәләре буйынса атаһын күҙ алдына килтереп һәм унан ҡомартҡы (мираҫ) булып ҡалған китаптарҙы уҡып үҫкән. Атаһының шәхси китапханаһында ниндәй генә китаптар булмаған! Бына ни өсөн Таңсулпан үҙенең йәшенән күпкә ололарса фекерләй, ул, әйтерһең, был ерҙә йөҙ йыл йәшәгән!
Ком: 0 // Уҡынылар: 246 тапҡыр // Тотош уҡырға
Т. Миңнуллин һүҙҙәре,
Х. Дәүләтов көйө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 323 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 22 Алға
Бит башына