Станоктар, роботтар, махсус кейемдәр...Кисә Өфөлә “ВДНХ-ЭКСПО” күргәҙмәләр комплексында Рәсәй сәнәғәт форумы башланды. “Машиналар эшләү”, “Металл эшкәртеү”, “Ағас эшкәртеү” кеүек махсуслаштырылған күргәҙмәләрҙе үҙ эсенә алған сара өс көн дауам итәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 564 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ветеринар хеҙмәте ниҙән ғибәрәт?Ветеринарҙар эшенең ҡыҙыҡлы хеҙмәт булыуы хаҡында уйлап ҡарағанығыҙ бармы? Һәр хәлдә, ошо өлкәләге белгестәр үҙ шөғөлдәренең бар нескәлектәрен, үҙенсәлектәрен, ыңғай яҡтарын һәм әһәмиәтен яҡшы белә. Һәр һөнәр кеүек, ветеринар хеҙмәтенең тарихы ла бик тәрәнгә китә. Дүртөйлө районы ветеринария тармағы ла коллективлаштырыу осоронда иҡтисади һәм сәйәси талаптар шарттарында барлыҡҡа килгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 151 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уйҙары ла, эштәре лә яҡтылыҡҡа ҡоролғанЭнергетика ҡеүәттәре кешелектең уңайлы һәм мәҙәниәтле йәшәйешен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Ә инде был ресурстарҙы файҙалы һәм һаҡсыл файҙаланыу тармаҡтағы предприятиеларҙың эшмәкәрлегенә бәйле. Улар үҙҙәренең фиҙакәр хеҙмәте менән төбәктең иҡтисади-социаль үҫешен тиҙләтә. Бөгөн “Нефтекама район-ара электр селтәрҙәре предприятиеһы” муниципаль унитар предприятиеһы менән таныштырмаҡсыбыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 260 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ураҙҙар сәкән һуғаУраҙ ауыл биләмәһе, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында дүрт йыл дауамында ҡатнашып, биш проектты тормошҡа ашырҙы. Быға тиклем биләмә үҙәгенең яңы биҫтәһендә — юл, ә Ҡотой ауылында шишмә төҙөкләндерелә, Ураҙ табип амбулаторияһы өлөшләтә ремонтлана һәм ауыл урамдарына энергия һаҡлағыс яҡтыртҡыстар ҡуйыла. Ошо көндәрҙә ураҙҙар тағы бер ҡыуаныс кисерҙе – программа нигеҙендә хоккей майҙансығы сафҡа индерелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 215 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кил әле, тирмәләрҙе күр әле!“ТурСтат” аналитик агентлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Өфөләге “Ватан” паркы Рәсәйҙең иң яҡшы этнопарктары тиҫтәһенә инде. Асыҡ һауалағы этнография музей комплекстарының һәм этнопарктарҙың рейтингы популярлыҡ һәм туристар өсөн тәҡдимдәрҙән сығып төҙөлдө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 139 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иртәгә шәхси торлаҡ төҙөлөшө объекттары өсөн “дача амнистияһы”ның ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамлана. Шуға күрә ошо көнгә тиклем төҙөлөшө тамамланған йортто техник план нигеҙендә генә дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйырға һәм уға милек хоҡуғын дәүләт тарафынан теркәтергә мөмкин. Техник план составына мотлаҡ тәртиптә төҙөлөшкә рөхсәт ҡағыҙы инергә тейеш. 1 марттан һуң, “дача амнистияһы” оҙайтылмаған осраҡта, хоҡуҡты рәсмиләштереү өсөн объектты сафҡа индереүгә рөхсәт алырға кәрәк буласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 142 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күҙәтеүселәр һаны артаРәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ил президентын һайлауҙы күҙәтергә теләгәндәрҙән 100 меңдән ашыу ғариза алды. ТАСС агентлығы, палата секретары урынбаҫары Александр Точеновҡа һылтанып, ошо турала хәбәр итте. Башҡортостанда йәмәғәт күҙәтеүселәре корпусына 10 300 кеше инергә тейеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 132 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан илебеҙҙә уңайлы инвестиция мөхитен булдырыуға бөтә талаптарҙы үтәгән тәүге төбәктәр иҫәбенә инде, тип билдәләне республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Эксперт-Урал” журналына биргән интервьюһында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 131 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кешеләрҙең йәнен имләй...Шәфҡәтлелек, иплелек, намыҫ кеүек сифаттар башлыса балаға әсәнән бирелә. Уҫал, рәхимһеҙ кешенән донъяға килгән сабый, әгәр Хоҙай рәхмәте менән үҙ-үҙен тәрбиәләй алмаһа, шундай уҡ боҙоҡ күңелле, үҙен уратҡандарға ҡарата илтифатһыҙ булып үҫә...
Ком: 0 // Уҡынылар: 164 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәйфә әбей ҡала ситендәге баҡсаһында эштәрен теүәлләп ҡайтты ла өй мәшәҡәттәренә сумды. Бер бүлмәле фатирындағы тәҙрә, иҙәндәрен йыуып сыҡты. Ире биш йыл элек вафат булғандан һуң, бер үҙе көн итә. Былай, ала ҡарҙан алып ҡара көҙгә тиклем тиерлек ваҡыты шунда үтә. Дим буйындағы алты сутыйлыҡ ерҙә үҫтермәгән нәмәһе юҡ. Унда уға рәхәт, ял йорттарың ары торһон. Күршеләре менән дә яҡын туғандар кеүек булып бөткән. Өфөгә пенсияһы килгәндә генә ҡайтып әйләнә. Ҡыҙҙарының күптән инде үҙ донъяһы. Ара-тирә ғаиләләре, дуҫтары менән килеп, сыр-сыу булып мунса кереп, шашлыҡ бешереп, “шайтан туйы” яһап китәләр. Һуңынан уларҙың артынан йыйыштырып арманһыҙ була Рәйфә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 274 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 32 Алға
Бит башына