Ғүмер баҡый, үтәлмәй ҡалған ниәттәрҙе үкенмәй-нитмәй тарих кәштәһенә оҙатып, бөгөнгө уйҙар менән башкөллө мауығып, алдағы көндөң әлегә айышына төшөнмәгән хыялдарына ғарҡ килеп йәшәйбеҙ. Хәйер, был хәлдең хилафлығы һис юҡтыр. Ҡарамаҡҡа нисек кенә тыныс, хуш күңелле күренмәһен, әҙәм балаһының тәбиғәтенә тик тороу, хәстәрһеҙ йәшәү — ят нәмә. Мәшәҡәттәргә иһә йыш ҡына донъяның хәтәр-хәсрәттәре лә ҡушылып китә. Быныһы ла тормоштоң үҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 160 тапҡыр // Тотош уҡырға
Фән донъяһының мәшһүр эшмәкәреБашҡортостан юлдаш телевидениеһы, республикабыҙҙың 100 йыллығына арнап, бик ҡыҙыҡлы проекттарҙы бойомға ашыра башланы. Шуларҙың береһе — “Башҡортостандың 100 шәхесе” тигәне — бик күп тамашасыларҙың иғтибарын йәлеп иткәндер, тип уйлайым. Ошо шәхестәр араһында республикабыҙҙың бүтән атаҡлы кешеләре менән бер рәттән данлыҡлы нефтсе-геолог, геология-минералогия фәндәре докторы, профессор Ҡадир Рәхим улы Тимерғәзиндең исеме лә хаҡлы рәүештә урын алған. Был, әлбиттә, ҡыуаныслы хәл, сөнки уларҙың илебеҙ һәм халҡыбыҙ мәнфәғәте өсөн фиҙакәр хеҙмәте күптәребеҙ өсөн өлгө булырҙай, фәһем алырҙай күркәм тормош юлы менән киң йәмәғәтселекте таныштырыуҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 88 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дауалау: сыбыртҡы кәрәкме, перәникме?Заман бер урында тормай, ләкин һаулыҡ һаҡлау тармағына үҙгәртеп ҡороу йылдары ла, баҙар иҡтисады ла әллә ни һиҙелерлек йоғонто яһаманы, ахыры. Дәүләт ҡаҙнаһынан был өлкәгә йыл һайын миллиардлаған һум бүленә, тармаҡтың эшен яҡшыртыуға йүнәлтелгән закондар һәм ҡарарҙар ҡабул ителә. Әммә кешене яңы ҡорамалдар һәм биналар түгел, ә табип дауалай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 123 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҫешкә юл билдәләндеҮткән аҙнала Рәсәй Президенты Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Владимир Путиндың сығышын тыңларға сенаторҙар, Дума депутаттары, Хөкүмәт ағзалары, төбәк башлыҡтары, дини конфессиялар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре – меңгә яҡын кеше саҡырылған ине. Дәүләт башлығы илдең социаль-иҡтисади үҫешен билдәләгән стратегик документта фәҡирлекте кәметеү, халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыу, демографияны хәл итеү, ғүмер оҙонлоғон арттырыу, юғары технологияларға өлгәшеү, демократик институттарҙы камиллаштырыу һәм башҡа мәсьәләләр буйынса аныҡ бурыстар ҡуйҙы. Сара ике сәғәткә яҡын барҙы. Ошоғаса Мөрәжәғәтнамә был тиклем оҙаҡ ваҡытты алғаны юҡ ине әле. Ил Президентының тәүге тапҡыр Ҙур Манежда сығыш яһауы ла яңылыҡ булды. Дәүләт башлығының фекере 60 тапҡыр алҡыштарға күмелде. Йәштәр, ауыл темаларына Владимир Путин ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтты.

(Аҙағы 3-сө биттә).
Ком: 0 // Уҡынылар: 127 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быуаттарҙы урай-урай,Эй һыҙа моңло Ҡурай...Ошо көндәрҙә ҡыуаныслы хәбәр ишетеү бәхетен кисерҙек – ҡурайыбыҙҙы Башҡортостандың төбәк бренды итеп танығандар. Рәсәй патентының Федераль сәнәғәт милек институты уйын ҡоралы – ҡурайҙың килеп сығышының төбәк урынын теркәне. Был хаҡта беренселәрҙән булып республикабыҙҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һөйөнсөләне. Ҡурайҙың Башҡортостандың рәсми бренды булып танылыуы уның тап беҙҙең төбәктә барлыҡҡа килгәнен раҫлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 357 тапҡыр // Тотош уҡырға