Ҡарашында уның – саялыҡ...Ҡарашында уның – саялыҡ... Саялыҡҡа ҡушылған һомғоллоҡ... Һәм күңелдә – тәрән тамырҙарҙан – ата-бабаларҙан килгән илаһи моң... Булмышына сал быуаттарҙан ырыҫ яғылған, милләтенең рухи балҡышынан ҡот ҡойолған, бәрәкәт үрелгән... Ҡарашында уның – саялыҡ... Саялыҡ артында – нәзәкәтлек... Нәзәкәтле йәндә – Урал армыттары бейеклеге һәм йөҙйәшәр ҡарағастар шауы, саф шишмәләр сыңы һәм бөркөт саңҡыуы, күҙ яуын алырлыҡ сәскәләр гөлләмәһе һәм күбәләктәрҙең сихри ҡанат елпеүе... Яҙмышында уның – иленең данлы үткәне лә, яҡты киләсәге лә... Баҫалҡы ла ул, бер үк ваҡытта ғорур ҙа... Баҫалҡы, әммә быҫҡып йәшәй торғандарҙан түгел... Ғорур, тик тәкәббер түгел... Уның бөйөклөгө – ябайлығында... Ябайлығы – тәрбиәлелегендә... Тәрбиәһе уның – халҡынан... Халҡы – башҡорт... Ә ул – башҡорт ҡыҙы...
Ком: 0 // Уҡынылар: 395 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рөстәм ХӘМИТОВ,Башҡортостан Республикаһы Башлығы: Рөстәм ХӘМИТОВ,Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
Ком: 0 // Уҡынылар: 134 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡатын-ҡыҙҙы нимә борсой?Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан республика Башлығы Рөстәм Хәмитов баш ҡалабыҙҙа гүзәл заттар менән осрашты. Конгресс-холда үткән сарала 29 ҡатын-ҡыҙ — министрҙар, предприятиелар, белем биреү һәм медицина учреждениелары, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, шәхси эшҡыуарҙар ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 168 тапҡыр // Тотош уҡырға