Теләктәшлек, берҙәмлек билдәһеРәсәй Президентын һайлауҙар үтеп тә китте, һәм был сара, әлегә тиклем булмағанса, халыҡтың әүҙемлеген, гражданлыҡ бурысына яуаплы ҡарауын, сәйәси уяулығын күрһәтте. Үҙ сиратында, күпселек тауыштар менән ҡабаттан ил башлығы итеп һайланған Владимир Путин ҡотлауҙар ҡабул итә, тәбрикләүҙәр донъяның төрлө мөйөштәренән килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 156 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әүлиә тауында

Учалы районы Әүешкүл
ауылында Әүлиә тауы һәм
шишмәһе бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 122 тапҡыр // Тотош уҡырға
ҠотлайбыҙБөгөн ҡәҙерле кешебеҙ, Мәләүез районының Антоновка ауылында йә­шә­гән әнейебеҙ, өлә­сәйебеҙ Рабиға Мин­һажетдин ҡыҙы Сабитова матур ғү­мер байрамын – 60 йәшен билдәләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 75 тапҡыр // Тотош уҡырға
­Ғаилә – йәшәү башланғысы, мөхәббәт һәм ихтирам сығанағы. Әҙәм балаһы ғаиләлә йәшәү көсө бирерлек йылы усаҡ, һыйыныр тыныс урын таба. Һәр ҡайһыбыҙ ер йөҙөнә яратырға, яратылырға, донъя ҡорорға, бәхетле булырға килгән. “Матур ғаилә – ил күрке”, ти халыҡ мәҡәле. Һоҡланғыс, татыу ғаиләләр тормошто биҙәй. Шуларҙың береһе Балтас районының Яңы Балтас ауылында йәшәүсе – Эльза менән Айрат Вәлинуровтар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 96 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яуланғандары сик түгелРайоныбыҙҙың Иҫке Монасип мәктәбен уҡыуға, шәхесте төрлө яҡлап үҫтереүгә ныҡлы әһәмиәт биреүсе тәрбиә үҙәге, хоккей мәктәбе булараҡ та яҡшы беләбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 217 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йылайырҙың үҙ янғын һүндереү депоһы буласаҡЙылайыр районы республикала ҙурлығы буйынса икенсе урынды биләй, күпселек өлөшөн урман тәшкил итә. Шунлыҡтан төбәктә янғын сығыу хәүефе көслө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 98 тапҡыр // Тотош уҡырға
Район-ара бәйләнешКөньяҡ-көнсығыш райондарын иҡтисади яҡтан үҫтереүгә йүнәлтелгән дәүләт программаһының 2020 йылға оҙайтылыуы төбәктә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, ситтән инвесторҙар йәлеп итеүгә, яңы эш урындары асыуға булышлыҡ итте. Былтыр көҙ Ейәнсура районында күсмә кәңәшмә үтеп, Хоҙайбәндә ауылы янында урынлашҡан “Маяҡ” муниципаль унитар ауыл хужалығы предприятиеһының “Аҡҡондоҙ” бригадаһының эше менән яҡындан танышып, Йылайыр районы хакимиәте район-ара хеҙмәттәшлекте булдырыу хаҡында һүҙ ҡуйышҡайны. Әйтелгән һүҙ үтәлде, Йылайыр һәм Ейәнсура райондары араһында һарыҡсылыҡ тармағын үҫтереү буйынса уртаҡ проектҡа нигеҙ һалынды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 84 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сигенмәһәң, еңерһең...Һуңғы ваҡытта йәштәрҙең ауылда ҡалыуы, малсылыҡ тармағында үҙ эшен асыуы матур күренешкә әйләнә бара. Һәр районда тиерлек малсылыҡ һәм үҫемлекселек йүнәлешен үҙ итеүселәр бихисап. Шундайҙарҙың береһе Хәйбулла егете Илнур Сөләймәнов менән яҡындан танышырға насип булдыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 79 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нур өләшеүсе күңелБала саҡтан теүәл фәндәрҙе яратҡан Зөбәржәт Салауат ҡыҙы мәктәпте тамамлағас, Магнитогорск педагогия институтына уҡырға инә. Юллама буйынса Баймаҡ районының Аҡморон урта мәктәбенә эшкә килә һәм ошо ауыл егете Фәнил Моратовҡа кейәүгә сығып, ауылда төпләнеп ҡала. Уҡыусыларҙы утыҙ йылдан ашыу серле математика донъяһы менән таныштырған Зөбәржәт Салауат ҡыҙының һәр дәресе үҙенсәлекле үтә. Ауыр, ләкин ҡыҙыҡлы миҫалдар сисеү, геометрик фигураларҙы өйрәнеү, арифметик мәсьәләләрҙе эшләү һәр уҡыусыға еңел бирелмәй, әммә тәжрибәле уҡытыусы һәр бала күңеленә үҙенсә асҡыс таба, үҙ фәненә ҡарата һөйөү тәрбиәләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 67 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Әүҙем халыҡ йәшәй беҙҙә”Ауыл халҡы урындағы үҙидараға күҙ төбәп йәшәй. Йомош менән килә, кәңәш һорай, ярҙамға өмөт итә... Төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ауыл биләмәһе башлығы туранан-тура ҡатнаша, шуға күрә күңелендә ҙур яуаплылыҡ тойғоһо йөрөткән кешеләр генә тарта алалыр ул йөктө. Ун йылға яҡын Яманһаҙ ауылы биләмәһе башлығы вазифаһын лайыҡлы тартҡан, ауылда абруй ҡаҙанған Ислам АМАНТАЕВ менән ҡорған әңгәмәлә һүҙ биләмәлә башҡарылған эштәр, үткән йыл һөҙөмтәләре һәм киләсәккә билдәләнгән бурыстар хаҡында барҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 88 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына