“Башҡортостанда йәшәгәнһәр кем башҡорт”Был хаҡта Лев Гумилев та үҙенең төркиҙәрҙе өйрәнгән ғилми эштәрендә яҙа. “Пассионар күтәрелеш” майҙаны хаҡында һүҙ алып барыла унда, йәғни, әгәр XII-XIII быуаттарҙа монголдар пассионар милләт булһа, киләсәктә ул вазифа Уралда йәшәгән халыҡ иңенә төшә тип әйтелә. Әгәр үҙ заманында был урын Литва булһа, хәҙер тап Башҡортостан оло үҙгәреш кисерә, был ергә, халыҡҡа мәғәнәүи көс килеүе тураһында әйтелә. Ғалимә Е. Марченко ла: “Башҡорт теле тәбиғәттең тамаҡ телдәрен һаҡларға ярҙам итә һәм кешенең тәбиғәт менән бәйләнешен көйләй, һис кенә лә боҙмай”, – тип яҙа. Ҡытай, Тибет сығанаҡтары ла Башҡортостандың үҙенсәлекле ер булыуын таный.
Әңгәмә урыҫ телендә барҙы, шуға күрә уның фекерҙәрен, әйткәндәрен үҙем аңлаған, тойған кимәлдә уҡыусыға еткерәм. Быны шуның өсөн әйтәм: яҙыусы, сәйәхәтсе, Көнсығыш, Азия илдәре мәҙәниәтен тәрән өйрәнгән, ошо ерҙә кешелекте һаҡлаған, афәттәр килгән мәлдә ҡотҡарыр көс, ҡот ятыуын әйткән үҙенсәлекле шәхес Олег Чернэның фекер эсендәге фекерен, һүҙе эсендәге ҡомарын, серен һәр кем үҙенсә сисер, аңлар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1240 тапҡыр // Тотош уҡырға
Имән Ҡытайға китә...Һуңғы ваҡытта ағас эше менән булышҡан эшҡыуарҙар, сеймалды тәрән эшкәртеүҙең күпкә отошло булыуын яҡшы аңлап, күбеһе төҙөлөш материалдары етештереү юлын һайлай. Күптән түгел Сибайҙа эш башлаған “БашЭкоРесурс” йәмғиәте имән ағасынан шпон, фанера, плитә һәм панелдәр етештереүҙе яйға һалып отолмаған. Экологик яҡтан таҙа төҙөлөш ярымфабрикаттары башҡа бер ерҙә лә эшләнмәй. Сибай шпондарының даны тиҙ арала халыҡ-ара кимәлгә сығыуға өлгәште.
Ком: 0 // Уҡынылар: 73 тапҡыр // Тотош уҡырға
Матур ғаиләТап шулай тип таныштырҙы ауыл хакимиәте башлығы Яманһаҙ ауылында йәшәүсе Рәйсә һәм Исмәғил Әбделғафаровтар менән. Ысынлап та, бер-береһен ярты һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап торған ғаиләлә бәхет, мөхәббәт тантана итә. 1990 йылда өйләнешкән Әбделғафаровтар дүрт балаға ғүмер биргән. Әле улар ике ейәнгә һәм бер ейәнсәргә хәстәрлекле өләсәй менән олатай ҙа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 134 тапҡыр // Тотош уҡырға
Пенсионер, ә һин беләһеңме?..Хаҡлы ялдағылар күп кенә ташламалар хаҡында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “йүкә телефон” аша ғына белә. Шуға күрә һеҙҙең иғтибарға тәҡдим ителгән мәғлүмәттәр файҙалы булыр, тигән өмөттәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 70 тапҡыр // Тотош уҡырға
Етмеш сирҙе еңер емешИзге Ҡөрьәндә финик бер нисә тапҡыр телгә алынып, уның әҙәм балаһы сәләмәтлегенә ыңғай йоғонтоһо билдәләнә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә был емешкә ҙур өҫтөнлөк биргән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 79 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡояш менән бергә тороп...Нәсибаш ауылы хозур тәбиғәтле ерҙә урынлашҡан. Ундағы дүрт йөҙҙән ашыу йортта 1200 самаһы кеше йәшәй. Өйҙәр араһынан Рәмилә һәм Фәрит Вәлиевтәрҙеке айырыуса күркәмлеге менән һоҡландырып, әллә ҡайҙан уҡ балҡып күренеп тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 74 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илдең көсө – ғаиләлә“Ғаилә – бәләкәй дәүләт, ә дәүләт – оло ғаилә”. Был һүҙҙәр бер ҡасан да үҙ мәғәнәһен юғалтмай, һәр заман өсөн ауаздаш булып ҡала. Район үҙәге Иҫке Собханғолда күптән түгел үткән ярыштар быны йәнә бер ҡат дәлилләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 89 тапҡыр // Тотош уҡырға
– Ауылыбыҙ мәсетендәге йәш имам-хатиптың ҡатыны, иренә эйәреп, күптән түгел дин юлына баҫты. Тик ул, минеңсә, мосолманлыҡты матур кейемдә генә күрә. Һөйләгәне “күлдәк тектерҙем, яулыҡ алдым, шунда шул әйбер һатыла...” кеүек хәбәрҙәрҙән үтмәй. Ялғанлыҡ була түгелме был, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
М. ХӘКИМОВА.
Көйөргәҙе районы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 63 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡул эштәре ала күҙ яуын!Күптән түгел баш ҡаланың “Урал” галереяһында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәре менән таныштырған “Сәсмәүерем – селтәрем” исемле милли күргәҙмә асылғайны. Халыҡ ҡомартҡыларын тергеҙеүгә ҙур көс һалған ил инәләренең береһе Асия Ғәйнуллина етәкселегендәге сара Өфөлә өс аҙнаға яҡын баш ҡала халҡын һәм ҡала ҡунаҡтарын ҡул эштәренең сағыу төҫтәре менән һоҡландырҙы, уйландырҙы, шатландырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 70 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иҫке йортта тарих йәшәйТөрлө кешеләр бар. Тирә-яғым яу булһын, өйөм эсе һау булһын, тип үҙ эсенә генә бикләнеп, бөтә нәмәгә битараф, тормош ағымы ыңғайына ғына йөҙгәндәр була. Һәм, киреһенсә, ҡыҙыҡһыныусан, әүҙем, тормош ҡаҙанында ҡайнап йәшәгәндәр осрай. Улар менән аралашҡандан һуң үҙеңде бер башҡа үҫеп киткәндәй тояһың, донъяға ҡарашың, аң-даирәң үҙгәргәндәй була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 137 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына