
“Һылыу ҡайҙа – күҙ шунда”, ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Һис шикһеҙ шулай: “Һылыуҡай-2018” бәйгеһе көттөрөп кенә килде лә, сағыу мәҙәни сара булып, үтеп тә китте. Әммә уның шаңдауы оҙаҡ яңғыраясаҡ әле – социаль селтәрҙәрҙә бихисап кешеләрҙең фекерҙәре менән бүлешеүе, гүзәллек бәйгеһенең әһәмиәте тураһында бәхәсләшеүе, маҡтауы йә насарлауы кешеләрҙең сараға, тәүге сиратта, битараф түгеллегенә ишаралай. Ҡыҙыҡ бит, йәмәғәт: башҡорт ҡыҙҙары тағы нимә менән алдырыр ҙа, ниндәй һәләттәрен күрһәтеп, күңелдәрҙе яулар? Ҡыҫҡаһы, барлыҡ һорауҙарыбыҙҙы “Һылыуҡай-Bashkirian Beauty” студияһы етәксеһе, “Һылыуҡай-2018” конкурсын ойоштороусы режиссер Линара Рауил ҡыҙы ТАҺИРОВАҒА бирҙек.