Илдең көсө – ғаиләлә“Ғаилә – бәләкәй дәүләт, ә дәүләт – оло ғаилә”. Был һүҙҙәр бер ҡасан да үҙ мәғәнәһен юғалтмай, һәр заман өсөн ауаздаш булып ҡала. Район үҙәге Иҫке Собханғолда күптән түгел үткән ярыштар быны йәнә бер ҡат дәлилләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 89 тапҡыр // Тотош уҡырға
– Ауылыбыҙ мәсетендәге йәш имам-хатиптың ҡатыны, иренә эйәреп, күптән түгел дин юлына баҫты. Тик ул, минеңсә, мосолманлыҡты матур кейемдә генә күрә. Һөйләгәне “күлдәк тектерҙем, яулыҡ алдым, шунда шул әйбер һатыла...” кеүек хәбәрҙәрҙән үтмәй. Ялғанлыҡ була түгелме был, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
М. ХӘКИМОВА.
Көйөргәҙе районы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 63 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡул эштәре ала күҙ яуын!Күптән түгел баш ҡаланың “Урал” галереяһында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәре менән таныштырған “Сәсмәүерем – селтәрем” исемле милли күргәҙмә асылғайны. Халыҡ ҡомартҡыларын тергеҙеүгә ҙур көс һалған ил инәләренең береһе Асия Ғәйнуллина етәкселегендәге сара Өфөлә өс аҙнаға яҡын баш ҡала халҡын һәм ҡала ҡунаҡтарын ҡул эштәренең сағыу төҫтәре менән һоҡландырҙы, уйландырҙы, шатландырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 70 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иҫке йортта тарих йәшәйТөрлө кешеләр бар. Тирә-яғым яу булһын, өйөм эсе һау булһын, тип үҙ эсенә генә бикләнеп, бөтә нәмәгә битараф, тормош ағымы ыңғайына ғына йөҙгәндәр була. Һәм, киреһенсә, ҡыҙыҡһыныусан, әүҙем, тормош ҡаҙанында ҡайнап йәшәгәндәр осрай. Улар менән аралашҡандан һуң үҙеңде бер башҡа үҫеп киткәндәй тояһың, донъяға ҡарашың, аң-даирәң үҙгәргәндәй була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 137 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эйек буйҙарындағы байрамБеҙҙең йәмәғәтселек арҙаҡлы милләттәштәрен, күренекле ғалимдарын, дәүләт эшмәкәрҙәрен, яҙыусыларын, ғөмүмән, республикабыҙ яҙмышына үҙенең ғәмәли хеҙмәте менән ҙур өлөш индергән, тимәк, Башҡортостандың тоғро вәкилдәре булып тарихта яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәрен иҫкә алыу, уларҙың хеҙмәте бөгөн дә халҡыбыҙ тормошонда мөһим урын тотоуын, ошоноң тәрбиәүи тәҡдиренең мәғәнәһен әленән-әле конференцияларҙа, халыҡ йыйындарында хәтергә төшөрөү кеүек фәһемле эш алып бара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 66 тапҡыр // Тотош уҡырға
зөләйха күҙҙәрен астыЯҙыусы Гүзәл Яхинаның “Зөләйха күҙҙәрен аса” романы буйынса М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында ҡуйылған шул уҡ исемле спектакль (режиссеры Айрат Абушахманов) бына инде нисәнсе ай ҙур аншлаг менән бара. Тамаша залы һәр ваҡыт шығырым тулы, хатта өҫтәп ултырғыстар ҙа ҡуйылып сыҡҡан: Өфөлә йәшәгәндәр һәм баш ҡала ҡунаҡтары ҡыҫҡа ваҡыт эсендә киң танылыу яулап өлгөргән спектаклгә ихлас йөрөй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 137 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыҙҙар, белегеҙ, әкиәттә ябағанан толпар яралһа ла, тормошта ябалаҡтан шоңҡар яралмаҫ...
Ком: 0 // Уҡынылар: 57 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йортонда республика парламентының сираттағы 51-се ултырышы булды. Унда төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Хөкүмәте ағза­лары, ҡала һәм район башлыҡтары, республикалағы ҙур предприятиелары етәкселәре ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 33 тапҡыр // Тотош уҡырға
Еңеү көнөнә һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолоуҙың 75 йыллығына арналған автоуҙыштан һуң бер йыл тиерлек уҙҙы. 2017 йылдың 2 майы иртәһендә Мамай ҡурғанында Башҡортостан Республикаһы делегацияһы менән Дондағы Ростов ҡалаһының башҡорт йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре осрашты. Сталинградты һаҡлап һәләк булған яугирҙәрҙең ҡәберенә сәскә һалғандан һуң автоуҙыштың төп этабы башланды. Ул кавалерия рейдының һәр саҡрымы яҡташтарыбыҙҙың ҡаны менән һуғарылған ерҙәр буйлап үтте. Ростов һәм Волгоград өлкәләре халҡы башҡорт яугирҙәренең ҡаһарманлығын онотмай, ҡәберҙәрҙе, һәйкәлдәрҙе тәртиптә тота.
Ком: 0 // Уҡынылар: 66 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика Хөкүмәтенең сираттағы ултырышы иғтибарына 2019 – 2025 йылдарға “Башҡортостанда сауҙа үҫеше” һәм төбәк Башлығы грантына юғары квалификациялы ғилми белгестәр әҙерләүгә йүнәлтелгән ҡарар проекттары сығарылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 96 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 20 Алға
Бит башына