Мәктәпкә... бысаҡ тотопЭлекке көн Интернет селтәрен Стәрлетамаҡтан килгән насар яңылыҡтар тултырҙы: ҡала мәктәптәренең береһендә үҫмер класташтарына һөжүм иткән, унан һуң кабинетҡа ут төрткән, бер нисә кеше яраланған. Тәүҙә күңелгә шик йүгерҙе: Пермь, Улан-Удэ, Силәбе һәм башҡа ҡалаларҙағы ошоға оҡшаш ваҡиғаларҙың шаңдауынан арынып та өлгөрмәнек – ысынмы-бушмы был? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәбәр дөрөҫ булып сыҡты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 186 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауылда мәшәҡәт күпУрындағы үҙидара органдарының социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе, халыҡты борсоған проблемаларҙы хәл итеүҙә, имен йәшәйеш өсөн шарттар тыуҙырыуҙағы әһәмиәте ҙур. Республикабыҙҙа күптәргә өлгө булырлыҡ ауыл советтары биләмәләре, халыҡтың ихтыяжын аңлап эш иткән етәкселәр ҙә бихисап. Шундай уңғандарҙың береһе – Учалы районының Ҡунаҡбай ауылы хакимиәте башлығы Фазила Шәймәрҙәнова.
Ком: 0 // Уҡынылар: 116 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Бөрйәндең ҡапҡаһы”Байназар – Бөрйән районында Иҫке Собханғолдан ҡала иң ҙур ауыл. Әйткәндәй, Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улысының бөгөнгө район биләмәһендәге ултыраҡтарының иң олоһо ла ул. Тарихсылар иҫәпләүенсә, Байназар ауылына Асҡар түңгәүерҙәре нигеҙ һалған, һуңғараҡ Әбделмәмбәт, Үҙәндән ҡарағай-ҡыпсаҡтар килеп төпләнгән. Ауыл старшина Байназар Ильясовтың исемен йөрөтә.
Райондың иң ҙур биләмәләренең береһенең йәшәйеше, проблемалары, хәл итәһе мәсьәләләре тураһында уның башлығы вазифаһын лайыҡлы тартҡан, талапсан, абруйлы етәксе Айрат САЛАУАТОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 181 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һарауыс тергеҙә оҫтабикәМилли кейемдәр, баш кейемдәре тегеү һәм биҙәүестәр эшләү буйынса Башҡортостандың бөтә төньяҡ-көнсығышында киң танылған оҫтабикә, йәмәғәт эшмәкәре һәм “Аҡ йондоҙ” халыҡ фольклор түңәрәгенең әүҙемсеһе Мәсетле районынан Тәнзилә Ғәйнетдинова ҡыҙҙар өсөн баш кейеме – һарауыс тергеҙеү менән шөғөлләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 82 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ил Президенты Владимир Путин Хөкүмәткә табиптарға ҡамасаулаған ғәмәлдәр өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыу буйынса сара күреү бурысын йөкмәтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 50 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанда 20 йәшлек колледж студенттарын хәрби хеҙмәткә саҡырмаясаҡтар. Бындай хәл ҡануниәттәге үҙгәрештәргә бәйле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 52 тапҡыр // Тотош уҡырға
1 майҙан 15-енә тиклем, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 73 йыл тулыуҙы байрам итеү уңайынан, ветерандарға “Ырымбур” авиакомпанияһының барлыҡ даими рейстарында бушлай осоу хоҡуғы бирелә, тип хәбәр итә “Өфө” аэропортының матбуғат хеҙмәте. Оҙатып йөрөүселәргә 50 процент ташлама яһала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 56 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ил Хөкүмәте “Рәсәй Федерацияһында мобилизациялы әҙерлек һәм мобилизация тураһында”ғы Федераль закондың 20-се статьяһына, “Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында”ғы Федераль закондың 27-се статьяһына Башҡортостан парламенты тәҡдим иткән үҙгәрештәрҙе хуп­ланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 54 тапҡыр // Тотош уҡырға
Наркотиктарҙан нисек ҡотолорға?Стәрлетамаҡта быйыл тәүге өс айҙа йәмғеһе 10 килограмға яҡын наркотик тартып алынған.
Был хаҡта ҡала хакимиәтендә наркотиктарға ҡаршы комиссия ултырышында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса идаралығы өлкән оператив вәкиле Денис Петров хәбәр итте. Шулай уҡ наркотик матдәләр әйләнешенә ҡаршы көрәш бүлеге хеҙмәткәре килтергән тағы бер һан уйға һалмай ҡалманы: ошо өлкәлә теркәлгән енәйәттәр һаны – 515! Комиссия ултырышында, ғөмүмән, хафаланырлыҡ статис­тика ла килтерелде, бындай хоҡуҡ боҙоуҙарҙы кәметеүгә булышлыҡ итерлек алымдар тураһында етди фекерҙәр ҙә яңғыраны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 73 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тиңдәр араһында тиң булыпБашҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы төрлө тармаҡтар өсөн алдынғы, заманса ҡарашлы, сифатлы белгестәр әҙерләүгә ҙур өлөш индерә. Уҡытыу процесынан тыш, йәштәрҙе бар яҡлап үҫтереү һәм асыу буйынса ла ҙур эш алып бара. Йәш быуында халҡыбыҙҙың билдәле шәхестәренең исемдәрен таратыу, арҙаҡлы ул һәм ҡыҙҙарының данлы тормошо менән ныҡлап таныштырып, улар миҫалында илһөйәрлек хисен тәрбиәләүгә айырыуса иғтибар бирелә. Башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында 2009 йылдан алып ике йылға бер тапҡыр ойошторола килгән Биишева уҡыуҙары ла белем усағының ошо маҡсаттарҙы ғәмәлгә ашырыу юлында булыуын күрһәтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 105 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 30 Алға
Бит башына