Дуҫлыҡ ҡәҙерен беләбеҙРеспублика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов йыл башында тәғәйенләнгән Вьетнам Социалистик Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Нго Дык Мань менән осрашты. Яҡтар сәнәғәт, сауҙа-иҡтисади, фән һәм мәҙәниәт өлкәләрендә хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 174 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балам, тип үҙәк өҙөлә...Дүшәмбелә бөтә ил буйлап Берҙәм дәүләт имтихандары биреү башланды. Ул – сығарылыш класы уҡыусылары ғына түгел, уларҙың уҡытыусылары, ата-әсәләре өсөн дә ярайһы уҡ ҙур һынау.
Ком: 0 // Уҡынылар: 184 тапҡыр // Тотош уҡырға
Элекке көн “Берҙәм Рәсәй”ҙең электрон тауыш биреү сараһы башланды. Онлайн тәртибендә 1 июнгә тиклем тауыш бирергә мөмкин. Бындай алым һайлауҙа тәүге тапҡыр ҡулланыла. Тауыш биреүселәрҙе теркәү өсөн махсус сайт асылды. “Электрон тауыш биреүҙә ҡатнашыу” тигән төймәгә баҫып, сарала ҡатнашыуға ғариза ебәрергә була. Әйткәндәй, сайтта 30 майға тиклем теркәлергә мөмкин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 124 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡытайҙың Наньчан ҡалаһында Башҡортостандан йәш инвесторҙарға йүнәлтелгән бизнес-инкубатор барлыҡҡа килеүе ихтимал. Петербург иҡтисади форумында республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов һәм Ҡытай эшҡыуары (ресторатор) Ли Бао Мин ошо мәсьәлә буйынса фекер алышты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 116 тапҡыр // Тотош уҡырға
Май аҙағында Калининград өлкәһендә “Йөрәгеңде йәлләмә һин, шағир” тигән төбәк-ара әҙәби конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Ул республикабыҙҙың Бишбүләк районынан сыҡҡан шағир-фронтовик Фәтих Кәрим иҫтәлегенә арналды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 97 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йылылыҡҡа ҡыш ҡына түләргәБыйылғы көҙҙән Башҡортостандың дүрт ҡалаһы – Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Благовещен – йылылыҡ өсөн яңыса түләү системаһына күсә. Йәғни халыҡ был хеҙмәт өсөн һыуыҡ миҙгелдә генә түләйәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 121 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Минеке кемдән кәм?..”...Ҡулдарына шар һәм сәскә гөлләмәһе тотҡан, аҡ алъяпҡыстар кейгән ҡыҙҙарҙың һәм ҡупшы итеп кейенгән егеттәрҙең һуңғы ҡыңғырау тантаналары үтеп тә өлгөрмәне, улар өсөн үтә тулҡынландырғыс осор башланды. Берҙәм дәүләт имтихандары һәм улар өсөн дә, ата-әсәләре өсөн дә бик яуаплы бурыс – сығарылыш кисәләрен ойоштороу көтә. Хәйер, ун беренселәр хаҡында саҡ ҡына һуңғараҡ булыр һүҙем. Башта һүҙҙе мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларҙан башлайыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 435 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кама буйы халҡы ҡарыулыБашҡортостан – үҙенсәлекле төбәк. Республикабыҙҙың тәбиғәте һәм халыҡтың көнитмеше – быға асыҡ дәлил. Ҡайҙалыр уңғандар сәсеүгә төшкәндә, икенсе яҡта баҫыуҙа һаман да ҡар иремәй ята. Мәҫәлән, республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш райондары халҡы ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында йәшәй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, малдары ишле, йәшелсәселектә лә, иген үҫтереүҙә лә һынатмайҙар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 153 тапҡыр // Тотош уҡырға
Етеш йәшәүҙе берәү ҙә тыймай“Раздолье” ауыл хужалығы етештереү кооперативын районда һәр яҡтан да өлгө итеп ҡуялар – үҫемлекселектә лә, малсылыҡта ла һынатмайҙар. Эштә лә уңғандар, байрамда ла уларға етеүсе юҡ. Райондың ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Динис Биков билдәләүенсә, ошо ише алдынғы тағы бер нисә хужалыҡты һаҡлау – төп ниәттәре.
Ком: 0 // Уҡынылар: 133 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уңыштың башы төштәЕмеш ағастары үҫтереүҙең төрлө ысулдары бар – ябайҙарынан алып ҡатмарлыларына хәтлем. Махсус белемгә эйә булыу мотлаҡ түгел тигән фекер менән күптәр килешмәҫ, моғайын. Ә бына күптәнге танышым баҡсасылыҡҡа уҡымаһа ла, эшмәкәрлеген киң йәйелдергән. Афарин! Йә булмаһа, үҙенә һүҙ бирәйек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 124 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 36 Алға
Бит башына