“Бөтә Рәсәй китапханалар төнө” акцияһына Мөхәммәтша Буранғолов исемендәге 1-се ҡала китапханаһы ла әүҙем ҡушылды. “Серле китап утрауында” тип аталған ижади өлөш үҙенсәлекле бер серлелек менән асылды. Тарих төпкөлөндә Ваҡыт һәм Хәтер төшөнсәләренең рухи бәхәсе аша әҙәбиәт өлкәһенең ниндәй генә жанр аша халыҡ күңеленә инеүен, унда тәрән мәғәнә һалып, үҙ тауышыңды заман ауазы аша еткерә алаһың икән, тимәк, халыҡсанлыҡ офоҡтарына юл һалына.
Ком: 0 // Уҡынылар: 141 тапҡыр // Тотош уҡырға
***

“Был һүҙҙәрем асыш түгел,  Быны һәр кем дә белә...”Йылғалар хәҙер һайыҡты,
Күктәр шундай тәпәш.
Аҡһаҡаллы ҡарттары ла
Сабый менән йәштәш.

Бөркөттәр ҙә, йыландар ҙа
Ерҙә генә шыуа.
Хатта Гулливерҙарҙан да
Лилипуттар тыуа.

Тәхеттәр ҙә кесерәйҙе
Һәм бәләкәй тажы.
Үҙ башына үлсәп ҡарай
Уны һәр бер таҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 183 тапҡыр // Тотош уҡырға
ҠОЙОП ҠУЙҒАН САТИРИКАгиш Ғирфанов заманыбыҙҙың ҡойоп ҡуйған сатиригы ине.
Ул “Һәнәк” журналы редакцияһында ла эшләп китте. Һәм ғүмергә йөрәктәребеҙҙә тороп ҡалды...
Ком: 0 // Уҡынылар: 155 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уҡытыусы асылының һиммәтеБөгөн мин ижади һәм педагогик эшмәкәрлегемдә юл күрһәтеүсе йондоҙҙарҙың береһенә әүерелгән һоҡланғыс шәхес менән оҙаҡ йылдар аралашыуҙан алынған тәьҫораттарымды еткермәксемен. Һүҙ Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, профессор, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының вокал сәнғәте кафедраһы мөдире Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы СӘҒИТОВА хаҡында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 174 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әҙәбиәтле халыҡ үлемһеҙБөгөнгө башҡорт әҙәбиәтенең, ғөмүмән, милли баҫмаларҙың хәленә битараф булмаған һәр кешенең иғтибарын Дамир Шәрәфетдиновтың “Түр башындамы, әллә гүр ҡашындамы?” тигән мәҡәләһе (2018 йыл, 9 февраль) йәлеп иткәндер. Телсе ғалимдар, әҙәбиәт өлкәһендә өҙлөкһөҙ эҙләнеп, яңы нәшер ителгән әҫәрҙәргә үҙ ҡарашын белдереп ултырыусы әҙәбиәтселәрҙән айырмалы рәүештә, был мәҡәләгә ҡарата фекерҙәремде ябай китап уҡыусы, гәзит-журналдарҙа баҫылған әҙәби өлгөләрҙе, көнүҙәк мәсьәләләр яҡтыртылған мәҡәләләрҙе ҡыҙыҡһынып, күҙәтеп барыусы күҙлегенән сығып белдерергә кәрәк тип таптым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 198 тапҡыр // Тотош уҡырға
Интернетта – Ғаиләне ҙурлаған ярышҒаиләһенә иҫерткес эсемлектәр индермәгән, ҡунаҡ һәм байрамдарҙы айыҡ үткәргән, милли рухлы, балаларын туған телендә тәрбиәләгән өлгөлө ғаиләләрҙе конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ! Үҙҙәре ҡушылырға ҡыймаһа, туғандары һәм дуҫтары тәҡдим итә ала!
Ком: 0 // Уҡынылар: 152 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шиғыр яҙ!

Ҡыҙыҡ был тормошТәүге әҫәрем — “Ҡалдырма, әсәй!” повесын яҙғас, нәшриәткә алып барҙым. Унда ултырған ағай (ул да яҙыусы) ҡулъяҙмамды тиҙ генә ҡарап сыҡты ла миңә текәлде.
— Ҡустым, был яҙмаңдың тиҙ арала китап булып сығырына шикләнәм, — тине ул. — Хәҙер оҙон әҫәрҙе кем уҡып ултырһын? Етмәһә, һине берәү ҙә белмәй. Һин, лутсы шиғыр яҙ! Шиғыр булһа — китап итеп сығарабыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 635 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ!
2018 йылдың икенсе яртыһына Рәсәй почтаһы баҫма­ла­рына ташламалы хаҡ­ҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк башланды. 10 майҙан 20-һенә тиклем гә­зит-журналдарға арзаныраҡ хаҡҡа яҙы­лып ҡалырға ашығығыҙ, дуҫтар!
Ун көнлөк – алдан уйлап эш итеүселәр, аҡсаһын иҫәпләй белеүселәр өсөн бик ҡулай осор. Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 132 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ!
2018 йылдың икенсе яртыһына Рәсәй почтаһы баҫма­ла­рына ташламалы хаҡ­ҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк башланды. 10 майҙан 20-һенә тиклем гә­зит-журналдарға арзаныраҡ хаҡҡа яҙы­лып ҡалырға ашығығыҙ, дуҫтар!
Ун көнлөк – алдан уйлап эш итеүселәр, аҡсаһын иҫәпләй белеүселәр өсөн бик ҡулай осор. Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 130 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рамаҙан айы мөбәрәк булһын!Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты изге Рамаҙан айында ифтар үткәреләсәк Өфө мәсеттәре исемлеген төҙөнө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 176 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ирәндек айыуы”н күрергә теләйһегеҙме?Иртәгә – Музейҙар төнө. Быйыл акция Ғаилә йылы уңайынан уҙғарыла. Был кистә 100-ҙән ашыу музей һәм галерея үҙ ишектәрен аса. Барыһы 500-ҙән ашыу яңы күргәҙмә һәм ғәҙәти булмаған сара тәҡдим ителә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 171 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ошо көндәрҙә Башҡортостандағы эҙәрмән отрядтарының Калининград өлкәһенә яҙғы экспедицияһы тамамланды. Апрель-май айҙарында ғына эҙәрмәндәр Рәсәйҙең алты төбәгенә туғыҙ экспедиция ойошторҙо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 78 тапҡыр // Тотош уҡырға
Киләһе йылытыу миҙгеленән башлап республиканың дүрт ҡалаһы — Өфө, Благовещен, Стәрлетамаҡ, Нефтекама — йорттарға йылылыҡ бирелгән айҙарҙа ғына уның өсөн түләйәсәк. Тәүге квитанциялар ҡулланыусыларға ноябрҙә таратыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 114 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте. Төбәк етәксеһе Башҡортостан халҡы менән биләмәләрҙе үҫтереү, социаль өлкә, мәҙәниәт һәм спорт мәсьәләләрен тикшерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 71 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы агрегат сәсеүҙе тиҙләтәРеспублика хужалыҡтарында яҙғы баҫыу эштәренең иң ҡыҙған осоро. Яҙҙың һуңлап һәм һалҡын килеүе сәбәпле, баҫыуға май башында ғына сыҡҡан ауыл эшсәндәре, йылы һәм ҡоро көндәрҙең һәр сәғәтен һөҙөмтәле файҙаланып, мөһим кампанияны тейешле агротехник сроктарҙа башҡарып сығыу өсөн бар көсөн һала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 124 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына