450077, Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Карл Маркс урамы, 30-сы йорт, 1-се корпус

Хөрмәтле “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте акционерҙары!

“Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте (артабан шулай уҡ – Йәмғиәт) Директорҙар советының 2018 йылдың 21 майындағы ҡарары менән “Башнефть” АНК ААЙ акционерҙарының йыллыҡ (2017 йыл йомғаҡтары буйынса) дөйөм йыйылышы (артабан шулай уҡ – Йыйылыш) саҡырылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 172 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хөрмәтле яҡташтар!
Һеҙҙе 30 июндә Баймаҡ районының Йылым ауылына
“Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына саҡырабыҙ.
Сара сәғәт 11-ҙә башлана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 171 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өс тағанЯҙ сафлығына ҡойонған
Майҙың яҡты иртәһе.
Лилиәгә һонған улар
Яҡты юлдар көлтәһен!

Йылмайыуы балаларҙың
Ошо көнгә нур өҫтәр.
Мәктәбе йөҙөн балҡытыр
Батыр кеүек егеттәр.

Ҡеүәтле белем усағын
Данға күмер балалар.
Хасбулат кеүек егеттәр
Үрҙәргә юл яралар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 414 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡортостан” гәзите быйыл да баҫмабыҙҙы алдырып уҡыусылар араһында лотерея уйнатырға булды. Бәйге май аҙағына тиклем да-уам итә. Гәзитебеҙгә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылып, квитанция­ларығыҙҙың күсер­мәләрен тиҙерәк ебәрергә ашығығыҙ. Ә инде “Республика Башкортостан” дәүләт унитар предприятиеһы уйнат­ҡан ҡиммәтле бүләктәргә эйә булғығыҙ килһә, “Башҡортостан” ме­нән район гәзитенә яҙылған квитан­ция­ғыҙҙың да күсермәһен ебәрергә кәрәк. Сәй сервизы, сәйнүктәр, термостар хужаларын көтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 89 тапҡыр // Тотош уҡырға
Паралимпиада факелы ҡайҙа һаҡлана?2014 йылда Сочи ҡалаһында барған Ҡышҡы уйындар алдынан Олимпия уты эстафетаһын 14 мең кеше Рәсәйҙең 83 төбәгендәге 2900 тораҡ пункт аша тотоп уҙҙы. Өфө лә был исемлеккә ингәйне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 241 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырышта Башҡортостандың Дәүләт флагын һәм Дәүләт гимнын файҙаланыуҙа ҡайһы бер яңы ҡағиҙәләрҙе күҙ уңында тотҡан “Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы закон проектын тикшерергә ниәтләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 120 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге рәсми делегация 24 – 26 майҙа үткәрелгән ХХII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумына юлланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 92 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөлә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “ВДНХ-Экспо” комплексында ХХVI “Газ. Нефть. Технологиялар – 2018” халыҡ-ара күргәҙмәһе нигеҙендә ойошторолған Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумының “Нефть һәм газ химияһы тармағын үҫтереүҙең донъя трендтарында Рәсәй” пленар ултырышында сығыш яһаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 85 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Алтын тирмә”лә — сәхнәгә ғашиҡтарУчалыла VI “Алтын тирмә” төбәк-ара милли театрҙар фестивале булды. Өс йылға бер ойошторолған сара иң яҡшы театр коллективтарын, уңышлы спектаклдәрҙе асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Уның тап Учалы ерендә үткәрелеүе юҡҡа түгел. Бынан өс йыл элек Бәләбәйҙә райондың “Ҡорама” халыҡ театры, гран-при яулап, киләһе форум хужаһы булыу хоҡуғына лайыҡ булды. Ғөмүмән, Учалыла театр сәнғәтенә ғашиҡ кешеләр йәшәй. Бында ете коллективтың – халыҡ, бишәүһенең өлгөлө театр исемен йөрөтөүе күпте һөйләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 158 тапҡыр // Тотош уҡырға
Фигуристар эҙләп... ӨфөгәРеспублика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең фигуралы шыуыу буйынса атҡаҙанған тренеры Нина Мозер менән осрашты. Сарала төбәктә төҙөлгән һәм ғәмәлдәге боҙ ареналарының һөҙөмтәлелеген арттырыу, ҡышҡы спорт төрҙәрен үҫтереү, юғары уңыштарға өлгәшеү өсөн спорт әҙерлеген камиллаштырыу мәсьәләләре тикшерелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 102 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күрәҙәселәргә ихтыяж арҡаһында законһыҙ бизнес “сәскә ата”

ҮҘЕ ҠОЛАҒАН ИЛАМАЙНиһайәт, Рәсәй Дәүләт Думаһы мистик хеҙмәт күрһәткән күрәҙәсе, экстрасенс, астрологтарҙы рекламалаған ҡанун проектын тикшереүгә кире әйләнеп ҡайтты. Проект “Реклама тураһындағы” законды айырым статья менән тулыландырыуҙы күҙ уңында тота. Ул сихырсылар эшмәкәрлеген нисек көйләүҙе тәфсирләп аңлата. Был башланғыс парламент иғтибарына 2010 йылда уҡ тәҡдим ителгәйне, әммә ниндәйҙер ҡөҙрәт менән һаман ҡаралмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 219 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көндө төнгә ялғап…Куйбышев исемендәге кооператив баҫыуҙарында трактор тауышы тәүлек әйләнәһенә туҡтамай, сөнки тап әлеге ваҡытта район хужалыҡтарында сәсеү эштәренең иң ҡыҙған мәле. Ауыл хеҙмәтсәндәре уны ырамлы ғына башлап ебәрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 168 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҡшы әҙерлек, көр кәйефРәсәй агросәнәғәтенең почетлы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлим Булат улы Сәлимовтың уңған һәм оҫта етәкселегендә Ленин исемендәге хужалыҡ — көньяҡ-көнсығыш төбәктә генә түгел, республика кимәлендә лә һөҙөмтәле эшләгән предприятиеларҙың береһе. Оҙаҡ йылдар коллектив ошо дәрәжәгә тап төшөрмәй, ауыл хужалығы производствоһын ойоштороуҙа берәүгә лә алдынғылыҡты бирмәй, үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтарын үҫтереү буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Әлеге миҙгелде лә “лениндар” юғары әҙерлек менән ҡаршылап, дәррәү темпта алып бара, башҡаларға үрнәк булып тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 184 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ошо дүшәмбелә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет мәғариф өлкәһендә граждандар хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре тураһында махсус ултырыш үткәрҙе. Совет ағзалары ике йыл буйы Мәғариф һәм фән министрлығы вәкилдәре менән берлектә был тармаҡтағы проблемаларҙы тикшереүҙе ойошторорға маташты. Әммә улар был юлы ла килмәне. Шуға ҡарамаҫтан, кәңәшмәлә йәмәғәтселекте ҡыҙыҡһындырған күп кенә темалар күтәрелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 197 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тыуған илгә, туған телгә  һөйөү менән Һәр быуындың талантлы, алдынғы ҡарашлы, рухлы йәштәре була. Яңыраҡ шундайҙарҙы Сибай гимназия-интернатында осраттым. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетында ысын мәғәнәһендә ижади мөхиткә тап булдым. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетынан практика үтергә килгән йәштәр етәкселәре Әлнисә Алдырханова менән бөгөн үтелгән дәрес буйынса ҡыҙыу фекер алыша ине. Дәрестәре күптән тамамланһа ла, йәштәрҙең эш көнө дауам итә. Шул уҡ ваҡытта уҡыусылар менән берлектә Ә. Алдырханованың “Дуҫлыҡ уғы” хикәйәһе буйынса нәфис фильм төшөрөргә әҙерләнә ине улар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 248 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына