Эшле лә, ашлы лаКраснокама районына юл төштө. Быға тиклем юлайҡан ғына йөрөгәс, инергә бер нисек тә форсат сыҡмағайны. Район ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Ринат Хажетдинов үҙенсәлекле яҡ менән таныштырыу теләген белдерҙе. Күп тә үтмәй Яңы Бура ауылына килеп еттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 60 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һеҙ – “дальнобойщик”?Ҡарап тороуға ҡаҡса ғына ағайҙың ҡасандыр “дальнобойщик” булғанына ышанғы ла килмәй. Буйға ла оҙон түгел бит әле, уның ҡарауы, ҡарашы бөркөттөкө шикелле, күҙҙәре янып тора. Эш һис кенә лә буйҙа түгел, ә йөрәктә шул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 72 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һабантуйҙан кәм түгел...Редькин ауылына етәрәк аҡ башлы түмәләстәр күҙгә ташлана. Әйтерһең дә, бәләкәй генә тауҙар, йәй уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың өҫтөндә һаман да ҡар ята. Әлбиттә, был ҡар түгел, ә теплицалар. Ауыл янында теплицалар (бөтәһе һигеҙ) ҡалҡытҡан тырыш егет Элхан Гасанов булыр. Бынан бер нисә йыл элек ул “Һабантуй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ойошторған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 76 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ураҙа тотҡан көн ауыҙ асыу – ифтар менән тамамлана. Ул ҡояш байыу менән башлана, һуңға ҡалдырырға ярамай. Мөхәммәт пәйғәмбәр аҡшам намаҙын уҡыр алдынан яңы бешкән йәки киптерелгән хөрмә емеше (финик) менән ауыҙ асҡан, ул булмаһа, ябай һыу эскән, шуға күрә ифтарҙы хөрмә йә һыуҙан башлау сөннәт һанала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 88 тапҡыр // Тотош уҡырға
Донъялар тыныс торһон!Мәкәш ауылында Бөйөк Ватан һуғышы осоронда яу яландарында ятып ҡалған һәм Бөйөк Еңеүҙе илебеҙгә, тыуған еребеҙгә алып ҡайтҡан яугирҙәр иҫтәлегенә арналған мемориаль комплекс асылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 48 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙ өйөңдә йәшәү һөйөнөс“Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” маҡсатлы федераль программаһына ярашлы, Учалыла 16 торлаҡ сертификаты тапшырылды. Йорт һалыу өсөн тәғәйенләнгән социаль түләүҙәр ауыл ерендә йәшәгән һәм эшләгән йәш ғаиләләргә, белгестәргә бирелә. Илдәге демографик хәл торошон иҫәпкә алғанда, уға тәү сиратта күп бала тәрбиәләүселәр хоҡуҡлы. Бөгөн дә, ғаилә ағзалары иҫәбенә ҡарап, аҡсалата ярҙам күләме 750 меңдән алып бер миллион ярымға тиклем тәшкил итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 41 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иҡтисадсы күҙлегенәнБилдәле булыуынса, 9-10 июндә Сибай ҡалаһында һәм Баймаҡ районында “Көньяҡ Урал-2018” иҡтисади форумы уҙа. Ул республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡарарына ярашлы, “Көньяҡ Уралды иҡтисади үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһы”н тормошҡа ашырыу нигеҙендә 2012 йылдан алып Сибайҙа үтә. Быйыл беҙ форумды дүртенсе тапҡыр үҙебеҙҙә ҡабул итергә йыйынабыҙ. Был сараның әһәмиәте нимәлә? Ғөмүмән, ил иҡтисадының хәҙерге торошон һәм уның перспективаларын нисек баһаларға була? Сибай институтының төбәкте үҫтереүҙәге роле нисек күҙаллана? Ошо һорауҙар менән Сибай институтының Иҡтисад һәм хоҡуҡ факультеты деканы, профессор Әҙеһәм Әғзәм улы БАРЛЫБАЕВҠА мөрәжәғәт иттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 124 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәштәр заман менән йәнәш атлай“Ғәмәли математика һәм информатика” йүнәлешендә белем алған Виктор Плис менән Фәнзил Хәсәнов, Беларусь Республикаһының Минск ҡалаһында “Frontspot Hackathon 2018” хакатонында еңеп, икенсе урынды яуланы. Артабан улар Киевта үтәсәк “You Gotta Love Frontend” халыҡ-ара конференцияла ҡатнашыу хоҡуғы алды. Талантлы студенттарҙың институтта үҙ лабораторияһы бар. Заман менән йәнәш атлаған йәш программалаусыларға мохтажлыҡ кисергән ойошмалар ҙа мөрәжәғәт итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 91 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Беҙҙекеләр тормошта  юғалып ҡалмай”Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты – көньяҡ-көнсығыш райондары йәштәре өсөн мәғариф, фән һәм белем биреү үҙәге булараҡ, төбәк халҡының ныҡлы таянысы. Йәштәр, йыраҡтағы ҡалаларға юлланмайынса, яҡында юғары белем алыу мөмкинлегенә эйә. Уҡыу йортонда йәштәргә, сифатлы белем менән бер рәттән, һоҡланғыс тәрбиә бирелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 128 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан менән Татарстан парламенттары видеоконференция тәртибендә туризмды үҫтереү мәсьәләһенә арналған “түңәрәк өҫтәл” ойошторҙо. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова һәм Татарстан Дәүләт Советы Рәйесе урынбаҫары Римма Ратникова сараның модераторҙары булды. “Түңәрәк өҫтәл” эшендә парламентарийҙар, туризм һәм мәғариф ойошмалары етәкселәре, министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәре ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 66 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 36 Алға
Бит башына