Кескәй күңелдәргә — изгелек орлоғоБыл алсаҡ йөҙлө мөләйем ҡатын Стәрлетамаҡ ҡалаһында бик күптәргә таныш. Һәр ваҡыт йылмайып, үҙенең белгәндәре менән уртаҡлашырға әҙер тора ул. Ғаиләлә һәйбәт ҡатын, хәстәрлекле әсә, изге күңелле өләсәй, бергә эшләгән хеҙмәттәштәренә тоғро дуҫ. Һүҙ ҡаланың 62-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Лира Әнүәр ҡыҙы ЯППАРОВА хаҡында. Лира апай һәр саҡ дәртле, башҡаларға ла бойоғорға ирек бирмәй. Ошондай күркәм шәхестең тормошо нисек үрелде икән?
Ком: 0 // Уҡынылар: 89 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәлиҙәһеҙ бер сара ла үтмәйЙырсылар, актерҙар, алып барыусылар хаҡында һүҙ йөрөткәндә йыш ҡына “унан башҡа ҡалала (йәки районда) бер генә мәҙәни сара ла үтмәй” тигән һүҙҙәр йыш ҡулланыла. Был һүҙбәйләнештең дөрөҫлөккә тап килеүе икеле, сөнки ниндәй генә өлгөр булмаһын, бер артистың һәр концертта сығыш яһамауы билдәле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 175 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ике ҡыҙым – пар ҡанатым”...Бер тәндә ике йөрәк тибә! Эйе, ниндәй мөғжизә был? Юҡ... мөғжизә түгел, тормош, әсә ҡарынында яралған сабыйҙың ғүмере ана шулай башлана. Әсә менән бала араһында бәйләнеш юл ала. Ҡасанға тиклем дауам итер һуң был юл? Сиге бармы уның? Юҡтыр... Әсәнең тәнендә генә түгел, аҙаҡ инде күңелендә ике, бәлки, өс, алты, ун йөрәк тибеүҙән бер ҡасан да туҡтамай. Башта Ерҙә, унан... Күктәрҙә! Шулай булырға тейеш, тәбиғәт беҙҙе шулай яралтҡан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 137 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бейеү – тормош, йәшәү мәғәнәһе  Башҡа бейеү төрҙәренән айырмалы, халыҡ бейеүенең бер мөһим тәғәйенләнеше бар – ул халыҡты һаҡлай. Әгәр ҙә бейеүе онотолоуға дусар ителһә, халыҡ үҙе лә яйлап юҡҡа сыға, сөнки бейеү – уның күңел хазинаһын, донъяға ҡарашын сағылдырыусы ғына түгел, ә рух сығанағы ла.

Ком: 0 // Уҡынылар: 147 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әсә булыу бәхет кенә түгел, оло яуаплылыҡ та Халҡыбыҙҙа “Татыу ғаилә — ил күрке” тигән әйтем бар. Ысынлап та, матур ғаиләләр – тормошобоҙҙоң сағыу биҙәге ул. Быны Альбина менән Рим Әбйәлиловтар ғаиләһе тағы бер иҫбатлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 76 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәскәләр тураһында– Башҡа мәшәҡәттәр менән мартта сәскә сәсә алманым. Йәй көнө баҡсаға күсереп ултыртыу өсөн әле үрсетмә сәсергә һуң түгелме?

Ильвира ЗАҺИҘУЛЛИНА.
Ком: 0 // Уҡынылар: 129 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әйтергә кәрәк, ергә яҙ етеүен, донъяның ҡарҙан әрселгәнен кешелек кенә түгел, бар тәбиғәт, йәнлек-ҡоштар ҙа ашҡынып көтә. Әммә, нисек кенә булмаһын, шуны ла оноторға ярамай: апрель-май айында талпан әүҙемләшә, шуға күрә ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә уяу булырға, зарарлы бөжәктән һаҡланырға кәрәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 61 тапҡыр // Тотош уҡырға
Барыһы ла – балалар хаҡынаҒаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм яҡлау йәһәтенән күрше Беларусь дәүләтендә яңылыҡтарҙан ҡурҡмайҙар. Күптән түгел, мәҫәлән, илдең Милли Йыйылыш вәкилдәре палатаһының хеҙмәт һәм социаль мәсьәләләр буйынса комиссияһы Хеҙмәт кодексына үҙгәрештәр индерергә тәҡдим яһаған. Уға ярашлы, атайҙарға 14 көнлөк декрет ялы биреләсәк: бала тыуып, уға алты ай тулғансы, атай кеше теләгән ваҡытында ғариза буйынса ике аҙна ялға китә аласаҡ, әммә 14 көнлөк ял өсөн эш хаҡы түләнмәйәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 49 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күберәк уҡығыҙ

Әммә гаджет экранынан түгел, ә ҡағыҙға баҫылған мәғлүмәт сығана­ғына өҫтөнлөк бирегеҙ: ғалимдар билдәләүенсә, был ғәмәл коммуникатив һәләтте яҡшырта һәм депрес­сияға яҡын хәл-тороштан сығырға ярҙам итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 69 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 27 28 29 30 31 32 33 34 35 36 Алға
Бит башына