Салауат юлдарынан…М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Морат Рафиҡов менән Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров Эстонияның Палдиски ҡалаһына юлланды. Улар “Салауат юлдары буйлап” документаль фильмында ҡатнаша. Актерҙар милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәм уның атаһы Юлай Аҙналин ролдәрен башҡара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 136 тапҡыр // Тотош уҡырға
УЯУ БУЛАЙЫҠ!..

1941 йылда тыуған һуғыш осоро
балаларына бағышлана.


Беҙҙең тыуыу шатлыҡ булды микән?..
Тыуғанбыҙ бит һуғыш башланғанда,
Халҡым өсөн иң ҡайғылы мәлдә,
Ил өҫтөнә дошман ташланғанда.
Ком: 0 // Уҡынылар: 75 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт рухы – булмышымда...Грузия тураһында нимә беләбеҙ? Мәғрур тауҙары, сая халҡы хаҡында хәбәрҙарбыҙ, быға өҫтәп, шарап һәм сыр, шашлыҡ, хачапури кеүек ризыҡтарҙың тыуған яғы икәнлеген, бәлки, күҙаллайбыҙҙыр. Ҡыҫҡаһы, күккә олғашҡан Кавказ тауҙары ҡосағында ятҡан бәләкәй генә был дәүләт беҙҙең өсөн йомаҡ, серле донъя һымаҡ. Ә ошо яҙмамды башлар алдынан күпте белгән Интернет селтәренән ошондай ҡыҙыҡлы мәғлүмәт табып алдым.
Ком: 1 // Уҡынылар: 645 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәй – республиканың урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары өсөн ҡыҙыу осор. Нисек яңылышмайынса ғына уҡыу йортон һайларға? Сығарылыш класс уҡыусыларының һәр ҡайһыһын борсойҙор был һорау. Ысынлап та, уҡыу йортон һайлау — ҙур тормош киңлегенә илткән оло аҙымдарҙың береһе. Күп осраҡта абитуриенттар был мәсьәләне ата-әсәләр, туғандар, таныштар кәңәше менән аңлы рәүештә йәки, киреһенсә, төптө уйламайынса хәл итә. Был үҙ сиратында киләсәктә үҙ һөнәри йүнәлештәре буйынса эш табыуҙа, матди һәм рухи йәһәттән дә аңлашылмаусанлыҡтар тыуҙыра. Нисек итеп яңылышмайынса, киләсәктә һинең яҙмышыңдың уңышын хәл итер уҡыу йортон һайларға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 97 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күптәр Баймаҡ районы халҡының 1917 – 1922 йылдарҙағы революция һәм граждандар һуғышы осоронда башҡорт милли автономияһын төҙөүҙә әүҙем ҡатнашыу тураһында ярайһы уҡ яҡшы таныш. Төбәктең Темәс ауылы хатта бер аҙ яңы тыуған республиканың үҙәге (мәркәзе) ролен дә үтәп ала. Ә бит Темәс баш ҡалаға әйләнгәнгә тиклем, милли хәрәкәт яңы ғына башланып, милли республика “буламы-юҡмы?” тигән һорау бик тә ҡырҡыу торған саҡта халҡыбыҙ яҙмышы йәнә бер ауылда хәл ителә. Һүҙ — Баймаҡ ҡалаһынан өс саҡрым тирәһе төньяҡтараҡ, Ирәндек тауҙарына терәлеп үк ятҡан Иҙелбай ауылы тураһында. Ул заманда урындағы халыҡ малсылыҡ, алтын йыуыу менән шөғөлләнгән. Шуға ла Иҙелбай бай ауылдарҙан иҫәпләнгән. Хәҙер был ауыл юҡ инде. Әммә сығышы менән ошо ауылдан булған нәҫел-ырыу Кәкреауылда төпләнгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 87 тапҡыр // Тотош уҡырға
Заман менән бергә атлайРеспубликабыҙҙа эшкәртеү сәнәғәте һәм аҙыҡ-түлек етештереү өлкәһе өсөн белгестәр әҙерләгән махсус уҡыу йорттары байтаҡ. Улар араһында даны алыҫтарға таралғаны иһә бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шундайҙарҙың береһе – Мәләүез күп профилле һөнәри белем биреү колледжы.
Был уҡыу йортоноң иң-иңдәр араһында булыуы уҡытыусылар коллективына, төрлө йылдарҙа эшләгән етәкселәрҙең эшмәкәрлегенә лә бәйле. Заман талаптарына яуап биргән колледж бөгөн перспективалы уҡыу йорттары исемлегендә. Уның менән яҡындан танышыу маҡсатында белем усағының етәксеһе Рита Мәҙәрик ҡыҙы СӘМИҒУЛЛИНА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 103 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҫешкә өмөт барҠабатланмаҫ хозур тәбиғәтле Күгәрсен районы һирәк осрай торған тар һәм тәрән үҙәнле Мораҙым тарлауығы, иркен яландары, саф һыулы йылғалары, ҡара урмандары менән дан тота. 1930 йылда барлыҡҡа килгән район республиканың көньяғында урынлашҡан һәм Мәләүез, Көйөргәҙе, Ейәнсура, Йылайыр, Бөрйән, Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районы менән сиктәш. Майҙаны – 3371 квадрат километр, халҡы – 28 745 кеше. Был ерҙә тиҫтәнән ашыу милләт һәм конфессия вәкилдәре дуҫ-татыу йәшәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 78 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый...“Тәүәкән” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ҡошсолок фермаһында бөгөн ҡыҙыу осор, һәр ерҙә йәнлелек һиҙелә. Төрлө тарафтарҙан килгән халыҡ әле генә инкубаторҙан сыҡҡан ҡаҙ бәпкәләрен һатып алыу өсөн сиратҡа баҫҡан. Ауыл халҡы һуңғы йылдарҙа ҡаҙ аҫрауға ныҡлап тотондо, тик күптәр бәпкә баҫтырып мәшәҡәтләнмәй. Заман башҡа — заң башҡа тигәндәй, инкубаторҙа сығарылған әҙер бәпкәләргә өҫтөнлөк бирә. Үҙең үҫтереп ыҙаланғың килмәһә, һатыуҙа бер нисә тәүлеклеген йә ярайһы ғына буй еткергәнен, йә булмаһа әҙер түшкәһен һайлап алырға була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 75 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәштәр ни өсөн ауылда ҡала?“Иртөбәк” агрофирмаһы етәксеһе Олег Геннадьевич Николаевты эш урынында осратып булманы, уны йәйләүҙә тап иттек. “Әле малдар ҡышҡы миҙгелдән һуң рәхәтләнеп ялан-ҡырҙарҙа тотола. Шөкөр, йәйге фермалар ҙа заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылып, һөт-һыу үткәргестәр урынлаштырылған. Был тәңгәлдә аҡса йәлләмәҫкә тырышабыҙ, сөнки һөт һатыуҙан ғына хужалыҡ ҡаҙнаһына ярайһы табыш килә бит”, — тип ҡаршы алды беҙҙе етәксе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 63 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кооперация – көн талабыБөгөн кооперацияларға берләшеүҙе тормош үҙе талап итә. Баҙар иҡтисады йәшәйешебеҙгә көндән-көн нығыраҡ үтеп инә бара. Хужалыҡтар ҙа, ауыл халҡы ла ауыл хужалығы продукцияһы етештереү буйынса һөҙөмтәле эшләй. Әммә уны эшкәртеп, тейешле хаҡҡа һата белмәйбеҙ. Әле конкурентлыҡ шарттарында быны яңғыҙың ғына атҡарып сығыу мөмкин түгел. Шуға ла ауыл хужалығы кооперацияларына берләшеү берҙән-бер юл булып тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 95 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына