Шундай кешеләр була: улар ниндәй генә эшкә тотонмаһын, теленән дә, ҡулынан да килә. Ә инде ул кеше гүзәл зат вәкиле икән, мәртәбәһе күпкә арта төшә.
Учалы районында йәшәүсе Әҡлимә Сафина – тап шундай кешеләрҙең береһе. 1948 йылдың йәмле май айында Сәфәр ауылында тыуа ул. Яҙмыштыр, күрәһең, сабый донъяға килгәнсе ата-әсәһенең юлдары айырыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 145 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Йома эшләргә ярамай” тигән һүҙҙәрҙе дөрөҫ аңлау мөһим. Был көндә аҙан әйтелгәндә, бар мәшәҡәттәрҙе ҡалдырып, йәһәтләп иман йортона юлланырға кәрәк. “Намаҙ ваҡыты етһә – ғибәҙәт ҡылырға, яңылышҡанда – тәүбә итергә, шулай уҡ йәше еткәндәрҙе өйләндерергә ашығығыҙ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Ком: 0 // Уҡынылар: 139 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнөң бурыс-маҡсаттары Ислам ҡануниәтенә тулыһынса тап килә. Динебеҙҙә йәш быуынды тәрбиәләүгә, хәстәрләүгә ҙур урын бирелгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 94 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Көтөлмәгән ҡунаҡ”ҡа – юғары баһаСалауат театры күптән түгел төрөк халҡы алдында башҡортса спектакль ҡуйып, тамашасы һөйөүен яуланы. Ниндәй тәьҫораттар менән ҡайтыуы артистарҙың йөҙҙәренән үк күренә ине. 
Ком: 0 // Уҡынылар: 91 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Өҫтөңдәге күлдәгеңде итәк-итәк теккәнһең, түшеңдәге селтәреңә ниндәй тәңкә теҙгәнһең?”һуңғы йылдарҙа гүзәл заттарҙың боронғо кейем өлгөләренә, биҙәүестәргә ҡыҙыҡһыныуы артты. Селтәр-ҡашмау таҡҡан, стилләштерелгән милли кейемдәр кейгән башҡорт һылыуҙарын мәҙәни сараларҙа ғына түгел, көндәлек тормошта ла йыш осратырға мөмкин. Милли кейемгә ҡарата иғтибар һәм ихтирамды арттырыу, биҙәүестәргә заманса төҫ биреү, уларҙы дөрөҫ эшләү һәм йәштәргә өйрәтеү маҡсатында өсөнсө йыл рәттән Сибайҙа башҡорт милли кейеме байрамы ойошторола.
Ком: 0 // Уҡынылар: 191 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 27 28 29 30 31 32 33 34 35 36 Алға
Бит башына