“Орленок”ка килегеҙ!Йәй етеү менән балалар йә ауылдағы олатаһы-өләсәһе янына, йә диңгеҙ буйҙарына, йә һауыҡтырыу лагерҙарына ашҡына.
Йәмле Стәрлебаш районында ойошторолған “Орленок” лагерында ла балаларҙың йәйге ялын файҙалы һәм күңелле итеп ойоштороу өсөн бөтә шарттар булдырылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 127 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһы Һайлау тураһындағы кодексының 63-сө статьяһының 6-сы өлөшөнә ярашлы, “Башҡортостан” нәшриәте — “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы — “Башҡортостан” гәзите биттәрендә 2018 йылдың 11 авгусынан 8 сентябргә тиклем һайлау алды агитация материалдарын урынлаштырыу өсөн баҫма майҙан тәҡдим итеүе тураһында белдерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 78 тапҡыр // Тотош уҡырға
1 июлдән Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль почта элемтәһе бүлексәләрендә элекке хаҡтар менән 2019 йылдың тәүге яртыһына беҙҙең гәзиткә алдан яҙылыу башланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 53 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быйыл Башҡортостанда “Ауыл табибы” программаһында ауыл еренә, эшселәр ҡасабаһына, ҡала тибындағы ҡасабаларға, 50 меңгә тиклем халыҡ йәшәгән ҡалаға эшкә килгән 50 йәшкә тиклемге табиптар һәм фельдшерҙар ҡатнаша ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 59 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ишембай районының Верхотор ауылында өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй башланы. Ул Башҡортостандың 100 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек нигеҙендә төҙөлдө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 44 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республикала 84 федерация үҙҙәренең спорт төрҙәрен үҫтереү программаларын әҙерләне. Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән 42 документ яраштырылды, шуларҙың 23-ө төп спорт төрҙәренә ҡағыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 44 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанда шәхси медицина компаниялары пациенттың йәки уның законлы вәкиленең ризалығы менән медицина һығымталарын, белешмә ҡағыҙҙарын, дарыуға һәм медицина әйберҙәренә рецептарҙы электрон документ рәүешендә тапшыра аласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 52 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары бишенсе саҡырылышта йомғаҡлаусы пленар ултырышта “Башҡортостан Республикаһында кинематографияға дәүләт ярҙамы тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 49 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күмертау ҡалаһында күсмә “Иген конференцияһы” уҙҙы

Төп маҡсат – килемСараның әүәл күмер етештереүселәр булараҡ дан алған ҡалала ойошторолоуы тиккә түгел. Бер нисә йыл элек Рәсәйҙең моноҡалалары иҫәбенә индерелгән төбәк бөгөн уңышлы үҫешә. Былтырҙан Маячный ауылында тиҙләтелгән үҫеш биләмәһе резиденты – элеватор емешле эшләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 249 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәләтле балаларға ярҙам йөҙөнәнРеспублика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәләтле балаларға булышлыҡ итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда Хөкүмәт ағзалары, юғары уҡыу йорттары етәкселәре, төбәктәге мәғариф учреждениелары вәкилдәре ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 100 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына