Бысҡы менән  алыҫ китеп булмай...Дүрт йыл эсендә республика ҡаҙнаһынан ағас әҙерләүселәргә 600 миллион һумлыҡ субсидия бүленәсәк. Республика Хөкүмәтендә ошо мәсьәлә тикшерелде. Ҙур компанияларға төҙөлөш материалдары, йыһаз етештереү өсөн сеймал етмәй, шул уҡ ваҡытта уға ҡытлыҡ та юҡ. Сәбәбе — техниканың иҫкереүе, ә яңыһы иһә пилорама хужаларының кеҫәһенә һуға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 23 тапҡыр // Тотош уҡырға
Географияны кем яҡшыраҡ белә?Уҙған ялда Хажы ауылы янындағы хозур тәбиғәт ҡосағында республиканың география уҡытыусылары III туристик слетҡа йыйылды. 2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклориа­даһына арналған сарала 33 команда, 400-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 32 тапҡыр // Тотош уҡырға
Калиновка ауылында тарихи ваҡиға булды: Өфө аэропортынан “МИГ-21” самолетын алып килделәр. Хәҙер ул ауылдың биҙәге лә, урындағы Рәсәйҙең атҡаҙанған летчик-һынаусыһы Урал Солтанов исемендәге аэрокосмос мәктәбенең уҡыу макеты ла булып тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 23 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөлә “Супер әсәй-2018” республика бәйгеһе уҙҙы

Әсәйҙәр булғанға, бәхетле көнөбөҙӨфөләге “Родина” кинотеатрында “Супер әсәй-2018” республика конкурсы һәм “Ҡәҙерле әсәй” тамашаһы булды. Сараларҙы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы, “Сулпан” студияһы етәксеһе Таңсулпан Ильясова ойошторҙо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 78 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Мәргән уҡсы”ны ойоштороуға республика Башлығы 90 мең һумлыҡ грант бүлде

Уҡтары сәпкә тейҙеҮткән ял көндәрендә Иглин районында “Мәргән уҡсы” традицион яндан уҡ атыу буйынса халыҡ-ара фестивале уҙҙы. Сара халыҡтарҙың тарихи, этник, фольклор һәм мәҙәни мираҫын өйрәнеү, традицион яндан уҡ атыу һәм атта һыбай килеш уҡ атыу шөғөлдәрен популярлаштырыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында уҙғарылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 149 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңелдәренә ни сәсһәң...Балаларға сирек быуаттан ашыу белем биргән Айгөл Ҡырғыҙбаева – хеҙмәтенә күрә ҙур хөрмәт, ихтирам ҡаҙанған абруйлы уҡытыусыларҙың береһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 73 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй чемпионатына кем бара?Урман эше еңелдән түгел, хатта хәүефле лә. Урмансылыҡтың шахтер һөнәре менән йәнәш ҡуйылыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Шуға күрә был хеҙмәттә һәр кем эшләй алмай. Халҡыбыҙҙың боронғо кәсебен үҙ итеүселәрҙән оҫталыҡ, таһыллыҡ, сослоҡ талап ителә. Ә инде уға өҫтәп тәжрибәне, белемде ҡушҡанда...
Ком: 0 // Уҡынылар: 108 тапҡыр // Тотош уҡырға
Груша тирәләй– Баҡсамдағы груша уңышты бер ботаҡтан ғына бирә. Шуға күрә уның уңыш олоно бер яҡҡа табан ауыша. Был нилектән шулай икән?
Ком: 0 // Уҡынылар: 52 тапҡыр // Тотош уҡырға
Район йылҡысылыҡ буйынса республикала беренсе урында тора

Иң шифалы ҡымыҙ — Баймаҡта!Халҡыбыҙҙың милли эсемлеге ҡымыҙ үҙенең шифаһы — бик күп сирҙе дауалауы, тәнгә сихәт, йәнгә рәхәт биреүе, һыуһынды ҡандыра алыуы менән ата-бабаларыбыҙҙың яратҡан эсемлегенә әүерелгән. Иң хөрмәтле ҡунаҡтарҙы ҡымыҙ менән ҡаршылар булғандар. Батырҙар эсемлеге бөгөн дә ҙур ихтыяж менән файҙалана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 77 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр саҡ һаҡтаҠармы, буранмы, ямғырмы, дауылмы, көнмө, төнмө – һауа торошона ла, ваҡыттың ҡайһы мәле булыуына ла ҡарамаҫтан, саҡырыу бар икән, юлда улар – “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәре. Үҙҙәренә ауылда, бигерәк тә төпкөлдә йәшәгәндәр күҙ төбәп тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 75 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 15 Алға
Бит башына