31 августан 5 сентябргә тиклем Башҡортостанда Япония киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн матбуғат туры ойошторола. Журналистарҙы Өфөнөң туристик инфраструктураһы, шулай уҡ республика райондарындағы ҙур туризм объекттары менән таныштырмаҡсылар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 83 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йыл һайын августың икенсе шәмбеһендә Рәсәйҙә Физкультурниктар көнө билдәләнә. Быйыл ул 11 авгусҡа тура килә. Хәҙерге йәмғиәттә физик культураны үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Ил халҡының сәләмәтлеге, физик үҫеше кеүек күрһәткестәр физкультураның ниндәй кимәлдә булыуын сағылдыра.
Рәсәй Президентының май Указы менән айырым маҡсатлы күрһәткестәр раҫланғайны. Әле сәләмәт тормош алып барған кешеләрҙең, физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнгән граждандарҙың 55 процентҡа артыуы күҙәтелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 74 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге Башҡортостан халҡының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙа ҡатнашырға әҙерлеге тураһындағы тикшеренеү мәғлүмәттәрен баҫтырып сығарҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 142 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың күрһәтмәһенә ярашлы, мәғариф объекттарының матди-техник базаһын нығытыуға 1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә. Әйткәндәй, был аҡса республика ҡаҙнаһына өҫтәмә килем иҫәбенә индерелгән. Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов оператив кәңәшмәлә ошо турала хәбәр итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 97 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанда ҡош киҙеүе таралыу хәүефе бармы? Айырыуса хәүефле һәм карантинлы, шул иҫәптән кеше һәм хайуандар өсөн дөйөм сирҙәрҙең барлыҡҡа килеүен иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияның сираттан тыш ултырышында ошо мәсьәлә ҡаралды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 134 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы “Изге эштәр марафоны” Бөтә Рәсәй акцияһының башланыуы тураһында белдерҙе. Сара барышында уңышлы ирекмән һәм хәйриә проекттарын бер майҙансыҡҡа туплап, онлайн-квест рәүешендә Рәсәй төбәктәренә таратыу күҙаллана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 77 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” төбәк проекты дүртенсе йыл инде Илеш районы халҡының көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итә. Быйыл ғына проектты тормошҡа ашырыуға 2,365 миллион һум йүнәлтелгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 81 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төндә лә балҡып ултырасаҡУрындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында учалылар, бына инде бишенсе йыл әүҙем ҡатнашып, байтаҡ тәжрибә туп­ланы. Ошо арауыҡта 61 проект уңышлы тормошҡа ашырылды. Улар араһында иң эреләре – ҡалала төҙөлгән саңғы-роллер юлы, төҙөкләндерелгән ял һәм мәҙәниәт паркы, Учалы ауылында урынлаштырылған сүп-сар өсөн 47 ер аҫты контейнеры.
Ком: 0 // Уҡынылар: 97 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан статистары социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә уртаса ҡулланыу хаҡтарын баҫтырып сығарҙы. “Башстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бер аҙна эсендә кишергә хаҡ байтаҡҡа үҫкән
(5,4 процентҡа). Әле республика буйынса бер килограмм кишерҙең уртаса хаҡы –
53 һум самаһы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 62 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эштең ауырлығын һиҙмәйҙәрБайрам алдынан төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡулынан дәүләт наградалары алып һөйөндө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 144 тапҡыр // Тотош уҡырға
Улар төҙөгән йорттар мәңгелекСтәрлетамаҡтағы “УрманСтрой” төҙөлөш компанияһының директоры Әхмәт Аҫылбәковты бөгөн ҡалала ғына түгел, республиканың башҡа төбәктәрендә лә беләләр. Уның компанияһы төҙөгән шәхси йорттар сифатлы, зауыҡлы, күркәм булыуы менән әллә ҡайҙан күҙгә салына. Ә инде был эштең нескәлектәрен биш бармағы кеүек белгән етәксене юллап, унан кәңәш, йорт төҙөп биреүҙәрен һорап, әллә ҡайҙарҙан киләләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 111 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балалар яңы уҡыу йылын таҙа, төҙөк, күркәм мәктәптәрҙә ҡаршы алһын өсөн учалылар ҙур тырышлыҡ күрһәтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 70 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙҙәре лә бал ҡорттары кеүекХалҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренең береһе умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙе бөгөн һәр ауылда тиерлек осратырға мөмкин. Күптәр был эшкә табышлы шөғөл кеүек ҡараһа, икенселәре унан башҡа йәшәй алмай, үҙҙәре лә бал ҡорттары кеүек умартасылыҡ серҙәренә өйрәнеүҙән туҡтамай. Әбйәлил районында умартасылыҡҡа иғтибар йылдан-йыл көсәйә. Үҙҙәренең төп эшенән тыш, күңел ҡушыуы буйынса, нәҙекәйбилдәрҙе тотоусыларҙың артыуы ра­йонда ҡортсолоҡто үҫтереүгә тос өлөш индерә. Хәйер, уларҙың умарталары ҡарабойҙай, көнбағыш сәселгән баҫыуҙарҙы йәмләп кенә ҡалмай, тотош бер серле “утрау”ҙы хасил итә. Был өлкәнең “һөнәрселәр”е һәм “өйрәнсек”тәре менән беҙгә лә яҡындан аралашырға насип итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 105 тапҡыр // Тотош уҡырға
Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ишембай районына табан йүнәлештәге юлында Ағиҙел аша күпер авария хәлендә ҡалған. Тик шуныһы: был хәл күрше районға барыусыларға ғына түгел, ҡаланың Шахтау биҫтәһе халҡына ла уңайһыҙлыҡтар килтергән, сөнки биҫтә Стәрлетамаҡтан ситтә урынлашҡан. Килеп тыуған хәлде урындағы хакимиәт тиҙ арала контролгә алған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 71 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...”Шиғриәт – бер аҙ абстракт төшөнсә. Шағирҙың ижады, уның йәшәү кредоһы хаҡында телдән һөйләп аңлатыу мөмкин түгел. Дөйөм алғанда, шуны ғына әйтергә мөмкин: башҡорт шиғриәтенең төп тасуир даирәһе, моғайын, баҡыйлыҡ менән фанилыҡ, рухи ҡибла, мөхәббәт, матурлыҡ, яҡшылыҡ менән яуызлыҡ төшөнсәләрелер. Телгә алынған фәлсәфәүи төшөнсәләргә, дөрөҫ, ғалимдар ҙа, ғилми тикшеренеүҙәр ҙә аныҡ ҡына яуап бирә алмай. Ә шағирҙар эҙләнә лә эҙләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 60 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына