Йолаларҙы беләһеңме?

17-04-2018, 00:03 // --- // Баҫып сығарырға
Республика уҡыусы йәштәр мәҙәниәте үҙәге Ғаилә йылына арналған “Халыҡ ынйылары” республика фестиваленең йомғаҡлау этабын ойошторҙо.

Фестивалдә беренсе урынды “Стәрле­баш ынйы­ла­ры” фольклор коллективы яу­ла­ны. Икенсе урын­ды иһә Үрге Йәркәй ауы­лындағы Башҡортос­тан аграр-технология колледжының “Йәдкәр” һәм Иг­лин ауылындағы Башҡортостан агросәнәғәт кол­леджының “Торнаҡай” фольклор коллективтары бүлеште. Өсөнсө урында иһә – Көньяҡ Урал агро­сәнәғәт колледжының “Ирәндек”, Белорет ме­тал­лургия кол­лед­жының “Гөлнәзирә”, Өфө радиоэлек­троника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙ­лек кол­леджының “Аманат” фольклор коллективтары.
Ижади ярыш ике этапта үткәрелде. Уларҙың тәүгеһендә уҡыусылар һәм педагогтар йола йәки халыҡ байрамы сценарийын төҙөгән, уны видеоға төшөрөп, фестивалгә ебәргән. Йәмғеһе 11 белем биреү ойошмаһы сарала ҡатнашырға теләк белдергәйне. Йомғаҡлау этабына шулар­ҙың алтауһы саҡырылды.
Фестивалдә исем ҡушыу, ҡыҙ әйттереү, әрмегә оҙатыу кеүек йолалар, ҡарға бутҡаһы, һабантуй, аулаҡ өй кеүек халыҡ байрамдары күрһәтелде.
“Халыҡ ынйылары” фестиваленең маҡсаты – Башҡортостан халыҡтары йолалары нигеҙендә йәштәргә тәрбиә биреү, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, халыҡ ижадын үҫтереү һәм һаҡлап ҡалыу.