Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» Был юлдар өлгө булырға тейеш
Мәғлүм булыуынса, федераль трассалар – Рәсәйҙең иң әһәмиәтле юлдары. Йөк һәм пассажирҙар ағымының күпселеге уларға тура килә. Шуға күрә был трассалар ҙур иғтибар үҙәгендә тотола, йүнәтеп һәм сифатын яҡшыртып тороуға ил ҡаҙнаһынан ғәйәт ҙур сумма бүленә. Былтыр Рәсәй агломерацияларында биш мең километрҙан ашыу юл ремонтланған. Әммә кисектермәҫтән төҙәтелергә тейешле урындар бар әле.

Башҡортостанда, мәҫәлән, дүрт федераль трассала юл япмаһының хәүеф­һеҙлек талаптары боҙолған урындар байтаҡ. Был хәлде республика про­куратураһы хеҙмәткәр­ҙәре тикшереү эштәре барышында асыҡланы. Атап әйткәндә, ошондай етешһеҙлектәр М-5 “Урал”, М-7 “Волга”, Р-240 “Өфө – Ырымбур”, “Өфөнөң көнбайыш урау юлы” автомобиль юлдарында асыҡланған.
“Ҡайһы бер юл ҡатламы участкаларында тәгәрмәс эҙе барлыҡҡа килгән, барьер кәртәләре боҙолған, юл билдәләре һәм йәйәүлеләр үткәүелдәрен яҡтыртыу ҡорамал­дары ҡуйылмаған”, — тип асыҡлыҡ индерҙеләр республика прокурату­раһының матбуғат хеҙмәтендә.
Федераль юл агентлығының “Урал буйы” федераль автомобиль юлдары идаралығы”на был етеш­һеҙлектәрҙе бөтөрөү тураһында йөкләмә бирелгән. Саралар ҡабул ителгән дә: төҙөүселәр менән М-5 “Урал”, Р-240 “Өфө – Ырымбур” автомобиль юлдарын ремонтлауға килешеүҙәр төҙөлгән. Эш бөткәнгә тиклем тигеҙ булмаған урындар барлығы хаҡында иҫкәртеүсе ваҡытлыса юл билдәләре ҡуйылған, транспорттың иң юғары хәрәкәт тиҙлеге сикләнгән.
“Росавтодор” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һәр дүртенсе автомобиль аварияһы юл хеҙмәтенең үҙ бурыстарына вайымһыҙ ҡарауына бәйле: юл тамғаларының һәм асфальттағы һыҙмаларҙың булмауы, төнөн яҡтыртылмауы, соҡорҙар, юлда блоктар ятыуы... Халыҡтың күпселеге юлдарҙы федераль һәм төбәк милкенә бүлеп ҡарамаһа ла, тәүгеләренең торошо яҡшыра барыуын күҙгә элмәй ҡалмайҙарҙыр. Бындай юлдар Рәсәйҙә 50 мең километрҙан ашып китә, 86 проценты асфальт йәки бетон менән көпләнгән, улар алты меңгә яҡын күпер аша үтә. Ошо йыл башына федераль әһәмиәтле юлдарҙың 795 саҡрымы Башҡортостанға тура килә ине.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын  лайыҡлы үтәй

Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын лайыҡлы үтәй 09.09.2018 // ---

Республикала һайлау тамамланыуға бара. Һайлау участкаларынан халыҡ өҙөлмәй. Күпселек иртән тауыш...

Тотош уҡырға 178

Бурыс – уҡыусының һәләтен үҫтереү

Бурыс – уҡыусының һәләтен үҫтереү 31.08.2018 // ---

Төпкөлдәге мәктәптәр тулыһынса юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителгән. Һуңғы йылдарҙа заман...

Тотош уҡырға 257

В Башкортостане изменили критерии оценки муниципальных чиновников

В Башкортостане изменили критерии оценки муниципальных чиновников 21.08.2018 // ---

Башҡортостанда муниципаль чиновниктарға баһа биреү критерийҙарын үҙгәрттеләр....

Тотош уҡырға 176

В Башкирии вынесен приговор по делу о пожаре в реабцентре, где погибли 12 человек

В Башкирии вынесен приговор по делу о пожаре в реабцентре, где погибли 12 человек 21.08.2018 // ---

Реабилитация үҙәгендә булған янғын тураһында енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарылды. Унда 12...

Тотош уҡырға 191

В рамках VII Этнофорума «Иҙел башы» в Белорецком районе прошел «Съезд молодежи рода Катай» («Ҡатай ырыуы йәштәренең йыйыны»).
«Единая Россия» предложила сократить стаж, дающий право на досрочную пенсию, и отменить льготные пенсии депутатам и сенаторам

«Единая Россия» предложила сократить стаж, дающий право на досрочную пенсию, и отменить льготные пенсии депутатам и сенаторам 21.08.2018 // ---

"Берҙәм Рәсәй" пенсияға ваҡытынан алда сығыу хоҡуғы биргән стажды ҡыҫҡартырға, шулай уҡ...

Тотош уҡырға 154

“Мәсьәләгә күҙ йоморға ярамай”

“Мәсьәләгә күҙ йоморға ярамай” 14.08.2018 // ---

– Нуғайҙағы юл айырсаһы проекты финанслау йәһәтенән ҡулай булырға тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов баш...

Тотош уҡырға 211

В Башкортостане на укрепление материально-технической базы школ и детских садов выделят более 1 млрд рублей

В Башкортостане на укрепление материально-технической базы школ и детских садов выделят более 1 млрд рублей 06.08.2018 // ---

По поручению Главы Башкортостана Рустэма Хамитова на укрепление материально-технической базы...

Тотош уҡырға 166

"Халыҡ контроле" ҡороттоң сифатын билдәләне
Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем руководителя МЧС России

Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем руководителя МЧС России 30.07.2018 // ---

28 июля в Доме Республики Глава Башкортостана Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем...

Тотош уҡырға 189

Минздрав Башкортостана: федеральные и региональные льготники полностью обеспечены лекарствами

Минздрав Башкортостана: федеральные и региональные льготники полностью обеспечены лекарствами 30.07.2018 // ---

Проблема с выделением лекарств для льготников в Башкортостане решена полностью. На еженедельном...

Тотош уҡырға 194

В Башкортостане планируют создать единую справочную службу по работе с обращениями граждан

В Башкортостане планируют создать единую справочную службу по работе с обращениями граждан 30.07.2018 // ---

В Башкортостане разрабатывается проект по созданию единой справочной службы органов госвласти,...

Тотош уҡырға 173