Бахыр— Уй, бахы-ы-р! Эй, Хоҙайым! Ниндәй көнгә ҡалған!
Ҡабалана-һөрһәләнә эшкә китеп барған Хәҙисә ханым магазин янында хәйер һорап ултырыусыны күргәс, үҙе лә һиҙмәҫтән ытырғанып, шулай тип ҡуйҙы. “Һуңғы арала нишләптер төшөм сыуалған һымаҡ, форсат сыҡҡанда хәйер бирәйем әле”. Хәҙисә меҫкендең алдындағы теүәтәйенә унлығын төшөргән ыңғайға уларҙың ҡараштары осрашты. Ҡатын уның саманан тыш таҙалығына берсә ғәжәпләнде, берсә йәлләне. Уй, бисара. Хәйер аҡсаһына ғына кеше шул тиклем бүҫелерҙәй булып һимерә тиме. Берәй яман сирҙән яфалана торғандыр. Тиккә генә кешенең эйәге әллә икәү, әллә өсәү булып һалынып төшмәй ул. Ана бит, бите лә ҡауын кеүек бына-бына ярылырға торған һымаҡ. Хатта башына кейгән бүрке лә лепкәһен генә ҡаплаған...
Ауырыуҙы йәлләүҙән ҡатындың сикәһе буйлап күҙ йәштәре йүгерҙе. Бигерәк нескә күңелле шул.
Ком: 1 // Уҡынылар: 20 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бал тамыҙһаң, балл өҫтәлә
Оҙаҡламай ил мәктәптәрендә шаулап-гөрләп һуңғы ҡыңғырауҙар үтәсәк. Иртәгәһенә ҡалаларҙағы урам һепереүселәргә эш етерлек буласаҡ: араҡы, һыра шешәләре, тәмәке төпсөктәренең ғәҙәттәгенән өсләтә күберәк булыуы, таң атҡансы яңғыраған шатлыҡлы һәм бик үк айныҡ булмаған ауаздар тағы ла ҙур төркөм кисәге балаларҙың өлкәндәр сафына ҡушылыуын аңғартасаҡ. Бер тәүлеккә бәйҙән ысҡынып алғас, сығарылыш класс уҡыусылары йәнә өҫтәл артына ултырып, дәреслектәренә сумасаҡ. Хәҙер инде Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырырға кәрәк. Төплө белемең булмай тороп, һәйбәт юғары уҡыу йортона инерлек балл йыйыуы ҡыйын. Илле баш умартаһы булған, улы ла ҡыҙы ла университетта уҡыған күршем генә башҡасараҡ уйлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 15 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауырыуҙарҙы күргән һайын әрней йөрәк:
Араҡыла йөҙгәндәрҙән тыуа өрәк.
Башҡорт тотоп ҡарамайса, ышанмай тип,
Шешә тотоп йөрөмәгән хәҙер һирәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 16 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үжәтлек бәләһе
Совет заманы. Төпкөлдәге ауыл. Бөтә нәмә лә бар, газ ғына юҡ. Бер заман ауылдан алыҫ түгел урында газ үткәргес торба һала башлайҙар. Әлбиттә, һәр кем үҙ йортонда “зәңгәр яғыулыҡ” булыуын теләй. Хәмиҙулла ағай эшселәр эргәһенә килә лә:
— Йәшертен генә минең йортҡа газ индерһәгеҙ, күп итеп аҡса бирәм, — ти.
— Һин нимә, ағай, нимә һорағаныңды беләһеңме?! Был бит магистраль газ үткәргес! Ундағы баҫым һинең йортоңдо йыһанға осорасаҡ!
Әммә Хәмиҙулла ағай бик үжәт кеше булып сыға. Бер аҙна буйы башын ҡатыра тегеләрҙең.
Ком: 0 // Уҡынылар: 6 тапҡыр // Тотош уҡырға
Телевизор ҡарап ултырам. Журналист бер профессор, халыҡ артисы, төрлө премиялар лауреаты менән әңгәмә ҡора. Мин был кешенең һөйләгәндәрен яҙып алдым. Һәм уны һеҙгә тәҡдим итәм.
— Мин бала саҡта, нитәләр ине теге ней апайҙар. Тәҙерәнән. Шунан алып килеп апайҙар мине нейтәләр ине, кире тәҙерәнән. Мине гел туйға нейттеләр.
Булды теге ней, беҙҙең худрук Хөсәйен Әхмәтов. Беҙ уның ҡарап тора инек теге нейһенә. Ауыҙына. Уның нейһен Алла кеүек күрә инек.
Элекке йөрөгән бағаналарҙы нейтеп, теге ҡарап китәм. Ташкентҡа барабыҙ. Теге ней Рамазан Йәнбәков менән. Ул тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 18 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ