Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Тик хаҡ һүҙҙе бер ни еңә алмай”
“Тик хаҡ һүҙҙе бер ни еңә алмай” Яңыраҡ Дүртөйлө районында атаҡлы башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 120 йыл тулыу уңайынан тантаналар уҙҙы. Мәктәп уҡыусылары, урындағы шағирҙар был сараларҙа әүҙем ҡатнашты. Башҡортостан Яҙыусылар союзының ошо төбәктә тыуған ағзаларының, уҡыусыларҙың, төбәк ижадсыларының әҫәрҙәрен һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.
Тере һүҙ

Ап-аҡ ҡарҙар яуған ап-аҡ ҡышта
Аҡ нурҙарға төрөп өй өсөн,
Шағир тыуған Әсән ауылында!
Илауында әле бар көсө.

Иркә үҫкән малай, мул тормошта, –
Эш бирмәгән ата улына.
Ошо хәлде кәмселеккә һынап,
Китап алған Бабич ҡулына.

Һәнәк-көрәк тоттормауҙың үсен
Ул китаптан алған, аң отҡан
Һәм ун биштә үҙ ҡиблаһын эҙләп,
Ҡаҙаҡ далаһына юл тотҡан.

Бында егет беләк көсөн түгел,
Эшкә еккән белем, аң көсөн.
Ҡәләм алып йырҙар ижад иткән
Халҡы өсөн, тыуған ил өсөн.

“Иламайым мин көндәрем
Һырғаҡ, һыуыҡ, һалҡын өсөн,
Илайым тик ярлы, меҫкен,
Ҡыҙғаныс халҡым өсөн”.

Тик йырҙарын уның зәһәр елдәр
Тартып алды беҙҙең телдәрҙән.
Тыуған ил тип йырҙар яҙған шағир
Дошман булды тыуған илдәргә.

Яуыз көстәр иң мөҡәддәс булған
Теләгенә уның үрелде:
Азатлыҡ һәм хаҡлыҡ эҙләне ул
Һәм шул юлда ғүмере өҙөлдө.

Ауҙы шағир тыуған иле өсөн,
Халҡы өсөн шәме һүрелде.
Тик хаҡ һүҙҙе бер ни еңә алмай:
Шағир һүҙе ҡабат терелде.
Фәниә ҒӘБИҘУЛЛИНА.



Мәңге кәрәк

Кемгә ҡөҙрәт, илаһилыҡ,
Һәр кешелә үҙенә хас.
Пәйғәмбәрҙәр әйҙәп тора:
“Бәхетеңдең ишеген ас!”
Ни ҡылһаҡ та, ғүмер бит ул
Бары — Есем, Ваҡыт, Ара.
Тормош усағында янып,
Мәңгелеккә уҙып бара.
Йыраҡлаша ҡылыс һынлы
Бабич менән беҙҙең ара.
Быуаттарға ҡалған мираҫ
Ил тәнендә булған яра...
Шағир һүҙе — йән үҙәге,
Рухыбыҙҙың заты бар бит:
Иман булып йәнгә инә
Бабич моңо, моңло Бабич.
Рәхмәт, Шағир! Беҙҙең осорға
Яҡты йөҙөн аса Бабич.
Ҡиблабыҙҙы юймаҫ өсөн
Мәңге кәрәк беҙгә Бабич!

Рафаил ХАФИЗОВ.



Һин киткәс

Бөйөк булаһыңды һиҙгәнһеңдер,
Йөрәгеңә күктән моң күскәс.
Ҡыҫҡа булды ғүмер, илдең моңо
Кәмегәндәй булды һин киткәс.
Йөрәгеңде хис ташҡыны баҫты,
Ил ғәмдәрен ихлас үҙ иткәс.
Ҡайнап сыҡҡан утлы йөрәк һүҙе,
Кәмегәндәй ерҙә һин киткәс.
Көҙҙәр һайын ҡоштар илап китә,
Йырлап ҡайта кеүек яҙ еткәс.
Көслөнөкө заман, милли моңдар
Кәмегәндәй илдә һин киткәс.
Мин ышанам, фажиғәле яҙмыш,
Булһа булһын, нуры һис һүнмәҫ.
Әләмендә Бабич рухы булған,
Йырын, моңон һаҡлар ил үлмәҫ.

Светлана ВАСИКОВА.




Онотторма

Йөрәгемдә моңом, телем,
Шиғриәтем — әйтер һүҙем.
Ҡапҡа асты сихри йыһан,
Мең-мең төҫтә балҡый үҙе.
Сал Уралым, Ағиҙелем,
Аҡ ҡылғанлы далаларҙа,
Күк ҡаялар, аҫылташтар —
Бабич рухы бар уларҙа!
Бөйөктәрҙән сыҡҡан һүҙҙә
Нур шифаһы, тылсымы бар.
Бабич йырын, моңон отҡан
Дәүерҙең дә үҙ сыңы бар.
Үлмәне ул, бөгөн бында,
Бөйөк Бабич — халҡым улы.
Заман күпкә үҙгәрһә лә,
Үҙгәрмәне халҡым юлы.
Күк ҡабағы асылғандай,
Ерең, телең, илең барҙа.
“Бабич” тиһәм, йән шатлана —
Намыҫ, сафлыҡ, мәғәнә унда.
Ҡурай моңло Шағир рухын
Онотторма, әй, Ер-Әсәм!
Туған телдә — Бабич моңо,
Туған телдә йырлай балаң.

Нәзифә РӘХМӘТУЛЛИНА.



Ауылым ғорурлығы

Бабич ағай, һинең исемең
Бөтә илгә танылған.
Һинең хаҡта шиғырҙарҙан
Китап-дәфтәрҙәр тулған.

Һинең менән ғорурлана
Тыуған илең һәм ерең.
Онотмабыҙ һис бер ҡасан,
Һиңә тоғро үҙ халҡың.

Шәйехзада — ауылым ғорурлығы,
Тап төшөрмәбеҙ һинең исемгә.
Һине иҫкә ала һайрар ҡоштар,
Яҡты эҙ ҡалдырҙың тыуған ереңә.

Барырбыҙ беҙ һинең юлдан,
Йылдар үтер, үтер ғүмерҙәр.
Ҡалҡып сығыр яңы һәйкәлдәр,
Эргәһендә үҫер ал гөлдәр.

Бөйөк шағирыбыҙ менән ғорурланам. Шиғырҙарын яратып уҡыйым. Ул мәң­ге беҙҙең күңелдә ҡаласаҡ.
Эльвира ИСХАҠОВА.

“Тик хаҡ һүҙҙе бер ни еңә алмай”




Бабичҡа хаттар

Һаумы, ҡәҙерле ауылдашым Шәйехзада!
Минең сәләмем, теләктәрем һәм әйтер һүҙҙәрем – һиңә, һин йәшәгән заманға.
Бөгөн юбилейыңды, тыуыуыңа 120 йыл тулыуҙы билдәләйбеҙ. Ғүмер һәм ижад юлың ҡыҫҡа, ҡатмарлы һәм фажиғәле булыуына ҡарамаҫтан, ялҡынлы йөрәгең һәм үҙ халҡыңа булған ҡайнар мөхәббәтең тура­һында һөйләүсе әҫәрҙәрең – беҙҙең йөрәк­тәр­ҙә. Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ!
Яҡты исемеңде һаҡлай халҡыбыҙ, ижадыңды бөгөн оло хөрмәт менән иҫкә ала.
Беҙ һин халҡыңда күрергә теләгән белем нурҙары менән нурланып, бәхетле тормошта йәшәйбеҙ. “Эй, китап” тигән шиғырыңда беҙҙе — халҡыңды — Аҡмулла сәсән кеүек, уҡыу-ғилемгә өндәйһең. Ысынлап та, китап белем сығанағы ғына түгел, ул йыуата ла, уята ла, дөрөҫ юлға баҫтыра ла ала. Һинең поэзияң яҡтылыҡҡа әйҙәй, яҡшылыҡҡа ышандыра; мөһим мәсьәләләрҙе күтәрә.
Шәйехзада, һин тормоштоң төрлө ҡаршы­лыҡтарын кисергәнһең, замандың төрлө ел-дауылдарын күргән шәхесһең, ирек, бәхет һәм азатлыҡ өсөн алһыҙ-ялһыҙ көрәшергә өндәйһең.
Башҡорт шиғриәтенә һинең ижадың ин­дергән өлөш баһалап бөткөһөҙ. Тәрән мәғә­нәле шиғырҙарың өсөн ҙур рәхмәт!

Регина НӘБИЕВА.


* * *

Һаумы, аҡ күңелле, саф йөрәкле, белемгә өндәүсе шағир, сәсән һәм ҡәҙерле ауылдашым Шәйехзада! Рәхмәт һиңә шиғырҙарың, тура һүҙең, аҡылың өсөн!
Һиңә оҡшарға тырышып, беҙ, киләсәк бы­уын, изге уйлы, шағир йөрәкле булып үҫергә ынтылабыҙ. Тыуған илебеҙҙе һинең кеүек яратырға һүҙ бирәбеҙ.
Хафаланма, башҡорт булараҡ, бөгөн абруйыбыҙ ҙур, беҙҙе һәр ерҙә хөрмәт итә­ләр. Бының өсөн дә һиңә, һинең тылсымлы, тос һүҙеңә, һинең шәхесеңә бурыс­лы­быҙҙыр, тип уйлайым.
Исемеңде халыҡ мәңге һаҡлаясаҡ.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла

Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла 24.08.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт / Аҡмулла

Ҡурсаҡ театры тамашасыларға бер юлы өс премьера әҙерләне: “Етем төлкө”, “Буратино” камера...

Тотош уҡырға 89

Икеһе лә балалар өсөн

Икеһе лә балалар өсөн 24.08.2018 // Социаль мәсьәлә / Аҡмулла

Бөрйән районында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект программаһы”на ярашлы ике...

Тотош уҡырға 290

Төмәнәктә туйҙар матур үтә

Төмәнәктә туйҙар матур үтә 24.08.2018 // Аҡмулла

Ҡайһы берәүҙәр “ауыл бөтә” тип ҡайғырғанда, Туймазы районындағы Төмәнәк ауылы халҡы дәртләнеп донъя...

Тотош уҡырға 106

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!.

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!. 24.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Хәҙер календарға күҙ һалыу менән аптырашҡа ҡалаһың, һәр көн – ниндәй ҙә булһа байрам. Ҡайһы бер...

Тотош уҡырға 93

Ике аҡҡош

Ике аҡҡош 16.08.2018 // Аҡмулла

Ике йәш йөрәк сәхнәлә табыша. Әхмәт Зәйнуллин менән Мәрхәбә Вәлишинаның уҡытыусы булып эшләй...

Тотош уҡырға 97

Урағайҙа, йөҙ йыл элек

Урағайҙа, йөҙ йыл элек 16.08.2018 // Аҡмулла

Рәсәй. Август. Ваҡиғалар....

Тотош уҡырға 97

Әҙерлек әүҙем бара

Әҙерлек әүҙем бара 10.08.2018 // Аҡмулла

Балалар яңы уҡыу йылын таҙа, төҙөк, күркәм мәктәптәрҙә ҡаршы алһын өсөн учалылар ҙур тырышлыҡ...

Тотош уҡырға 140

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...”

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...” 10.08.2018 // Аҡмулла

Шиғриәт – бер аҙ абстракт төшөнсә. Шағирҙың ижады, уның йәшәү кредоһы хаҡында телдән һөйләп аңлатыу...

Тотош уҡырға 116

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды 10.08.2018 // Аҡмулла

Уның хаҡында ижади фекерләгән, балаларын олимпиадаларға әҙерләгән уҡытыусы булараҡ яҙырғамы, әллә...

Тотош уҡырға 184

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!”

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!” 10.08.2018 // Аҡмулла

Өфөнөң Октябрь районына ҡараған Нуғай ҡасабаһында яңы төҙөлгән мәктәп әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә...

Тотош уҡырға 119

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу 10.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Уҡытыусы һөнәре элек-электән маҡтауға лайыҡ. Уның абруйы, бәҫе һәр ваҡыт юғары. Шуға күрә уҡытыусы...

Тотош уҡырға 203

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт 10.08.2018 // Аҡмулла

“iВолга-2018” Бөтә Рәсәй йәштәр форумына БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты Роман Баязитов...

Тотош уҡырға 122