“Өй эйәһе” кемде ҡытыҡлай?

21-04-2017, 03:51 // Аҡмулла // Баҫып сығарырға
“Өй эйәһе” кемде ҡытыҡлай?Һеҙ өй эйәһенең барлығына ышанаһығыҙмы? Юҡ?! Улайһа, ана Гөлбаныуҙан һорағыҙ! Килен булып төшкән көндән алып өй эйәһе үҙһенмәне уны. Иртән күҙен тырнап асыуын-аса ла, тик, ҡәһәрең, әллә ниндәй ҡара көс карауатынан ысҡындырмай ҡырталаша, елем менән йәбештереп ҡуйғандар тиерһең. Шунан күҙҙәрен көсләп тигәндәй йәнә йомдора. Улай итеп, былай итеп теге албаҫты менән көрәшеп карауатынан ҡалҡыныуға, төш мәле етә.
Ни аралалыр теге ҡара көс бөтә өйҙө ен ояһындай итте лә ҡуйҙы. Ул килгәндә көлөп торған мейес ҡарағыһыҙ ҡап-ҡара булды, тәҙрәләге пәрҙәләргә бер иле туҙан ҡунды.
Теге хәсис нәмәкәй тамам аптыратты Гөлбаныуҙы. Хәҙер инде йәш килендең үҙен генә ыҙалатыу етмәне, тотош донъяһын ҡороторға тотондо. Берҙән-бер һыйырҙары ҡаҡ һөйәккә ҡалып тәгәрәп ятып үлде. Тауыҡтары ла ҡырылды. Өйҙәге мендәрҙәр, юрғандар кейеҙләнеп, ҡаҡашып, ҡара ер кеүек булып бөттө.
Ә бер көндөмө!.. Мейесенән ҡабарып бешкән хуш еҫле әпәкәй алам тип һонолған ҡатын ҡап-ҡара торомбаштар һөйрәп сығарҙы ла йөрәген тотто:
–Уй, Аллаҡайым! Юҡ, башҡаса был енле-бапаҡлы йортта бер көн дә тороу юҡ. Китәм, китәм. – Ҡатын үҙ-үҙенә урын тапманы, үкһей-үкһей сәсен йолҡҡосланы, башын төйгөсләне, өҫтөндәге кейемен йыртҡысланы. – Ҡайҙан ғына килеп ҡаптым ошо енле, сихырлы донъяға. Хәҙер шул хәсис нәмәкәй мейестәге икмәккә лә етеште. Ана, ниндәйен иткән!
– Йәнекәйем, мин башҡаса бында бер көн дә тора алмайым, әйҙә, баш имен саҡта ҡасып ҡотолайыҡ, – тип иренә мөлдөрәп ҡараны. – Ана, күрше өлкәгә эшселәр саҡыралар икән, киттек шунда...
Ахыры, ирен күндереп, был “ен-пәрейле донъяны” ташлап ҡалаға күсеп киттеләр. Бөгөн Гөлбаныу ни хәлдә йәшәп ятҡанын белгегеҙ киләме? Улайһа, танылған яҙыусы-сатирик Венер Исхаҡовтың яңы ғына донъя күргән “Өй эйәһе” исемле юмористик хикәйәләр йыйынтығын уҡып сығығыҙ.
Венер Айҙар улын беҙ тәү сиратта тәрән мәғәнәле көлкө оҫтаһы булараҡ беләбеҙ. Сатира һәм юмор жанрында ул талымһыҙ ижад итә. Төрлө юмореска­ларының матбуғатта йыш баҫылып тороуы ошо хаҡта һөйләй. Бынан бер нисә йыл элек донъя күргән “Таяҡ” исемле сатирик хикәйәләр китабы тиҙ арала уҡыусыларҙың күңелен яулап өлгөрҙө. Йәмғиәтебеҙҙәге етешһеҙлектәрҙе шул тиклем ябай, һәр кешегә аңлайышлы итеп яҙыуы менән алдыра автор.
Яҙыусының “Өй эйәһе”н дә кинәнеп уҡып сыҡтым. Ошо китап менән уңайһыҙ хәлгә тарып та өлгөрҙөм. Өйгә ҡайтып еткәнде түҙмәй, автобуста уҡ уҡый башлағайным. Ундағы геройҙарҙың ҡылығынан “пырх” итеп көлгәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Эргәләге кешеләр миңә сәйерһенеп ҡарап ҡуйҙы. “Был егет әллә аҡылға бер ҡатлы инде?” – тип уйлағандарҙыр.
Ғөмүмән, Венер Исхаҡовтың әҫәрҙәре ҡоро күңел асыуға, ауыҙ йырыуға түгел, ә ғибрәтле хәл-ваҡиғалар аша тормоштағы мәҙәни, әхлаҡи етешһеҙлектәрҙе фашлауға ҡоролған. Кешенең холоҡ-фиғелен яҡшы белгән, халыҡ һөйләшен хикәйәләрендә уңышлы ҡулланған, һутлы тел менән яҙған замандашыбыҙ бөгөн башҡорт сатириктары араһында алдынғы сафта бара.
Яҙыусының тел байлығы, халыҡсан­лығы хаҡында үрҙә әйтелгәйне. Тағы уның хикәйәләренә көтөлмәгәнлек хас. Шуны дәлилләп, “Татыу ғүмер итегеҙ!” хикәйә­һенән миҫал килтерәйек. Зилә исемле ханым тамада булып эшләй. Төрлө юби­лейҙар, туйҙар үткәргәндә татыу йәшәргә кәрәк тип йәштәрҙе өгөтләй:
“– Һүҙ яралай, һүҙ дауалай. Өйөгөҙҙән шатлыҡлы ауаздар ғына яңғырап торһон. Һөйөшөп, ҡауышып ҡына йәшәгеҙ. Яғымлы һүҙ ғүмерҙе оҙонайта. Ғүмер бит ул усаҡ кеүек. Ул икегеҙ бер булып, уға утын һалып торғанда ғына йылына.
Берегеҙ ут булғанда, берегеҙ һыу булығыҙ. Донъя булғас, һауыт-һаба ла шалтырамай булмаҫ. Күп нәмә ҡатын-ҡыҙҙан тора. Ғәрәп илдәрендә ни өсөн айырылышыу юҡ тиһегеҙ? Сөнки унда тәртип ҡаты ҡуйылған: ҡатыны бер ваҡытта ла иренә тауыш күтәрмәй...”
Зилә ханымдың табынды ошолай матур итеп алып барғанына күптәр һоҡланып туя алмай. Теле телгә йоҡмай бит! Шуға ла тағы бер яҡындарының туйын үткәрергә уйлап, икеләнмәйенсә Зиләне саҡырырға булалар.
Алдан әйтер өсөн егет уның өйөнә бара. Өйҙә таныш ҡатындың ирешкән тауышы ишетелә:
“– Бар-бар-бар-бар! Суйын бит! Күҙемдән юғал! Бында эҙең булмаһын! Һин эшләп тапҡан кывартир түгел! Минеке! Һинең бында бер нәмәң дә юҡ!
Тауыш ҡыҙғандан-ҡыҙҙы:
– Йыбытҡы, иблис! Бар сығып кит, ялҡау, күҙемә күренәһе булма! Сәсрәп кенә китмәйһеңме шунда. Тамам толландырҙың бит, ә! Бөгөндән сәнселеп китһәң дә, ыһ та итмәҫ инем. Кеше ирҙәре, ана, ике түгел, өс урында эшләй...”
Ул арала ишектән сәстәре туҙған, йөҙө ҡорбанын йыртҡыслап ташларҙай булып, сикә тамырҙары бүртеп сыҡҡан Зилә Дамир ҡыҙы үҙе күренә.
Был хәл-ваҡиғалар бер ҙә уйлап сығарылмаған, ә тормоштан алынған. Бер төрлө һөйләп, ысынбарлыҡта киреһен эшләгән кешеләр осрай бит арабыҙҙа. Яҙыусы ана шундайҙарҙан әҫәрҙәрендә әсе итеп көлә, ҡытыҡлап, семетеп тә ала.
Венер Исхаҡов – тәбиғәте менән көлкө оҫтаһы. Ул бер ваҡытта ла бармаҡ аҫтынан һурып яҙмай. Беҙ әллә ни иғтибар итмәгән күренештәрҙән бынамын тигән юмореска ижад итеп ҡуя.
Һәр кеше йыш ҡына ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғаларға тарый бит. Бер тапҡыр Мәскәүгә командировкаға барғанда үҙем дә шундай хәлгә ҡалдым. Ҡунаҡханала, икенсе кеше менән бутап, мине бик елле бүлмәгә урынлаштырҙылар. Ашарға үҙҙәре килтереп бирә, етмәһә, уның өсөн аҡса ла алмайҙар! Бына шул хәлде Өфөгә ҡайтҡас Венер Айҙар улына һөйләгәйнем. Нимәлер яҙыр тип кем уйлаған! Күп тә үтмәне, гәзиттә “Министр була яҙҙым” тигән юмористик хикәйәһе килеп тә сыҡты. Был китапҡа ингән “Үтенес” юморескаһы ла минең менән булған хәл нигеҙендә яҙылған.
“– Туғаным, һиңә бик ҙур үтенесем бар ине. Уйланым-уйланым да һинән дә шәберәк кеше булмаҫтыр тинем…
– Ниндәйерәк йомош? – тип һораһа ла Айнур, апайҙың тел төбөн төҫмөр­ләне инде, моғайын, осрашыуға саҡы­ралыр.
– Миңә ете минутлыҡ ҡына доклад кәрәк ине, балаларҙы тәрбиәләү тема­һына. Иртәнге унға тиклем өлгөртһәгеҙ, бик шәп булыр ине...
– Ул доклад ниңә кәрәк булды һуң ҡапыл? – тип һорап ҡуйҙым.
– Үҙем өсөн булһа, аптырамаҫ та инем. “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында районда еңеп сыҡҡайным, иртәгә Өфөлә республика буйынсаһы була. Унда райондың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә кәрәк. Үҙем бер нисек тә яҙа алмайым. Былтыр беренсе урынды алған кешегә лә докладты ниндәйҙер ғалим яҙып биргән, тигәйнеләр...”
“Ҡала ситендәге ер”ҙәге ваҡиғаның да шаһитымын. Был әҫәрҙе яҙғас, Венер Исхаҡов әсе дөрөҫлөктө көлөп һүрәтләгәне өсөн бер етәксенән әрләнгәнен дә беләм...
Бәй, артығын әйтеп ташланым шикелле! Ярай, барыһын да алдан һөйләп, ҡыҙығын ебәрмәйем әле. Үҙегеҙ кинәнеп, рәхәтләнеп уҡып сығырһығыҙ был китапты. Иманым камил, үткер ҡәләм оҫтаһы Венер Исхаҡовтың “Өй эйәһе” һәр йортҡа тик яҡшы кәйеф, ихлас йылмайыу ғына алып килер.
 




Вакансия специалиста по эмиссии в Санкт Петербурге