Йөрәгемдә йәйләгеҙ һеҙ, йәнгүзәлдәр!
Бөгәсә бер хәҡиҡәтте мин аңланым.
Барсағыҙға һоҡланып мин туялманым,
Бишкә бүлдек, унға бүлдек бер алманы.
Йөрәгемдә йәйләгеҙ һеҙ, йәнгүзәлдәр!

Ҡаршы ала беҙҙе, йәйеп ҡосаҡтарын,
Илһам еле, ижад үре, таң нуры ла...
Ә шулай ҙа юлдарыбыҙ айырыла –
Кемдер уңға, кемдер һулға ҡайырыла.
Йәйләгеҙ һеҙ йөрәгемдә, йәнгүзәлдәр!

Берегеҙ бит – ярһыу ҡанлы һыбайлы ҡыҙ,
Аҡыл йыйған ил инәһе – икенсегеҙ.
Нурҙан көлтә бәйләр оҫта – өсөнсөгөҙ,
Рух һағында керпек ҡаҡмаҫ дүртенсегеҙ!
Йәйләгеҙ һеҙ йөрәгемдә, йәнгүзәлдәр!

Балҡыһын, тип, йәшәһен, тип, Башҡорт иле,
Һандуғастай һайраһын, тип, башҡорт теле,
Артһын, тиеп, тыуған ерҙең ҡото, түле,
Ең һыҙғанған, күкрәк ҡуйған һеҙ түгелме?!
Йәйләгеҙ һеҙ йөрәгемдә, йәнгүзәлдәр!

Аҡтирмәмдең бар байлығын, һый-ниғмәтен,
Аҫалы ла балаҫымдың төҫ-һиммәтен,
Ҡашмау, һаҡал, еләнемдең бәҫ-ҡиммәтен
Баһалар ҙа аңлар кеше һеҙ түгелме?!
Йөрәгемдә йәйләгеҙ һеҙ, йәнгүзәлдәр!

Күккә ашҡан тауҙар берсә, берсә дала,
Ил бәғерен бәпләп тотҡан ауыл, ҡала
Аҡылығыҙ, моңоғоҙҙан ҡеүәт ала,
Аҡтирмәмдең – йөрәгемдең – түрен биләр
Йәнгүзәлдәр!