БАТЫРЛЫҠ ӨЛГӨҺӨ

1-12-2017, 00:05 // Аҡмулла // Баҫып сығарырға
XX быуатта, революциянан һуң, илдә барған боролош йылдарында ил яҙмышын үҙ яҙмышы менән бәйләп, ул ваҡыттағы наҙан халҡыбыҙҙы, бигерәк тә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын алға, белемгә әйҙәүсе, яҡтыға саҡырыусы апайым Хәлимә Абдулла ҡыҙы Ҡорбанаева (Бейешева) тураһында әйтер һүҙем. Ҡыҙ балаларҙы бергә уҡытыуҙы үҙ мәҙрәсәләренә индергән ул һәм география, арифметика белемен биреүҙе үҙ уҡытыу ысулында ҡуллана. Шул арҡала иҫке ҡарашлы кешеләр менән уға күп көрәшергә тура килә. Хәлимә апай халҡын яҡтыға саҡыра һәм, атаһы кеүек, үҙ яҙмышын мәғарифҡа бағышлай. Тормошоноң төп маҡсатын ул үҙ халҡының балаларына ныҡлы белем биреүҙә һәм көслө милли рух тәрбиәләүҙә күрә.


Хәлимә апайҙың атаһы Абдулла Бейешев һәм әсәһе Фәғилә замандың белемле кешеләре була. Улар балаларын өйҙә уҡыталар һәм, улар­ға ныҡлы белем биреү менән бер рәттән, рухи байлыҡ та тәрбиәләйҙәр, илһөйәрҙәр итеп үҫ­те­рәләр. Хәлимәне атаһы Һаҡмар буйында урын­лашҡан Ҡабан ауылында Бағбостан абыс­тайҙың ҡыҙҙар өсөн асҡан бер йыллыҡ мөғәл­лимәләр әҙерләү курсына уҡырға индерә. 1917 йыл­да ошо курстарҙа уҡып, Хәлимә апай мөғәллимә хоҡу­ғына эйә була һәм ҡыҙҙар уҡыта башлай.
1930 йылдарҙа милли мәғарифтың яңы ғына уяна башлаған осоро. Ошо ауыр йылдарҙа Хәлимә апай хәҙерге Күгәрсен районының күп кенә мәктәптәрендә эшләй һәм 1933 йылда ғаиләһе менән Өфөгә күсеп килергә батырсы­лыҡ итә. Өфөлә ул йылдарҙа бер генә башҡорт мәктәбе лә булмай. Хәлимә апайға 17-се тулы булмаған татар урта мәктәбенә йүнәлеш бирәләр. Ләкин Хәлимә Абдулла ҡыҙы юғалып ҡалмай, ошо мәктәптә уҡыған татар балалары араһынан башҡорт балаларын йыйырға тотона. Арал, Солтанов, Чернышевский һ.б. урамдарҙа йәшәгән башҡорт ғаиләләрен таба, уларҙан үҙенә 25 бала йыя һәм татар мәктәбе эсендә Өфөлә беренсе башҡорт класы булдыра һәм ҡолас ташлап уҡыта башлай. Үҙ класы өсөн уҡыу әсбаптары, программалар төҙөй. Баш ҡалала 9-сы башҡорт мәктәбе асыуҙа ла Хәлимә Абдулла ҡыҙының өлөшө ҙур була.
Мәктәп ауыр шарттарҙа ойошторола. Уны ар­табан үҫтереү, башҡорт балаларын йәлеп итеү өсөн күп көс һалына. 1944 йылдың 25 мар­тында халыҡ комиссариаты 9-сы башҡорт мәктәбен тик башҡорт балалары өсөн мәктәп-интернат итеп үҙгәртеү тураһында ҡарар ҡабул итә. Беренсе директоры итеп Сәғиҙә Хаматнур ҡыҙы Зайлалова тәғәйенләнә. Бына шулай баш­лана бөгөнгө Р. Ғарипов исемендәге баш­ҡорт гимназияһының тарихы. Әлеге көндә ул бөтә илгә билдәле милли кадрҙар әҙерләү усағына әйләнде.
Хәлимә апай ҡабыҙған бәләкәй генә осҡон, оло бер ялҡын булып таралып, бөтә донъяны изгелек менән ялмап алды. Ошо үҙе ойоштор­ған мәғариф усағында ғүмер буйы, хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләне, республикабыҙға тоғро кадрҙар әҙерләүгә бөтә көсөн һалды. Әлбиттә, Хәлимә апайҙың бөйөк хеҙмәте, юйылмаҫ даны ул ваҡыттағы хөкүмәт тарафынан юғары баһаланды, ул Ленин ордены кавалеры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ булды, 1950 – 1954 йылдарҙа СССР-ҙың Юғары Советы депутаты итеп һайланды. Депутатлыҡ дәүерендә лә ул халҡына тоғро хеҙмәт итте һәм һайлаусылар һөйөүен яуланы. Хәлимә Ҡорбанаева (Бейешева) халҡының тоғро ҡыҙы, оло шәхес булараҡ, тарих биттә­рендә лайыҡлы урын алды. Мил­ләте алдындағы үҙе ҡуйған бурысын тулыһынса үтәне. Хәлимә апайҙың хеҙмәте – ул бөгөн дә күптәр өсөн батырлыҡ өлгөһө.

Ләлә БЕЙЕШЕВА,
БР Журналистар
союзы ағзаһы.