МИЛЛӘТЕМДЕҢ БЕР ЯПРАҒЫ БУЛЫП ЙӘШӘЙЕМ

1-12-2017, 00:05 // Аҡмулла // Баҫып сығарырға
БР Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте эшендә ҡатнашыуыма байтаҡ булып китте. Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы Мәҡсүтова алып барған тәүге ойошоу йыйылыштары ла, хөрмәтле етәксебеҙҙең хушлашыу өсөн саҡырған һуңғы ултырышы ла һәм шунда: “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары хәрәкәте йәшәргә тейеш”, – тигән һүҙҙәре лә хәтерҙә.

Һуңғы ваҡиғаға ун өс йыл үтеп киткән. Йәмғиәткә ойошҡан баш­ҡорт ҡатын-ҡыҙҙары, шөкөр, етәксе­беҙҙең һүҙен нәҙер итеп алып, ҡулынан һәм көсөнән килгәнсә эште дауам итә. “Баш­ҡортостан” гәзи­тенән хаҡлы ялға сығып, баш ҡала­нан ауылға йәшәргә күскәс тә, күңелемә һеңгән милләтемә ҡарата һөйөүем кәме­мәне, киреһенсә, халҡыма кескәй генә күңел ынтылышын еткереү йөҙөнән нимә лә булһа эшләгем килде. Етмәһә, тап шул йылдарҙа “яптимизация” ҡоторҙо; башҡорт мәктәптәре күпләп ябылды, баш­ҡорт ауылдары ташландыҡ хәлгә ҡалды. Был хәл милләтебеҙҙең ассимиляцияға бирелеүен тиҙләтә, һан яғынан кәмей барыуын көсәйтә, телебеҙҙең ҡулланыу даирәһен сикләй. Ауылдың милли мәктәптән яҙырын, туған телде юғалтырын күҙ алдына килтереүе лә ауыр.
Ошондай упҡын ҡосағында балалар баҙап ҡалмаһын, бәләкәс йө­рәктәрҙә туған телгә һөйөү ос­ҡоно һүрелмәһен тигән уй-теләк күңелем­дең иң түрендә булды. Шуға баш­ҡорт теле һәм әҙәбиә­тенән яҡшы уҡыған, ошо фәндән бәйгеләрҙә ал бирмәгән уҡыусы­ларға үҙемдең иҫәптән журналист премияһы булдырҙым. Һәүәләй урта мәктәбе директоры Наталья Әхмәтова, директор урынбаҫары, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Лена Әбдрә­фиҡова әйтеүенсә, премия биреү башҡорттар менән бергә татар, сыуаш һәм башҡа мил­ләт балаларын да дәртлән­дергән, башҡорт теле һәм әҙә­биә­тенә иғтибар ныҡ көсәй­гән. Шуға ла мәктәп уҡыусылары олимпиада, конкурс кеүек төрлө бәйгеләрҙә бик теләп ҡатнаша.
70 йәшем тулыу айҡанлы “Баш­ҡортостан ҡыҙы” журналына биргән интервьюла (2017 йыл, №2): “Борон-борондан тамырҙарым менән башҡорт тигән баһадир олонға барып тоташҡанмын. Ошо данлы, затлы олондоң мәңге йәшәүенә һут биреүсе бер япраҡ саҡлы булғым килә”, – тигәйнем. Ошо вәғәҙәмдән тайпыл­маҫыма ышанысым ҙур.

Ҡырмыҫҡалы районы,
Ибраһим ауылы.