КАМИЛДЫ КАМИЛ ҠӘҘЕР ИТЕР

1-12-2017, 00:05 // Аҡмулла // Баҫып сығарырға
2011 йылғы йыйындан һуң ҡабул ителгән Концепция һәм Устав буйынса бик күп эш башҡарылды. Республиканың рухи, мәҙәни, әхлаҡи йөҙөн сағыу билдәләгән көслө система, тупланған егәрле иләү, күп тармаҡлы мәктәп ул Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте бөгөн. Ете йыл тиерлек рәйес булыуымдан һуң мин идара ағзаларына, райондарҙағы филиалдарыбыҙ етәкселәренә, һәммәһенә халыҡтың оло рәхмәтен, шәхси изге теләктәремде әйтә алам! Артабан да Һомай доғаһы беҙгә көс, нур бирһен!

Башҡорт ҡатындары булып үткән ерҙә Нур, яҡшы дан ҡала. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары эшенә аяҡ салыу – әсәң хәтерен яманлау ул, алданма.
Йәмғиәт алып барған рухиәт эшенең һөҙөмтәләрен сәғәте-көнө менән, хатта йылы менән әйтеү мөмкин түгел, уны талап итеү аҡыл да түгел. Башҡорт ҡатындары “ил өсөн” тип, милләт әсәһе вазифаһында, үҙ ваҡыттарын аралап, бушлайға, ял итмәй, ил хаҡын гел алда ҡуйып, Инә бүре һымаҡ заман ҡар­шылыҡтарына күкрәк ярып ҡаршы сыға икән, уға һәр береһенең – олоһо, кесеһе, Ағинәйе, Аҡһаҡалы, ир-ҡатыны, дәүләт эшмәкәре, ғалимының – рәхмәттән башҡа һүҙе булмаҫҡа тейеш! Улар саҡырған эштән эс тартыр тик ҡыйыш йән... Башҡорт халҡы өсөн ҡатын-ҡыҙҙар башҡара торған эш бик күп. Әллә нисә ойошма булһа ла артыҡ булмаҫ ине. Ошо хәҡиҡәтте мәҙәни кеше, юғары Аң эйәләре аңлай. Шуға ла Республика ҡатын-ҡыҙҙар союзы менән дә берҙәм эш алып барабыҙ. “Камилды камил ҡәҙер итер”.
Ҡырмыҫҡаларҙың намаҙы – өҙлөкһөҙ килешелгән хәрәкәттә бер-береһенең аҙымын, тынын тойоп, үҙҙәренән мең тапҡыр ҙур иләү төҙөп кинәнеп йәшәү. Аҡҡош намаҙы – саф-саф булып, ҡоба­аҡҡош артынан теҙелеп, тоғро берҙәм­лектә бер-береһен һаҡлап, оло киңлек­тәр яулау... Бүре намаҙы – өйөр көсөн саҡырып олоу, тупланыу оранында маҡсатҡа етеү. Тәбиғәттә бар йән эйәһе Берҙәмлектең тиңдәше булмаған көсөн белә. Әммә кешеләргә берҙәм булыр өсөн наҙанлыҡ, эс тарлығы, ҡара көнсөллөк, тәкәбберлек тигән дошмандары ҡамасау итә. Милләткә бындай кешенең башҡорт булыуынан бер файҙаһы юҡ, ә зыяны ҙур. Шул һығым­таға килдем. Халыҡ өсөн тип үҙен күрһәтеп йөрөгән кеше тәкәббер, берҙәмлеккә ынтыла алмай, кеше хаҡы тигән аҫыл аҡылды ла тотмай, сөнки унда бөйөк Яратыу юҡ, ул бер кемде лә яратмай.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының Ил алдында намыҫы таҙа, үҙенекенә үҙе яу булманы беребеҙ! Ҡара яҡманы бер кемгә телебеҙ! Саф йөрәкле, мин-минлектән азат, Толпарҙай ҡатындар, ғалимәләр, яҙыусы-шағирәләр, илһөйәр­ҙәр фатихаһында тупланды, нығынды был ойошма. Ҡояш нисек түңәрәк һәм йомарт – унан өйрәнәбеҙ. Аҡ көндәребеҙ алда, арманыбыҙ янда булһын!

Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА,
профессор, филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры.