Нәҫер
Һине күрҙем кисә. Күкрәгеңде киреп, ҡулдарыңды иркен һелтәп, ышаныслы баҫып килә инең. Йөҙөң ҡояштай балҡыған, күңе­леңдәге нур тирә-яҡҡа һирпел­гәндәй, күҙҙәрең генә түгел, бөтә булмышың йылмайғандай.
– Ҡыуанысың оҙаҡҡа бул­һын, – тинем, шатлығыңды уртаҡ­лашып. — Аллы булдыңмы, маллы булдыңмы?
– Яҡшы һүҙ малдан арты­ғыраҡ. Бер һүҙ! Бер һүҙ әйттеләр миңә! — тинең дә йәнеңә аҙыҡ булырлыҡ балдан татлы һүҙгә ләззәтләнеп ары киттең.
Яҡшы һүҙ – йөрәккә ял бит ул, тип ҡарап ҡалдым һин киткән яҡҡа.
Зарығып көткән оҙон көн­дәреңде күҙ асып йомғансы килеп етерлек, үкенесһеҙ минутта­рыңды мәңгелек яһарлыҡ ҡеүәтле һүҙҙәр була шул кеше йөрәгендә. Бер һүҙ... Бер яҡшы һүҙ әйткәндәр һиңә. Тоҙһоҙ тойолған ашыңды тел йоторлоҡ тәмләтерҙәй, моңһоҙ тигән кө­йөңдө тыңлап туйғыһыҙ йәм­ләтерҙәй, күтәргеһеҙ ауыр йө­гөңдө һыңар ҡуллап сөйҙөрөрҙәй һүҙ әйткәндәр һиңә.
Осратҡанда яҡшы һүҙен әйтеп ҡалырға ашҡына шул изге күңелле кешеләр.
...Бөгөн күрҙем һине. Затлынан-затлы йөҙөңә һөрөм яҡ­ҡандармы ни! Йөҙөңдәге йыл­майыуҙы һыпырып алғандармы ни!
– Ни булды? Ауыр ҡайғы төштөмө башыңа, ҙур юғал­тыумы? – тинем, хәсрәтеңде бүлешергә ашығып.
– Бер һүҙ... бер һүҙ... – тинең дә башыңды түбән эйеп китеп барҙың.
Олоһомо кесегә шәфҡәт итмәне? Кесеһеме уҙаманды хөрмәтлә­мәне? Яңы тыуған аяҙ көндөң ҡояшын мәлһеҙ байытырлыҡ яман һүҙле кеше кем булды? Йәнеңә йәрәхәт һалырлыҡ, ашҡынып барған юлыңда тәрән упҡын уйҙырырлыҡ әйтелгән һүҙ ни булды? Ниндәй һүҙ ине ул? Ҡуҙҙай ялҡынды боҙҙай итерлек ул яман һүҙ ҡайҙан килеп сыҡҡан? Әҙәм йөрәгенәнме? Беләктәге быуынды, мейеләге зиһенде алырлыҡ һүҙҙәр ҙә була шул әҙәм йөрәгендә, һөйҙөрәһе урынға йәндәреңде биҙҙерерлек, шатлыҡтан һөйөнөс алам тигәндә тел асҡысын юғалтырлыҡ һүҙҙәр ҙә була шул әҙәм йөрәгендә. Көн яманы китһә лә, һүҙ яманы китмәгәнен, шул һүҙ иҫенә төшкән һайын күҙ алдына Ҡәһҡәһә затлы йән эйәһе булып баҫасағын белмәгәнме ул кеше? Яман һүҙе артынан ҡәҙерен юғалта барғанын белмәгәнме ул кеше...
Байрамдарҙа беҙ туғандарға, дуҫ-иштәргә, яҡындарға аҫылдан да аҫылдарын, яғымлынан да яғымлыларын, күңел күрке булырлыҡтарын әйтәйексе һүҙҙәрҙең. Тышта буран ҡоторһа ла, күңелдәрҙә сәскә атһын, күкте болот ҡаплаһа ла, мең-мең йондоҙ баҙлаһын.
Ә, уйлап ҡараһаң, кеше ғүмере – мәңгелек ғаләм тормошоноң керпек ҡағып алған арауығында үтеп китер мәле генә. Шуға ла ҡиммәтен белеп, һәр минутының ҡәҙерен тойоп, бер-береңде бәҫһеҙләмәй йәшәйек ғүмер тигән мөғжизәне.