Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңы үрҙәр билдәләнде
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы ҡарарына ярашлы, башҡорт википедиясылары үҙҙәренең сираттағы ҡорон үткәрҙе. Улар башҡарылған эшкә йомғаҡ яһаны, көнүҙәк бурыстарҙы ентекле тикшереп, туған телебеҙҙәге виртуаль энциклопедияны артабан үҫтереү буйынса маҡсатлы йүнәлештәр билдәләне һәм, әлбиттә, үҙҙәре араһындағы әүҙемдәрҙе ҙурланы.

Башҡорт Википедияһы бөгөн ныҡлы үҫеш юлында. Бармаҡ менән генә һанарлыҡ булған ирекмәндәрҙең бынан алдағы тиҫтә йылға яҡын үҙ иңдәренә йөкмәп килгән хәстәрҙәрен бер ниндәй эш хаҡы һорамай үҙ итеүселәр бигерәк тә һуңғы осорҙа күҙгә күренеп артты, мөхәррирҙәр сафы яңы көстәр менән тулыланды. Туған телебеҙҙе донъя кимәлендә танытыу йәһәтенән мөһим эш башҡарыусылар араһында мәктәп йәшендәгеләрҙән алып һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлаған олпат ветерандарға тиклем төрлө быуын вәкилдәренең булыуы, әлбиттә, бик тә һөйөнөслө күренеш. Викиконференцияны тәбрикләү һүҙҙәре менән ирекмәндәрҙең иң олоһо Банат апай Вәлиева-Яубаҫарова һәм иң йәше – дүртенсе класс уҡыусыһы Айҙар Сәлиховтың асып ебәреүе лә быуындар күсәгилешлеген асыҡ сағылдырҙы.
Йыл барышында башҡарылған эшкә төплө йомғаҡ яһап, Башҡорт Википедияһы хакимы Рөстәм Нурыев аныҡ күрһәткес­тәргә лә туҡталды. Уның әйтеүенсә, хә­ҙерге ваҡытта башҡорт телендәге виртуаль энциклопедия мәҡә­ләләренең һаны 41 меңгә яҡын­лаша. Былтырғы ошо осорҙа уларҙың 36 мең булғанын иҫкә төшөрһәк, үҫеш кимәле асыҡ күренә. Мәҡәлә яҙыу һәм уларҙы төҙәтеүгә килгәндә, йыл барышында 181 мөхәррир уртаса биш, 48 мөхәррир – 100, ә тағы ла әүҙемерәк 17 мөхәррир 1000 һәм унан да күберәк төҙәтеү эшләгән.
Ирекмәндәр төрлө кимәлдә ойош­то­ролған викибәйгеләрҙә лә даими ҡатнашып килә. Мәҫәлән, әле яңы ғына Азияға, шул иҫәптән Азербайжанға арналған мәҡәләләр яҙыу буйынса үткәрелгән айлыҡҡа ҡушы­лып, 24 мөхәррир баһалама ҡарамағына 209 мәҡәлә тәҡдим иткән. Сағыштырыу өсөн: былтырғы ошондай конкурста 14 кеше ҡатнашып, 107 мәҡәлә яҙған. Быйылғы викимарафон йомғаҡтары буйынса биреләсәк “Азия вәкиле” тигән исемгә тәү сиратта республикабыҙҙа билдәле Гүзәл Ситдиҡова менән Әлфиә Аҡбутина дәғүә итә.
Беларусь, Украина һәм Молдоваға арналған мәҡәләләр яҙыу буйынса “Яңы йыл Бумы” исеме менән үткән бәйгелә 17 ирекмән ҡатнашҡан һәм 150 мәҡәлә яҙған. “Кулинария марафоны”на 23 ҡат­нашыусы 248 мәҡәлә һәм 9 яҡшы сифатлы фотоһүрәт, ә Үҙәк һәм Көнсығыш Европа темаһына арналған конкурсҡа 22 ҡатна­шыусы тәржемә иткән 441 мә­ҡәләһен тәҡдим иткән. Ирек­мәндәр Башҡорт АССР-ы ойош­торолоуҙың 100 йыллыҡ юбилейына арналған һәм уртаса өсәр айлыҡ биш этаптан торған “Башҡортостан-100” викибәйгеһендә бигерәк тә юғары әүҙемлек күрһәтә. Был викимарафон былтыр башланған, быйыл уның ике этабы үткәрелгән, ҡалған икәүһе 2018 йылда ойошторолоп, дөйөм йомғаҡ иҫтәлекле дата алдынан яһаласаҡ. Әле билдәле булыуынса, конкурстың беренсе этабында 38 ирекмән 390 мәҡәлә яҙған, алты кеше республикабыҙға арналған 55 фотоһүрә­тен викимилеккә ҡуйған. Икенсе этап йомғаҡтары күрһәтеүенсә, “Башҡортостан-100” бәйгеһенә википедияның башҡа тел бүлектәре, атап әйткәндә, белорус, бүрәт, грузин, ҡырым татары, мари, украин, урыҫ, азербайжан, әрмән һәм эрзя википедия­ларының 13 мөхәррире лә дәррәү ҡушылған. Һөҙөмтәлә улар һәм беҙҙең 28 ирекмән баһалау өсөн яңы яҙылған һәм тулыландырылған 729 мәҡәлә тәҡдим иткән. Яҡташтарыбыҙҙан туғыҙ ҡатнашыусы һәм башҡа тел бүлектәренең дүрт вәкиле конкурс шарттарына ярашлы еңеүсе тип табылған. Ярыштың быйылғы йылдың сентябренән декабренәсә үткән өсөнсө этабына Яңы йыл байрамдары алдынан йомғаҡ яһаласаҡ. Күҙаллауҙар күрһәтеүенсә, унда ҡатнашҡан мөхәррир­ҙәр һаны ла, улар төҙөгән һәм тулылан­дырған мәҡәләләр һаны ла һиҙелерлек артҡан. Викибәйгенең ҡалған ике этабының да юғары әүҙемлек менән үтеүенә ойоштороусыларҙың тулы һәм ныҡлы ышанысы бар.
Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай. Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә, шулай уҡ сит илдәрҙә үткән халыҡ-ара сараларҙа йыш ҡатнаша. Мәҫәлән, Ер шарының төрлө төбәктәренән 31 марттан 2 апрелгәсә Германияның баш ҡалаһы Берлинда, август айында Канаданың Монреаль ҡалаһында, сентябрҙә Польшаның баш ҡалаһы Варшавала йыйылған википедиясыларҙы республикабыҙ вәкилдәре үҙ эштәре, шул иҫәптән Башҡортостан менән таныштырып ҡайтты. Әлбиттә, донъя кимәлендәге викиконференцияларҙа булыу беҙҙең ирекмәндәргә лә күп нәмә бирҙе.
Ҡыҫҡаһы, башҡорт википедиясы­ларының телгә алырлыҡ уңышлы эштәре, ҡаҙаныштары бихисап. Кәрәкле һәм әһәмиәтле эшегеҙҙе артабан да шулай әүҙем дауам итегеҙ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла

Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла 24.08.2018 // Аҡмулла / Әҙәбиәт

Ҡурсаҡ театры тамашасыларға бер юлы өс премьера әҙерләне: “Етем төлкө”, “Буратино” камера...

Тотош уҡырға 314

Икеһе лә балалар өсөн

Икеһе лә балалар өсөн 24.08.2018 // Социаль мәсьәлә / Аҡмулла

Бөрйән районында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект программаһы”на ярашлы ике...

Тотош уҡырға 527

Төмәнәктә туйҙар матур үтә

Төмәнәктә туйҙар матур үтә 24.08.2018 // Аҡмулла

Ҡайһы берәүҙәр “ауыл бөтә” тип ҡайғырғанда, Туймазы районындағы Төмәнәк ауылы халҡы дәртләнеп донъя...

Тотош уҡырға 269

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!.

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!. 24.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Хәҙер календарға күҙ һалыу менән аптырашҡа ҡалаһың, һәр көн – ниндәй ҙә булһа байрам. Ҡайһы бер...

Тотош уҡырға 252

Ике аҡҡош

Ике аҡҡош 16.08.2018 // Аҡмулла

Ике йәш йөрәк сәхнәлә табыша. Әхмәт Зәйнуллин менән Мәрхәбә Вәлишинаның уҡытыусы булып эшләй...

Тотош уҡырға 281

Урағайҙа, йөҙ йыл элек

Урағайҙа, йөҙ йыл элек 16.08.2018 // Аҡмулла

Рәсәй. Август. Ваҡиғалар....

Тотош уҡырға 274

Әҙерлек әүҙем бара

Әҙерлек әүҙем бара 10.08.2018 // Аҡмулла

Балалар яңы уҡыу йылын таҙа, төҙөк, күркәм мәктәптәрҙә ҡаршы алһын өсөн учалылар ҙур тырышлыҡ...

Тотош уҡырға 312

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...”

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...” 10.08.2018 // Аҡмулла

Шиғриәт – бер аҙ абстракт төшөнсә. Шағирҙың ижады, уның йәшәү кредоһы хаҡында телдән һөйләп аңлатыу...

Тотош уҡырға 303

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды 10.08.2018 // Аҡмулла

Уның хаҡында ижади фекерләгән, балаларын олимпиадаларға әҙерләгән уҡытыусы булараҡ яҙырғамы, әллә...

Тотош уҡырға 439

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!”

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!” 10.08.2018 // Аҡмулла

Өфөнөң Октябрь районына ҡараған Нуғай ҡасабаһында яңы төҙөлгән мәктәп әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә...

Тотош уҡырға 280

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу 10.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Уҡытыусы һөнәре элек-электән маҡтауға лайыҡ. Уның абруйы, бәҫе һәр ваҡыт юғары. Шуға күрә уҡытыусы...

Тотош уҡырға 545

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт 10.08.2018 // Аҡмулла

“iВолга-2018” Бөтә Рәсәй йәштәр форумына БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты Роман Баязитов...

Тотош уҡырға 282