Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » КҮП ЯҠЛЫ ТАЛАНТ ЭЙӘҺЕ
КҮП ЯҠЛЫ ТАЛАНТ ЭЙӘҺЕ2017 йыл аҙағында Өфөләге “Ағиҙел” журналы китапханаһы” нәшриәтендә талантлы яҡташыбыҙ, алдынғы уҡытыусы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, арыу белмәҫ ижадсы Миңзәлә Хәлилованың “Төштәге осрашыу” тип аталған хикәйәләр китабы донъя күрҙе. “Дим” әҙәби берекмәһендә уның менән иңгә-иң терәп күп йылдар бергә ижад иткән дуҫтары өсөн дә был ваҡиға оло асыш булды. Әлегә тиклем күптәребеҙ күҙәтеүсән тәбиғәтле, тәрән хисле оҫта шағирә тип белгән Миңзәлә Вәсил ҡыҙы бынамын тигән проза әҫәрҙәре лә ижад итә икән дәбаһа!

Йыйынтыҡҡа барлығы ун биш хикәйә ингән. Уларҙың сюжеты бик ябай ғына: ошондай уҡ хәл­дәр­ҙең һәр ауылда, һәр төбәк­тә булыуы ихтимал. Әммә көндә­лек тормоштағы тәү ҡарашҡа ваҡ ҡына күренгән осраҡты тотоп алып, уны ҡәләм осона алыу һәр кемдең дә ҡулынан килмәйҙер ул, моғайын. Иң мөһиме – яҙған­дарың башҡаларҙың иғтибарын йәлеп итерлек, уҡыусыны һүрәтләнгән хәл-ваҡиғаларҙың уртаһына өйрөлтөп алып инеп китерлек булырға ла тейеш бит әле. Был йәһәттән Миңзәләнең тәүге проза китабы, минеңсә, бик уңышлы килеп сыҡҡан. Баҫма бер тынала уҡыла, аҙаҡ та күңелдән китмәй, уйландыра, тел байлығы, образлылығы менән хәтергә инеп ҡала.
Автор һәр хикәйәһендә бөгөнгө ысынбарлыҡтың уйлы замандаш­тарыбыҙҙы борсоған кире күре­нештәренә үҙ мөнәсәбәтен белде­рә, әхлаҡи ҡиммәттәрҙең, ғаилә тәрбиәһенең ролен юғары баһа­лай, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының тыйнаҡ, баҫалҡы тәбиғәтен асып бирә. Яуызлыҡ һәм изгелек, хыянат һәм тоғролоҡ, нахаҡ һәм хаҡ кеүек мәңгелек төшөнсәләрҙе, оҙон-оҙаҡ сурытып тормайынса, геройҙарының холоҡ-ҡылығы аша күрһәтә белеүе менән дә һоҡландыра Миңзәлә Хәлилова.
Айырыуса “Юғалған моңдо эҙләгәндә”, “Ҡапҡа төбөндә... кем ул?”, “Бер ус ҡына кәнфит”, “Кө­мөш һырғалы килен” исемле хикәйәләре күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарына сиртә. Үткәндәрҙе һағыныу, киткәндәрҙе юҡһыныу, бәғзе берәүҙәрҙең миһырбан­һыҙлығына әрнеү кеүек тойғолар ирекһеҙҙән уҡыусыға ла күсә. Ғөмүмән, һәр хикәйә ниндәй ҙа булһа аныҡ хәл-ваҡиғаны тасуирлап ҡына ҡалмай, ә тирә-йүндәгеләрҙең күркәм сифаттарын күрә, донъяуи ҡиммәттәрҙе баһалай белергә өйрәтә.
Һүҙ ыңғайы шуны ла өҫтәп китәйек: Миңзәлә Хәлилованың “Төштәрҙә лә була осрашыу” исем­ле хикәйәһе “Ағиҙел” жур­на­лының былтырғы 11-се һа­нында донъя күрҙе. Рәшит Сол­тангәрәев исемендәге хикәйәләр бәйгеһенә ярашлы баҫылған ошо әҫәре менән Миңзәлә журналдың дәртләндереү призына лайыҡ булды. Ошо уңыштарына таянып, быға тиклем район халҡы ара­һында ғына түгел, республика мат­буғаты менән дә дуҫ булған, һәр кемгә шағирә сифатында танылған яҡташыбыҙҙың проза өлкәһендәге тәүге аҙымдары ла ышаныслы, өмөтлө күренә. Бай тормош тәжрибәһе, күҙәтеүсән­леге, һиҙгер аҡылы Миңзәлә Вәсил ҡыҙына артабан да яңынан-яңы ижади үрҙәр яуларға булышлыҡ итер, тип ышанабыҙ.

Гөлфирә ҒӘСКӘРОВА,
матбуғат ветераны,
Башҡортостан һәм Рәсәй
Журналистар союзы ағзаһы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла

Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла 24.08.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт / Аҡмулла

Ҡурсаҡ театры тамашасыларға бер юлы өс премьера әҙерләне: “Етем төлкө”, “Буратино” камера...

Тотош уҡырға 88

Икеһе лә балалар өсөн

Икеһе лә балалар өсөн 24.08.2018 // Социаль мәсьәлә / Аҡмулла

Бөрйән районында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект программаһы”на ярашлы ике...

Тотош уҡырға 288

Төмәнәктә туйҙар матур үтә

Төмәнәктә туйҙар матур үтә 24.08.2018 // Аҡмулла

Ҡайһы берәүҙәр “ауыл бөтә” тип ҡайғырғанда, Туймазы районындағы Төмәнәк ауылы халҡы дәртләнеп донъя...

Тотош уҡырға 106

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!.

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!. 24.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Хәҙер календарға күҙ һалыу менән аптырашҡа ҡалаһың, һәр көн – ниндәй ҙә булһа байрам. Ҡайһы бер...

Тотош уҡырға 90

Ике аҡҡош

Ике аҡҡош 16.08.2018 // Аҡмулла

Ике йәш йөрәк сәхнәлә табыша. Әхмәт Зәйнуллин менән Мәрхәбә Вәлишинаның уҡытыусы булып эшләй...

Тотош уҡырға 94

Урағайҙа, йөҙ йыл элек

Урағайҙа, йөҙ йыл элек 16.08.2018 // Аҡмулла

Рәсәй. Август. Ваҡиғалар....

Тотош уҡырға 94

Әҙерлек әүҙем бара

Әҙерлек әүҙем бара 10.08.2018 // Аҡмулла

Балалар яңы уҡыу йылын таҙа, төҙөк, күркәм мәктәптәрҙә ҡаршы алһын өсөн учалылар ҙур тырышлыҡ...

Тотош уҡырға 137

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...”

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...” 10.08.2018 // Аҡмулла

Шиғриәт – бер аҙ абстракт төшөнсә. Шағирҙың ижады, уның йәшәү кредоһы хаҡында телдән һөйләп аңлатыу...

Тотош уҡырға 115

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды 10.08.2018 // Аҡмулла

Уның хаҡында ижади фекерләгән, балаларын олимпиадаларға әҙерләгән уҡытыусы булараҡ яҙырғамы, әллә...

Тотош уҡырға 183

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!”

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!” 10.08.2018 // Аҡмулла

Өфөнөң Октябрь районына ҡараған Нуғай ҡасабаһында яңы төҙөлгән мәктәп әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә...

Тотош уҡырға 117

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу 10.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Уҡытыусы һөнәре элек-электән маҡтауға лайыҡ. Уның абруйы, бәҫе һәр ваҡыт юғары. Шуға күрә уҡытыусы...

Тотош уҡырға 201

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт 10.08.2018 // Аҡмулла

“iВолга-2018” Бөтә Рәсәй йәштәр форумына БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты Роман Баязитов...

Тотош уҡырға 119