Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды
Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңдыУның хаҡында ижади фекерләгән, балаларын олимпиадаларға әҙерләгән уҡытыусы булараҡ яҙырғамы, әллә ғүмер буйы мәғарифҡа хеҙмәт иткән яҙыусы итеп күрһәтергәме тип уйландым. Хәйер, ҡайһыһын әйтһәң дә дөрөҫ булыр ине, сөнки, боронғолар билдәләгәнсә, мәғрифәтсенең бар уңышы – уның ижади фекерендә!
Бала сағынан мәҡәләләре, шиғырҙары менән башҡорт матбуғатында Миңзәлә Байышева булып танылған йәш автор, торараҡ үҙен Дәүләкән районында ғына түгел, республикала алдынғы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп күрһәткән Башҡортостандың мәғариф отличнигы Миңзәлә Хәлилованы бөгөн беҙ бер нисә йыйынтыҡ авторы, уҡыусыларына төплө белем биргән, әҙәби премия лауреаттары итеп тәрбиәләгән мәғариф алдынғыһы тип беләбеҙ. Ул 2007 йылда Рәсәй Федерацияһының “Мәғариф” милли проектында еңеү яуланы, Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһына һәм 100 мең һумлыҡ грантына лайыҡ булды. Уҡыусылары әленән-әле, юғары уҡыу йорттарына инеп, уҡытыусыларының ышанысын аҡлап тора. 2015 йылда Миңзәлә Вәсил ҡыҙы – “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” республика конкурсында еңеп, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең аҡсалата грантына һәм дипломына лайыҡ булған мәғариф хеҙмәткәре. Ижадсының уңыштары – уның яҙған шиғырҙарында, мәҡәләләрендә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы тап уның кеүек булырға тейеш, минеңсә. Ул – өлгө! Бөгөн дә Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ мәктәбендә уҡытыуын дауам иткән Миңзәлә Вәсил ҡыҙы менән әңгәмәбеҙ уның ғүмер һабаҡтары хаҡында ла булыр.

– Миңзәлә Вәсил ҡыҙы, кешенең бала сағы уның артабанғы тормошонда бик мөһим роль уйнай, ти ғалимдар. Был хаҡта йыш әйтәләр, яҙалар, хатта әленән-әле иҫкәртеп торалар. Һеҙҙең бәләкәй сағығыҙҙың картинаһын күҙ алдына баҫтырғы килә.
– Беҙ бит бөтәбеҙ ҙә ауыл балалары. Шуға күрә минең бала сағым һүрәте, моғайын да, һиңә лә таныштыр. Ишек алды йәшел үлән... Мейес... Уның бер яғына ҡаҙан аҫылған, икенсе яғына плитә ҡуйылған. Әсәйем мейесте үҙе сығара, үҙе һылай. Яҙ һайын уны матурлап ала. Көн дә икмәк һала: бер көн – әсеһен, икенсе көн сөсөһөн бешерә. Туғыҙ бала үҫтек бит!
– Оһо!!! Ҡалай күмәк булғанһығыҙ ул. Үҙе бер йәм, үҙе бер ғаилә мәктәбе!
– Эйе, беҙ бер туғандар яҡынлыҡты, туғанлыҡты белеп үҫтек, йәшәнек. Үкенескә ҡаршы, ир туғандарыбыҙ аранан иртә китте. Әммә һәр саҡ бер-беребеҙгә таяныс булдыҡ. Әсәйебеҙ оло тойғоно мираҫ иткән. Ул – туғанлыҡ! Ғөмүмән, беҙҙең халыҡта һәр заманда ла балалар күп булған, улар бер-береһен ҡарашып, тәрбиәләшеп үҫкән. Был – үҙе бер һоҡланғыс күренеш!
– Бына шул баяғы ишек алдында тәрбиәләнгән инде ул матур тойғолар!
– Эйе, моғайын, шулайҙыр. Бер мәл шулай әсәй ҡоймаҡ ҡойорға сыҡты. Ул плитә өҫтөндә берәм-берәм ҡоймаҡты ҡойоп тора, беҙ уны ташып ашап торабыҙ. Күрше балалар ҙа беҙҙең эргәгә йыйыла. Бешеп бөтөргәнен, ҡоймаҡтың өйөлөп киткәнен көтөү юҡ, уны ана шул ҡойған сағында уҡ ташып бөтәбеҙ. Тәме лә шунда булғандыр, күрәһең. Ҡоймаҡ еҫенә йыйылған балаларҙы әсәйем үҙе лә бик яратты. 1932 йылда тыуған әсәйем – Зөбәйҙә Аллабирҙе ҡыҙы Байышева-Азаматова – ҡулыма ҡәләм алы­уымдың төп сәбәпсеһелер ҙә тим. Ҡарта­тайымды фин һуғышына алғастар, әсәйемде алты ғына айлыҡ сағында әсәһе ташлап киткән. Уны ҡәрсәһе ҡарап үҫтергән. Атаһы фин һуғышынан ҡайтҡас, уға күңеллерәк тә булып киткәндер инде. “Атайым һалдаттарҙы атышырға, шыуышырға өйрәтә торғайны”, – тип хәтерләй ине. Һыбай сабып барғанда ботаҡтарҙы сабып өҙөргә лә, ҡылыс менән эш итергә лә өйрәткән ул. “Смирно!” – тип һалдаттарҙы баҫтырып ҡуйып, шөғөлләнгәндән һуң, әсәйем уның янына барып, һыбай алдына ултырып ҡайтыр булған. Бик йылы хәтирәләр менән ошо хаҡта һөйләр ине. Һуғыштан һуң ҡартатайыма бер ҡарт ҡыҙҙы димләп, өйләндергәндәр. Әсәйемдән һуң тағы ике балаһы тыуған әле. Ҡәрсәйем үлгәс, әсәйем балалар йортонда үҫкән. Этҡол ауылында урынлашҡан булған ул. Әнүәр ағай Әсфәндиәров, Рамаҙан ағай Йәнбәковтар менән бергә тәрбиәләнгән. Ҡартатайымдың һуғышта үлеп ҡалыуы ана шулай уның яҙмышына тәьҫир итмәй ҡалмаған. Әсәйем ике класс ҡына белем алып өлгөргән.
Былтыр Шәжәрә байрамына барып, әсәйем яҡлап туғандар менән таныштыҡ. Етем үҫкәс, беҙ уның яҡындары ҡалмағандыр ҙа тип уйлай инек. Азаматовтар бик күп икән. Һәр береһе уның туғаны булып сыҡты. 1941 йылда ҡартатайым һуғышҡа киткәндә атҡа атланып, “Азамат”ты йырлай-йырлай сығып киткән, тип һөйләнеләр. Был күренеш үҙе үк халыҡтың рухи ҡеүәтен күрһәтә, минеңсә. Ҡартатайым әсәйемде атына ултыртып, оҙаҡ ҡына бергә алып барған. Аҙаҡ илай-илай ҡайттым, тип һөйләй ине әсәй. Этҡолдарҙың күбеһе ҡартатайымдың йырлап һуғышҡа китеүен, башҡаларҙың да уға ҡушылып йырлауын яҡшы хәтерләй. Әлбиттә, ҡарт-ҡоро, бала-саға, ҡатын-ҡыҙҙар илап ҡалған. Әммә “Еңеп ҡайтырбыҙ!” тигән ышаныслы һүҙҙәре һәр кемдең күңелендә өмөт уятҡан. Шуға күрә мин һәр саҡ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәр кем вәғәҙәһенә тоғро ҡалды тип иҫәпләйем, эйе, бәлки, улар тыуған яҡтарына әйләнеп тә ҡайта алмағандыр, әммә улар барыһы ла – Еңеүсе! Улар Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән!
– Ҡартатайым яу яланында ятып ҡалды, тинегеҙ...
– Беҙ 2015 йылға тиклем ул хәбәрһеҙ юғалған икән тип йәшәнек. Сөнки ошо хаҡта ҡағыҙ килгән була. Баҡтиһәң, ул Тверь ҡалаһы эргәһендәге һуғышта ҡаты яраланып, һәләк булған икән. Шунда уҡ ерләнгән. Һуңғы йылдарҙа яугирҙәрҙең исемдәре, ҡайҙа һәм нисек һәләк булыуҙары хаҡында бик күп мәғлүмәт асыҡлана. Бик изге эш башҡара ошо ғәмәл менән шөғөлләнгәндәр. Рәхмәт уларға! Дәрес ваҡытында балаларға ватансылыҡ тойғоһо хаҡында һөйләгәндә мотлаҡ Бөйөк Ватан һуғышын миҫалға килтерәм. Ә бит яугирҙәрҙе эҙләп алыҫ китәһе түгел – һәр йорттан сыҡҡан ул батырҙар!
Хәҙер беҙ ҡартатайымдың ҡайҙа ерләнгәнен дә, нисек эҙләп табырға икәнлеген дә беләбеҙ. Аллаһ насип итеп, киләһе йыл апайым менән 9 майҙа ҡартатайымдың ҡәберенә барып ҡайтырға тип торабыҙ. Әсәйем шул тиклем хыялланды уның үҙен, ахыр сиктә ҡәберен эҙләп табырға, әммә элегерәк ундай мөмкинселек юҡ ине бит. “Атайымдың ҡәберен тапһам, ҡосаҡлап ятып илар инем!..”– тигән һүҙҙәре әле лә хәтеремдә. Апайым менән әсәйҙең ҡәберенән тупраҡ алып – ҡартатайымдыҡына, ҡартатайым­дыҡынан әсәйемдекенә һалырға ниәтлә­гәнбеҙ. Йолаһы шулай бит. Ҡартата­йымдар ҡеүәтле, көслө нәҫел булған.
Әсәйем килен булып төшкәс, яҡлаусыһы булмаған, шуға ҡыйырһытыусылар ҙа табылып торған. Әммә әсәйем бала сағынан ҡайғы һурпаһын һемереп үҫкәс, бик сабыр ҙа булған. Түҙгән инде, түҙмәй нишләһен. Ун бер бала тапҡан. Икәүһе бәләкәй көйөнә үлгән. Туғыҙыбыҙ бергәләп, дуҫ булып үҫтек. Ете малайҙың бөгөн береһе лә иҫән түгел, дүрт ҡыҙ ҡалдыҡ.
– Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова һеҙҙең әсәйегеҙҙе бик моңло ҡатын булған, тип яҙғайны.
– Эйе, әсәйем бик моңло йырлай ине. Уны һандуғас тип йөрөттөләр. Ул буйға бәләкәй генә, уймаҡ ҡына иренле ине. Оҙон ҡап-ҡара толом йөрөттө. Табындарҙа һәр саҡ “Зөбәйҙә килен, йырла инде!” – тип һорап йырлаталар ине. Башҡорт халыҡ йырҙарын яратты. Ул башҡармаған йырҙы белмәйем дә мин. Шул тиклем тәрән, яҡты һағыш ҡайҙа һыйҙы икән йөрәгенә, анау хәтлем моңдо нисек йөрөттө икән күңелендә, тип һөйләшеп алабыҙ ҡыҙ туғандар менән. Ауылға ҡайтҡан һайын Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр йырсы Рамаҙан Йәнбәков әсәйемә килеп бер йыр өйрәнеп китер ине. Бер йылы ул Дәүләкән районына гастролдәр менән килде. Беҙҙә туҡталды. Ул ваҡытта ҡәйнәм Фатиха иҫән ине әле. Шунда Рамаҙан ағай уға: “Ҡоҙағый, һиңә ҡоҙағыйыңдың яратҡан йырын башҡарам. Ул шул тиклем моңло йырсы ине. Мин бик күп халыҡ йырҙарын унан өйрәндем!” – тине.
Йәнә лә әсәйем иҫ китмәле йор һүҙле, шиғри телле булды. Ҡайҙа барһа ла мине үҙе менән ала. Ялан-ҡырҙарҙы гелән бергә ҡыҙырҙыҡ. Апайым өйҙә ҡала, бала ҡарай, тамаҡҡа бешерә, ә мин гелән әсәй янында. Тауҙан тауға йөрөп сейә йыйырға яратты. Ниндәй генә хикәйәттәр, риүәйәттәр, йырҙар ишетмәнем мин әсәйемдән. Үҙе бер хазина! Атлап китеп бара, теге йәки был тауҙың исемен, яландың атамаһын аңлатып, хәбәрен һөйләп китеп бара. Кеше осраһа, уға ҡарап, тиҙ генә таҡмаҡ та сығарып ҡуя. Шул тиклем сәсән телле ине. Әсәйем – беҙҙең халыҡтың ижади күңелле бер вәкиле ул.
Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды– Бына кемдең ҡыҙы икән сәсән телле шағирә, ижади фекерле уҡытыусы Миңзәлә Хәлилова. Юҡҡа ғына Республика халыҡ ижады үҙәге ойош­торған Байыҡ Айҙар сәсән исемендәге ярышта лауреат булмағанһығыҙ! Юҡҡа ғына мәғариф йыйындарында исемегеҙҙе маҡтап телгә алмағандар!
– Рәхмәт, туғаным! Әсәйемдең ул маһирлығы беҙгә күсһә, хәтәр булыр ине! Уларҙың быуыны үҙҙәре оҫта телле сәсәндәр, халыҡ ижады өлгөләрен һаҡлаусылар ине. Улым менән декретта ултырғанда ғалим Әхмәт ағай Сөләймәнов: “Миңзәлә, һин таҡмаҡтар яҙып алып кил!” – тине. Тап шул мәл ауылға ҡайтырға тура килде һәм бер ултырғанда әсәйем миңә 200-ҙән ашыу таҡмаҡ әйтте. Яҙып та өлгөрә алмайым, әйтә лә әйтә, йырлай ҙа йырлай, һамаҡлай ҙа һамаҡлай. Ул таҡмаҡтарҙың барыһы ла халыҡ ижады йыйынтығының бер томына инеп китте.
– Ә шулай ҙа үҙегеҙҙең иң тәүге әҫәрегеҙ ҡасан яҙылды?
– Мәктәптә уҡығанда булғандыр. Уҡытыусым Фәриҙә Килмөхәмәтова һәр саҡ иншаларымды маҡтай, бөтә класҡа яңғыратып уҡый торғайны. 5-се класта уҡығанда ике туған ағайымдарға ҡунаҡҡа барҙым да, шул тиклем һағынып, тыуған ауылымды хәтерләп, Байышты юҡһынып, йылғаһы Урғаҙаны маҡтап шиғыр яҙҙым. Һағыныу тойғоһо ла кешеләрҙән шағир яһай, күрәһең. Шул мәлдән шиғыр яҙа башланым һәм һәр күңелем хисен ҡағыҙға теркәй барҙым. Сибай интернатына уҡырға барғас, күренекле яҙыусылар менән осраштыҡ. Уҡытыусыларым яҙғандарым­ды уларға ла күрһәтте. Уларҙан да хуплау һүҙҙәрен ишеткәс, журнал, гәзиттәр менән хеҙмәттәшлек итә башланым.
Ул ваҡытта беҙҙең Баймаҡта әҙәби ойошма махсус әҙәби бит тә сығара ине: “Ҡыңғырауҙар” тип аталды ул. Уны талантлы шағирә Гөллирә Исхаҡова етәкләй ине. Яҙғандарыбыҙға баһа ла бирә торғайнылар. Уларҙы мин әлегә тиклем һаҡлайым. Гөллирә апайҙың “Миңзәлә Байышеваның ижадында тыуған яғына, тыуған еренә тәрән һөйөү ярылып ята. Улар тәү уҡыуҙан иҫтә ҡала” тигән яҙыуҙарын да ҡәҙерләп һалып ҡуйғанмын. Торараҡ шағир Берйән Байымовтың да һәр саҡ ҡеүәтләп, шиғырҙарыма маҡтау һүҙҙәре әйткәне булды. Рәйес Түләк, Әхмәр Үтәбай, Рәмил Ҡолдәүләт шиғырҙары менән бергә минең яҙғандарым да баҫылды. Бер осорҙа яҙа башлағанбыҙ, күрәһең. Егеттәр юл башында уҡ үҙҙәрен ысын әҙәбиәтсе, ижадсы итеп танытты. Әле лә уларҙың яҙғандарын уҡып берсә ҡыуанам, берсә һағышланам, берсә таң ҡалам! Талант эйәләре бит һәр береһе! “Ҡыңғырауҙар” битен халыҡ та яратып, көтөп ала торғайны. Беҙгә, йәштәргә, ул ҙур этәргес булды. Торараҡ республика матбуғатында ла шиғырҙарым донъя күрә башланы. Дәүләкән еренә килен булып төшкәс, район гәзите менән дә бәйләнеш барлыҡҡа килде.
– Әйткәндәй, Баймаҡ ҡыҙы Дәүләкән ере егете менән нисек танышты икән?
– Минең бер туған апайым Дәүләкән районының Хөсәйен, Яңы Йәнбәк мәктәптәрендә практика үтте. Ҡайтыр ваҡыты еткәс, Ҡоръятмаҫ ауылында ла уҡытыуын һорағандар. Бер шулай 1 Май байрамына уның янына ҡунаҡҡа килдем. Мине лә унынсыны бөткәс, уҡытып торорға саҡырҙылар. Ул ваҡытта мәктәп директоры Хәниф Әкимбәтов ине. Ул: “Уҡырға инеп киткәндә лә еңелерәк булыр”, – тигәс, ризалаштым. Ике йыл уҡыттым. Шул арала Вәрис менән танышып киттек. Былтыр төркөмдәштәр менән осрашыуға барып, барыһын да көлдөрҙөм әле: “Минең һеҙҙең өсөн бер яңылығым да юҡ: шул бер ир менән йәшәйем, шул уҡ бер эшемдә эшләйем. Уҡырға ингәндә лә шул Вәрис ине, хәҙер ҙә шул Вәрис. Шул мәктәптә уҡыта инем, һаман да шунда эшләйем”, – тинем. Өсөнсө курста уҡығанда өйләнештек. Оҙаҡламай улыбыҙ тыуҙы. Биш айлыҡ ҡына баламды инәй алып ҡалды. Рәхмәт уға. Донъя булғас, төрлө хәлдәр була, әммә ҡәйнәм аҡыллы ҡатын булды. Бер ҡасан да ҡыҫылманы. Һүҙ әйтһә лә, һәр саҡ минең яҡлы ине, икебеҙ бер һүҙле булдыҡ.
– Ҡайҙа һуң аҡыллы инәйҙе торғоҙоп ултыртып әңгәмә эшләргә?..
– Уның һәр һүҙе төплө ине. Ҡәйнәмә бер һүҙ әйтә алмайым. Биш айлыҡ баланы алып ҡала алғанына әле лә таң ҡалам! Өҫтәүенә ул йылды ҡәйнешем үлеп ҡалды. Ҡош-ҡорт, мал-тыуар тураһында әйтеп тораһы түгел. “Ейәнем булмаһа, ҡайғыны күтәрә алмаҫ инем”, – ти торғайны. Линар улыбыҙ менән бауырын баҫҡан инде. Йәне йәннәттә булһын.
“Бер ҡулымда – бала, икенсеһе менән һөт айыртып ултырам. Бәләкәй бала етеҙ була бит: биҙрәне тартты ла, һөттө түкте. “Ҡалай шәп минең улым. Көслө икән!” тип көлдөм дә ҡуйҙым”, – тип һөйләгәне әле лә хәтерҙә. Бер ҡайтыуға улым тәҙрә төбөндә тотоноп тора, икенсе ҡайтыуға атлай башлаған. Бына шулай итеп уҡып бөттөк инде.
Төркөмдәштәрем дә һәйбәт ине, уларҙан ҡалмайым тип ситтән тороп уҡыуға күсмәнем. Улым ҙурая төшкәс, уны бергә алып киткән саҡтар ҙа булды. Ҡыҙҙар ҙа, егеттәр ҙә ярҙам итеп торҙо. Ҡайһы берҙәренең ирҙәренә тиклем магазиндан әйберҙәр алып килешеп, йомошоң юҡмы, тип һорашып, төркөмдән мине ҡалдырмай, бергә уҡып сыҡтыҡ. Төркөмдәшем, ғали­мә Әнисә Муллағолова шиғырҙа­рыма, уҡытыусы булараҡ эшмәкәр­легемә ҡарата һәр саҡ йылы һүҙле булды. Бергә уҡығандарҙан ундай мөнәсәбәт тойоу бик күңелле ул.
– Миңзәлә Вәсил ҡыҙы, һеҙ әҙәбиәткә шиғри шәлкемдәр ме­нән килеп индегеҙ. Хәҙер байтаҡ хикәйәләрегеҙ “Ағиҙел”дә, “Ватандаш”та, “Башҡортостан”да, “Шоң­ҡар”­ҙа донъя күрҙе. Айырым йыйын­тығығыҙ ҙа баҫыл­ды. Прозаға тотоноуығыҙҙың сәбәбе нимәлә?
– Шиғриәт бит ул – импульсив, хистән торған жанр. Бына яңыраҡ Баймаҡ районына ҡайтып, әсәйем­дең ҡәберенә барып, “Әсәйем сейәләре” тигән шиғыр яҙҙым:
Әсәкәйем ҡәберендә
Тамылйып бешкән сейә.
Япраҡтары наҙлап ҡына
Бармаҡтарыма тейә.
Емештәре таш өҫтөнә
Теҙелеп кенә ята.
Һәр кем белә ине шуны:
Әсәй сейә ярата.
Хоҙай ҡөҙрәте менәндер
Үҫеп сыҡҡан сейәләр.
“Балаҡайҙарым килгән!” – тип
Әсәйем һөйөнәлер.
Ҡулдарымды үбеп алды
Бер емеше үрелеп.
Әсәйемдең эргәһендә
Илауланым түгелеп.
– Ҡалай һағышлы шиғыр!
– Күңелеңдәге булғанды сыға­рып һалыу, ул шиғриәткә хас. Прозаға тормош тәжрибәһен туп­лағандан һуң тотонһаң, күпкә отошло. Проза ул оҙаҡ йылдар торған һайын таты артҡан бал төҫлө. Әйтәһе һүҙеңдең баһаһы арта. Уны яйлап ҡына, аҡрынлап ҡына һүтәһең. Етмәһә, мәктәптә эшләгән осорҙа ниндәй хәлдәр, яҙмыштар менән осрашмайһың. Улар хаҡында башҡаларға һөйләге килә. Фәһем булһын өсөн!
Тәүге йыйынтығымды – “Аҡ елкән”де – Дәүләкәндә сығарҙылар. Район гәзитенең ул ваҡыттағы баш мөхәррире Минеғәзим Мөхәмәҙиев ағай айырыуса ярҙам итте.
– Һеҙҙең уҡыусыларығыҙ республика ғына түгел, Рәсәй ярыштарында ла уңыш ҡаҙанғаны булды?
– Эйе, уҡыусыларым менән айырым бәхетлемен. Шул тиклем эшемде яратам. Уҡытыусының эшенең һөҙөмтәһе йылдар дауамында ғына беленә. Тамара Скоротникова, Эвелина Ғәләүетдинова кеүек ҡыҙҙарым белеме, ижади фекерләүе менән баһалама ағзаларын хайран иткәне булды. Тамара Рәсәй кимәлендәге әҙәби ярыштарҙа еңеп сыҡты, Р. Ураҡсина исемендәге әҙәби премия лауреаты булды. Был әле һуңғы йылдарҙағылар. Быға тиклем дә уҡыусыларым үҙҙәренең уңышы менән ҡыуандырҙы. Бик күптәр: “Миңзәлә апа, һеҙгә ҡарап уҡытыусы һөнәрен һайланыҡ!” – тигәндәре булды. Вәрис менән ике ул тәрбиәләп үҫтерҙек. Өс ейәне­беҙ бар. Әммә мин мәктәптәге һәр баланы үҙемдекеләр кеүек яҡын күрҙем.
– Уҡытыусылыҡ эше менән ижадты йәнәш алып барып буламы ул?
– Теләһәң, булалыр тип уйлайым. Уҡытыусы – ул үҙе үк ижадсы. Ул бала күңелдәренән киләсәкте ижад итә. Бигерәк тә тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының иңенә ҙур бурыс йөкмәтелгәнен һәр кем яҡшы аңларға тейеш. Кешене кеше иткән тойғо – ул изгелек, матурлыҡ, яуаплылыҡ. Бына ошолар хаҡында беҙ образдар, әҫәрҙәр, китаптар аша һөйләйбеҙ. Балаларҙың күңелендә яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа табан бер генә нур булһа ла ҡабыҙа алһаҡ, был ниндәй бәхет!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла

Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла 24.08.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт / Аҡмулла

Ҡурсаҡ театры тамашасыларға бер юлы өс премьера әҙерләне: “Етем төлкө”, “Буратино” камера...

Тотош уҡырға 168

Икеһе лә балалар өсөн

Икеһе лә балалар өсөн 24.08.2018 // Социаль мәсьәлә / Аҡмулла

Бөрйән районында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект программаһы”на ярашлы ике...

Тотош уҡырға 424

Төмәнәктә туйҙар матур үтә

Төмәнәктә туйҙар матур үтә 24.08.2018 // Аҡмулла

Ҡайһы берәүҙәр “ауыл бөтә” тип ҡайғырғанда, Туймазы районындағы Төмәнәк ауылы халҡы дәртләнеп донъя...

Тотош уҡырға 192

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!.

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!. 24.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Хәҙер календарға күҙ һалыу менән аптырашҡа ҡалаһың, һәр көн – ниндәй ҙә булһа байрам. Ҡайһы бер...

Тотош уҡырға 174

Ике аҡҡош

Ике аҡҡош 16.08.2018 // Аҡмулла

Ике йәш йөрәк сәхнәлә табыша. Әхмәт Зәйнуллин менән Мәрхәбә Вәлишинаның уҡытыусы булып эшләй...

Тотош уҡырға 189

Урағайҙа, йөҙ йыл элек

Урағайҙа, йөҙ йыл элек 16.08.2018 // Аҡмулла

Рәсәй. Август. Ваҡиғалар....

Тотош уҡырға 193

Әҙерлек әүҙем бара

Әҙерлек әүҙем бара 10.08.2018 // Аҡмулла

Балалар яңы уҡыу йылын таҙа, төҙөк, күркәм мәктәптәрҙә ҡаршы алһын өсөн учалылар ҙур тырышлыҡ...

Тотош уҡырға 226

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...”

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...” 10.08.2018 // Аҡмулла

Шиғриәт – бер аҙ абстракт төшөнсә. Шағирҙың ижады, уның йәшәү кредоһы хаҡында телдән һөйләп аңлатыу...

Тотош уҡырға 219

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!”

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!” 10.08.2018 // Аҡмулла

Өфөнөң Октябрь районына ҡараған Нуғай ҡасабаһында яңы төҙөлгән мәктәп әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә...

Тотош уҡырға 207

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу 10.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Уҡытыусы һөнәре элек-электән маҡтауға лайыҡ. Уның абруйы, бәҫе һәр ваҡыт юғары. Шуға күрә уҡытыусы...

Тотош уҡырға 378

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт 10.08.2018 // Аҡмулла

“iВолга-2018” Бөтә Рәсәй йәштәр форумына БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты Роман Баязитов...

Тотош уҡырға 201

Мәшһүр әҙип ял иткән урында

Мәшһүр әҙип ял иткән урында 13.07.2018 // Аҡмулла

Республика етәкселеге балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға һәр ваҡыт ҙур иғтибар бүлә, быйыл да ял һәм...

Тотош уҡырға 258