Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Диплом мәнфәғәте
Юмореска

Ҡорбановтарҙың ғаиләһе бына нисәнсе көн инде зыҡ ҡуба. Барыһы ла күптән, бик күптән көткән минуттар етте бит: бәпәйҙәре Илдар өҫтәлгә шап иттереп дипломын килтереп һалды:
— Ҡотлағыҙ, Илдар Ишғәлиевич бөгөндән — юғары белемле табип.
Шуға нисек шатланмаҫһың да нисек донъяһын гөрләтмәҫһең! Байрам хөрмәтенә мул табын әҙерләнде. Хатта баш ҡаланың үҙенән ҙур-ҙур ҡунаҡтар, дуҫ-иш саҡырылды.
Бөгөнгө заманда таныштарһыҙ бер аҙым да атлармын тимә. Ә дуҫтары мирауай уның. Мәктәп директоры Барый Ҡотлобаевич, теге ваҡытта осратып, “малайыңды алтынға тырыштырырға кәрәк” тимәһә, бәлки, бөгөн ошолай гөрләп ултырмаған да булырҙар ине. Яҙыусы Ғата Хәйҙәров иһә урыҫ теленән инша яҙып бирҙе.
Ә бына улының туп-тура медицина университетына барып инеүе өсөн айырыуса профессор Мөртәтовҡа рәхмәте ҙур. Әтеү тиҙәк еҫе һеңеп бөткән ферма мөдире малайын ундай-бындай урынға яҡын да юлатмаҫтар ине. Уҡырға ингәс тә алты йыл буйы күҙ-ҡолаҡ булып торҙо әле. Хәҙер кеше алама бит: әле бер, әле икенсе сәбәбен тапҡан булып, университеттан осорорға ғына торалар. Ә Илдар өскә-көскә булһа ла уҡып сыҡты, ана.
Байрам ҡыҙғандан-ҡыҙа. Ашау-эсеү мул. Икенсе генә түгел, өсөнсө эйәге һалынып төшә башлаған, бите табаҡ кеүек йәйелгән Мөртәтов тә ифрат ҡәнәғәт. Ул әле ҡаҙылығын, әле бишбармағын маҡтай-маҡтай һоғона. Унан һуң ҡаҙ һымаҡ ғоңҡолдатып ҡымыҙын һемереп ҡуя. Вәт, исмаһам, игелекте аңлай торған кешеләр! Бындайҙар менән йәшәргә була!
Ул да, үҙ сиратында, хужаларға рәхмәт әйтеп:
— Дипломыңдың мәнфәғәтен күрергә яҙһын! — тип егеттең ҡулын ҡыҫты.
— Ҡара әле, беҙҙең ауылдан да табип сығыр көн бар икән!
— Үҙебеҙҙең заттан бит ул!
Ишғәле, ҡунаҡтарҙың барыһына ла айырым-айырым рәхмәт әйтеп, бүләктәр биреп, ҡулындағы рюмкаһын кәгеп ҡуйғас, даңғыр-доңғор тауышы менән йыр һуҙып та маташты:
Ҡайҙа ла ғына барма,
дуҫ-иш кәрәк,
Ҡаршы сығып,
атың бәйләргә.
...Ҡышҡы матур көн. Дәресе булмаһа ла, Мөртәтов университетҡа ашыҡты. Сессия мәле бит. Үҙе уҡырға индерешкән бер студенттың ниндәйҙер проблемаһы бар икән. Тиҙерәк килеп етеүен үтенә.
Ҡабаланып-һөрһәләнеп, машина аҫтына инеп киткәнен дә шәйләмәне ул...
— Операцияны кем эшләне? — Наркоздан һуң иҫенә килгән профессорҙың тәүге һорауы шул булды.
— Ҡорбанов!
— Илдар Ишғәлиевичмы?
— Эйе, тап үҙе. Әллә берәй танышығыҙмы? — Шәфҡәт туташы әйләнеп ҡарағанда, профессор тағы иҫен юғалтҡайны. Уның мейеһен телеп үткән: “Былай булғас, бөттөм инде!” тигән һуңғы уйын берәү ҙә белмәне.
И. ХАҠОВ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла

Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла 24.08.2018 // Аҡмулла / Әҙәбиәт

Ҡурсаҡ театры тамашасыларға бер юлы өс премьера әҙерләне: “Етем төлкө”, “Буратино” камера...

Тотош уҡырға 396

Икеһе лә балалар өсөн

Икеһе лә балалар өсөн 24.08.2018 // Социаль мәсьәлә / Аҡмулла

Бөрйән районында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект программаһы”на ярашлы ике...

Тотош уҡырға 588

Төмәнәктә туйҙар матур үтә

Төмәнәктә туйҙар матур үтә 24.08.2018 // Аҡмулла

Ҡайһы берәүҙәр “ауыл бөтә” тип ҡайғырғанда, Туймазы районындағы Төмәнәк ауылы халҡы дәртләнеп донъя...

Тотош уҡырға 311

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!.

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!. 24.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Хәҙер календарға күҙ һалыу менән аптырашҡа ҡалаһың, һәр көн – ниндәй ҙә булһа байрам. Ҡайһы бер...

Тотош уҡырға 319

Ике аҡҡош

Ике аҡҡош 16.08.2018 // Аҡмулла

Ике йәш йөрәк сәхнәлә табыша. Әхмәт Зәйнуллин менән Мәрхәбә Вәлишинаның уҡытыусы булып эшләй...

Тотош уҡырға 334

Урағайҙа, йөҙ йыл элек

Урағайҙа, йөҙ йыл элек 16.08.2018 // Аҡмулла

Рәсәй. Август. Ваҡиғалар....

Тотош уҡырға 327

Әҙерлек әүҙем бара

Әҙерлек әүҙем бара 10.08.2018 // Аҡмулла

Балалар яңы уҡыу йылын таҙа, төҙөк, күркәм мәктәптәрҙә ҡаршы алһын өсөн учалылар ҙур тырышлыҡ...

Тотош уҡырға 367

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...”

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...” 10.08.2018 // Аҡмулла

Шиғриәт – бер аҙ абстракт төшөнсә. Шағирҙың ижады, уның йәшәү кредоһы хаҡында телдән һөйләп аңлатыу...

Тотош уҡырға 356

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды 10.08.2018 // Аҡмулла

Уның хаҡында ижади фекерләгән, балаларын олимпиадаларға әҙерләгән уҡытыусы булараҡ яҙырғамы, әллә...

Тотош уҡырға 509

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!”

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!” 10.08.2018 // Аҡмулла

Өфөнөң Октябрь районына ҡараған Нуғай ҡасабаһында яңы төҙөлгән мәктәп әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә...

Тотош уҡырға 343

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу 10.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Уҡытыусы һөнәре элек-электән маҡтауға лайыҡ. Уның абруйы, бәҫе һәр ваҡыт юғары. Шуға күрә уҡытыусы...

Тотош уҡырға 608

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт 10.08.2018 // Аҡмулла

“iВолга-2018” Бөтә Рәсәй йәштәр форумына БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты Роман Баязитов...

Тотош уҡырға 331