Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Артистар авантюраһы
Артист халҡы бик мул йәшәй, тип уйлай ҡайһы берәүҙәр. Эйе, арыу йәшәгәндәребеҙ ҙә бар, тик улар бик әҙ. Етеш тормошҡа бай фантазиябыҙ бик ныҡ ярҙам итә. Мәҫәлән, элек, СССР осоронда, беҙгә шәхси концерттар ҡуйырға рөхсәт булманы, шулай ҙа ҡасып-боҫоп, “левый” сығыштар менән аҡса эшләп ала инек.
Райондарҙа ундай тамаша күрһәтергә урындағы түрәләрҙең рөхсәте кәрәк. Ә уларҙың ризалығы булһын өсөн Мәҙәниәт министрлығы, филармония етәкселегенән документтар талап ителә. Рәсми ҡағыҙҙар булмаһа ла, үҙебеҙҙең концерттарҙы даими ойоштороп торҙоҡ.
Брежнев заманы. Генераль секретарҙың “Бәләкәй ер”, “Сиҙәм” тигән китаптары баҫылып сыҡты. Дәүләт, профсоюз, ауыл хужалыҡтарында, партия ойошмаларында, уҡыу йорттарында уларҙы өйрәнеү сәйәсәте ил буйынса башланып китте. Мин ошо китаптарҙан бер өҙөк ятланым, йәғни шәп кенә итеп тамаҡ туйҙырып йәшәр өсөн оло түрәләрҙең сәйәсәтенә яраҡлашып алдым.
Бер мәл Ырымбур өлкәһенең Әсекәй районынан бер төркөм артист менән йыйылышып, “левый” концерт ҡуйырға киттек. Райондағы партия ойошмаһының беренсе секретарына индек. Үҙебеҙҙең Башҡортостан артистары икәнебеҙҙе әйтеп биргәс, теге телефон аша мәҙәниәт бүлеге мөдирен саҡырып алды. Уныһы иһә, закон талап иткәнсә, беҙҙән документтар һораны. Беҙ Леонид Ильич Брежневтың “Сиҙәм” китабын пропагандалау маҡсатында йөрөйбөҙ, тинек. Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, тегеләр майлаған кеүек булды. Үҙҙәре беҙгә маршрут яҙып бирҙе. Улай ғына ла түгел, мәҙәниәт бүлегенең автобусын бушлай ун көнгә беҙҙең ҡарамаҡҡа тапшырып ҡуйҙылар. Шулай итеп, “Сиҙәм” китабы арҡаһында ярайһы ғына аҡса эшләп ҡайттыҡ.
Ғөмүмән, уҙған замандарҙа ла һәр йылға исем биреп, саралар уҙғарып йәшәнек. Артистар шул йылдарға бағышлап афишалар сығарҙы. Концерттың башында түрәләребеҙҙе маҡтап телгә алған булабыҙ. Профессиональ кимәлдә булмаған текстарыбыҙ аяҡ аҫтында ятҡан утын ағасы кеүек, шулай ҙа был йәһәттән беҙҙе бер кем дә тәнҡитләмәне. Хужа булған кешеләрҙең дә, беҙҙән яуаплылыҡ төшһә – еткән, тип уйлағанын яҡшы беләм.
Артабан йыл исемен биргән түрәләргә барып, һеҙҙең сәйәсәтегеҙҙе хуплайбыҙ, тип мөрәжәғәт иттек һәм ул район, ҡала башлыҡтарына, беҙҙең концерттарҙы ойошторорға ярҙам итһендәр тип, телефон йә хат аша күрһәтмә бирҙе. Ул түрәнең күрһәтмәһе беҙгә бик кәрәк, сөнки ябай халыҡ беҙҙең концерттарға үҙе теләп килмәй. Төрлө төбәктән филармония, театр артистарының, үҙешмәкәрҙәрҙең күп булыуы тамашасыны туйҙырғайны. Ә күрһәтмә алған түрәләр ябай халыҡты, концертҡа билет алмаһағыҙ, эшегеҙҙән ҡыуабыҙ, тип ҡурҡытты. Улай эшләмәҫтәр ине лә, юғарынан килгән күрһәтмә булғас, ни ҡылаһың. Шулай итеп, залдар туп-тулы булды. Кеҫәбеҙгә аҡса мул ғына инде.
Шулай буламы икән, тип ғәжәпләнәһегеҙме? Мин профессиональ сәнғәттә ҡырҡ йыл эшләйем. Юғарыла һөйләп биргән хәл гел шулай булды һәм артабан да шулай дауам итәсәк.
Оло түрәләрҙең ҡайһы бер сәйәсәтен ана шулай һалпы яҡтарына һалам ҡыҫтырып тормошҡа ашырабыҙ, халыҡҡа еткерәбеҙ.
Уҙған дәүерҙә артистар Ленин, Сталин, Брежнев образдарын уйнап һәйбәт аҡса эшләне, Ленинға дан йырлап, күптәр дәүләт премиялары алды.
Юнир САЛАУАТОВ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла

Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла 24.08.2018 // Аҡмулла / Әҙәбиәт

Ҡурсаҡ театры тамашасыларға бер юлы өс премьера әҙерләне: “Етем төлкө”, “Буратино” камера...

Тотош уҡырға 396

Икеһе лә балалар өсөн

Икеһе лә балалар өсөн 24.08.2018 // Социаль мәсьәлә / Аҡмулла

Бөрйән районында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект программаһы”на ярашлы ике...

Тотош уҡырға 588

Төмәнәктә туйҙар матур үтә

Төмәнәктә туйҙар матур үтә 24.08.2018 // Аҡмулла

Ҡайһы берәүҙәр “ауыл бөтә” тип ҡайғырғанда, Туймазы районындағы Төмәнәк ауылы халҡы дәртләнеп донъя...

Тотош уҡырға 311

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!.

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!. 24.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Хәҙер календарға күҙ һалыу менән аптырашҡа ҡалаһың, һәр көн – ниндәй ҙә булһа байрам. Ҡайһы бер...

Тотош уҡырға 319

Ике аҡҡош

Ике аҡҡош 16.08.2018 // Аҡмулла

Ике йәш йөрәк сәхнәлә табыша. Әхмәт Зәйнуллин менән Мәрхәбә Вәлишинаның уҡытыусы булып эшләй...

Тотош уҡырға 334

Урағайҙа, йөҙ йыл элек

Урағайҙа, йөҙ йыл элек 16.08.2018 // Аҡмулла

Рәсәй. Август. Ваҡиғалар....

Тотош уҡырға 327

Әҙерлек әүҙем бара

Әҙерлек әүҙем бара 10.08.2018 // Аҡмулла

Балалар яңы уҡыу йылын таҙа, төҙөк, күркәм мәктәптәрҙә ҡаршы алһын өсөн учалылар ҙур тырышлыҡ...

Тотош уҡырға 367

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...”

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...” 10.08.2018 // Аҡмулла

Шиғриәт – бер аҙ абстракт төшөнсә. Шағирҙың ижады, уның йәшәү кредоһы хаҡында телдән һөйләп аңлатыу...

Тотош уҡырға 356

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды 10.08.2018 // Аҡмулла

Уның хаҡында ижади фекерләгән, балаларын олимпиадаларға әҙерләгән уҡытыусы булараҡ яҙырғамы, әллә...

Тотош уҡырға 509

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!”

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!” 10.08.2018 // Аҡмулла

Өфөнөң Октябрь районына ҡараған Нуғай ҡасабаһында яңы төҙөлгән мәктәп әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә...

Тотош уҡырға 343

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу 10.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Уҡытыусы һөнәре элек-электән маҡтауға лайыҡ. Уның абруйы, бәҫе һәр ваҡыт юғары. Шуға күрә уҡытыусы...

Тотош уҡырға 608

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт 10.08.2018 // Аҡмулла

“iВолга-2018” Бөтә Рәсәй йәштәр форумына БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты Роман Баязитов...

Тотош уҡырға 331