Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡарҙар ирей, һыу таша, бөтөн донъяны баҫа
Ҡарҙар ирей, һыу таша, бөтөн донъяны баҫаКөтмәгәндә һыу баҫып, малын, ҡош-ҡортон, йорт йыһазын, йәғни оҙаҡ йылдар йыйған тотош донъяһын юғалтҡан ауыл халҡының ниндәй ауыр хәлдә ҡалыуын үҙҙәре генә белә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларға үҙ көсөнә генә ышанырға ҡала.

Үҙәк телевидение бите сыйылған Рәсәй малайы хаҡында ай буйы ҡыҙғаныс сюжеттар бирергә мөмкин, әгәр ҙә уны Америка ғаиләһе тәрбиәгә алһа, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта ул үҙебеҙҙәге меңәрләгән баланың аяныслыраҡ яҙмышҡа дусар булыуын күрмәй. Ярлы Африка, Азия илдәренең миллиардтарса доллар бурысын ғәмәлдән сығарабыҙ, ҡеүәтле самолеттарға, караптарға тейәп, меңәр тонна гуманитар ярҙам оҙатабыҙ, ә үҙебеҙҙең халыҡ зыян күрһә, артыҡ аҡса юҡ, беҙҙә бит оптималләштереү бара! Ташҡынға бәйле мәҡәләләр һәм телевидениелағы сюжеттар бер төрлөлөгө менән аптырата. “Халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыла”, “кәңәшмәләр үткәрелә” икән дә баһа. Ҡайһылай “шәп”!
Башҡортостанда ла яҙғы ташҡын байтаҡ бәлә килтерҙе. Өҫтәүенә һыу аҫтында ҡалған йорттарҙың күбеһе страховкаланмаған. Ошоға бәйле бер гәзит уҡыусыбыҙҙың мажаралары хәтергә төшә. Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендәге йортон страховкаларға тырышыуы бушҡа ғына була уның.
— Нижегородканы һыу баҫа бит, юҡҡа йөрөмәгеҙ, — тип кире бора махсус фирма вәкилдәре.
Баҡһаң, һыу баҫыуҙан страховкалау өсөн йортоң Өфөнөң үҙендә, йәғни тау башында булырға тейеш икән. Тимәк, бөтөн донъяны һыу баҫҡан осраҡта ғына (Өфө диңгеҙ кимәленән 104 метр бейеклектә урынлашҡан) страховкалаусылар ярҙам вәғәҙә итә! Остап Бендер вариҫтары аҡсаһын бер ҙә һыуға һалмай.
Беҙҙекеләр мах бирмәй

Хрущев халыҡ алдында сығыш яһай икән.
— Бер нисә йылдан беҙ бик шәп йәшәй башлаясаҡбыҙ! — тип белдерә ил башлығы.
— Ә беҙ? — тип бер тауыштан һорай тыңлаусылар.
Етәкселәрҙең үҙ донъяһында йәшәүенә, ә ябай халыҡтың үҙ ҡаҙанында ҡайнауына күнегеп тә бөткәнбеҙ. Шулай ҙа түрәләрҙең иҫ киткес шәп йәшәүенә хайран ҡалаһың. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Игорь Шуваловтың 2012 йылдағы килеме 226 миллион һум тәшкил иткән. Шуныһы ҡыҙыҡ: уның ҡатыны, йорт хужабикәһе Ольга Викторовнаның килеме лә ошо тиклем. Өйҙә ултырыу ҡасандан бирле шул тиклем табышлыға әйләнде һуң? Бына, мәҫәлән, минең ҡатын да өйҙә ултыра, байығанын һис тә тоймайым. Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Юрий Трутневтың килеме лә шул сама — 210 миллион һум. Улар фонында етәкселәре — Президент менән Премьер-министр — үтә ярлы күренә: Путиндың да, Медведевтың да йыллыҡ килемдәре 6 миллион һумға етеңкерәмәй.
Өлкән быуын яҡшы хәтерләй: СССР заманында Америка халҡын ихлас йәлләй торғайныҡ. Йәнәһе, унда ил кимәлендә етәкселеккә дәғүә итер өсөн миллионер булырға кәрәк. Ғорурланырға мөмкин, Американы был йәһәттән дә ҡыуып еттек бит. Хәҙер бүстәк кенә икенсе аҙым яһайһы ҡалды — бөтөн ил менән Америка халҡы кеүек эш хаҡы алыу. Әле Рәсәйҙә уртаса эш хаҡы 27 мең һум иҫәпләнһә, АҠШ-та — 4300 доллар (130 мең һум самаһы).



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Илдан ағайың
    Илдан ағайың от 19.04.2013, 14:12
    Елле мәҡәлә ! Ҡыҫҡа, аңлайышлы һәм дөп - дөрөҫ ! Тик ошо мәҡәлә буйынса берәй түрә ( президент, ярҙамсыһы һ.б.) аңлатма ла бирһә, үәт шәп булыр ине. Урыҫсаға тәржемә итеп, Путинға, Шуваловҡа,Трутневҡа, Барак Обамаға ебәреп ҡарайһығыҙмы әллә ?






Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла

Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла 24.08.2018 // Аҡмулла / Әҙәбиәт

Ҡурсаҡ театры тамашасыларға бер юлы өс премьера әҙерләне: “Етем төлкө”, “Буратино” камера...

Тотош уҡырға 317

Икеһе лә балалар өсөн

Икеһе лә балалар өсөн 24.08.2018 // Социаль мәсьәлә / Аҡмулла

Бөрйән районында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект программаһы”на ярашлы ике...

Тотош уҡырға 528

Төмәнәктә туйҙар матур үтә

Төмәнәктә туйҙар матур үтә 24.08.2018 // Аҡмулла

Ҡайһы берәүҙәр “ауыл бөтә” тип ҡайғырғанда, Туймазы районындағы Төмәнәк ауылы халҡы дәртләнеп донъя...

Тотош уҡырға 269

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!.

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!. 24.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Хәҙер календарға күҙ һалыу менән аптырашҡа ҡалаһың, һәр көн – ниндәй ҙә булһа байрам. Ҡайһы бер...

Тотош уҡырға 254

Ике аҡҡош

Ике аҡҡош 16.08.2018 // Аҡмулла

Ике йәш йөрәк сәхнәлә табыша. Әхмәт Зәйнуллин менән Мәрхәбә Вәлишинаның уҡытыусы булып эшләй...

Тотош уҡырға 282

Урағайҙа, йөҙ йыл элек

Урағайҙа, йөҙ йыл элек 16.08.2018 // Аҡмулла

Рәсәй. Август. Ваҡиғалар....

Тотош уҡырға 277

Әҙерлек әүҙем бара

Әҙерлек әүҙем бара 10.08.2018 // Аҡмулла

Балалар яңы уҡыу йылын таҙа, төҙөк, күркәм мәктәптәрҙә ҡаршы алһын өсөн учалылар ҙур тырышлыҡ...

Тотош уҡырға 314

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...”

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...” 10.08.2018 // Аҡмулла

Шиғриәт – бер аҙ абстракт төшөнсә. Шағирҙың ижады, уның йәшәү кредоһы хаҡында телдән һөйләп аңлатыу...

Тотош уҡырға 306

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды 10.08.2018 // Аҡмулла

Уның хаҡында ижади фекерләгән, балаларын олимпиадаларға әҙерләгән уҡытыусы булараҡ яҙырғамы, әллә...

Тотош уҡырға 442

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!”

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!” 10.08.2018 // Аҡмулла

Өфөнөң Октябрь районына ҡараған Нуғай ҡасабаһында яңы төҙөлгән мәктәп әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә...

Тотош уҡырға 282

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу 10.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Уҡытыусы һөнәре элек-электән маҡтауға лайыҡ. Уның абруйы, бәҫе һәр ваҡыт юғары. Шуға күрә уҡытыусы...

Тотош уҡырға 547

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт 10.08.2018 // Аҡмулла

“iВолга-2018” Бөтә Рәсәй йәштәр форумына БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты Роман Баязитов...

Тотош уҡырға 282