Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Фани донъяға иҫе китмәне
Фани донъяға иҫе китмәне2005 йылда көньяҡ-көнбайыш Азияла булып үткән Цунами ваҡиғаһын иҫләүселәр барҙыр. Ул саҡта ҡайһы бер баҫмаларҙа: «Шри-Ланка һәм көньяҡ-көнбайыш Азиялағы башҡа дәүләттәргә ябырылған Цунами тулҡындарына Аллаһ үҙенең исемен яҙҙы», — тип хәбәр иттеләр.

Коломболағы Ислам тикшеренеү үҙәге етәксеһе Мөхәммәд Фәйзин 26 декабрҙә сәғәт ун тулып егерме минут үткәс, Digital Globe Quickbird Ер юлдашы төшөргән фотоһүрәтте быға дәлил итеп килтерә. Икенсе бер ғалим да: «Ҡөрьән кешеләргә ут йәки һыу менән яза ебәреләсәге тураһында хәбәр итә», — тип шул афәтте телгә ала. Ысынлап та, Хаҡ Тәғәлә ҡушҡандарҙан тайпылыуҙары, боҙоҡлоҡто арттырыуҙары арҡаһында һәләк булған халыҡтар һәм ҡалалар тураһында Ҡөрьән сүрәләрендә асыҡ әйтелә. Былар барыһы ла ахырызаман кешеләренә иҫкәртеү.
Аллаһы Тәғәлә тыйған әмерҙәр байтаҡ. Шуларҙың береһенә генә туҡталмаҡсыбыҙ. Әйтәйек, бурлыҡ мосолман халыҡтарында ныҡ таралмағайны. Ләкин алама ғәҙәт сир һымаҡ тиҙ йоға. Приватизация һәм башҡа «ция»лар илебеҙгә ыңғай күренештәр менән бергә кире төшөнсәләрҙе лә алып килде. Дөрөҫ, ҡаҙна малына ҡул һуҙыу элек тә булған, ләкин тап ошо осорҙа ул ныҡ тамыр йәйҙе. Илебеҙҙә коррупция хатта ғәҙәти һүҙ кеүек ҡабул ителә башланы. Власҡа үрләү кемдәрҙер өсөн халыҡ ҡаҙнаһын үҙе теләгәнсә файҙалана алыу мөмкинлеге һымаҡ ҡабул ителде. Юғарыға ынтылыу бәғзеләргә үҙ кеҫәһен ҡалынайтыу өсөн ирек алыу ине. Ундай мөмкинлеккә эйә булмағандар «тормош рәхәтлеге, бәхет шулай икән» тип тегеләренә көнләшеү менән ҡараны. Ни өсөн ата-бабаларыбыҙ бындай шөғөлгә бармаған һуң? Ер-һыу, тел тип яу сапҡан, ҡан ҡойған, Себер киткән… Әллә улар рәхәтлекте аңлап еткермәгәнме? Хатта улар һаҡлаған, ҡайнар ҡандары тамған ерҙәр, изгеләштергән урындар арзан хаҡҡа ғына һатыла, ә халҡы был турала белмәй ҙә ҡала... Торатау ваҡиғаһы шуның бер юғары нөктәһе булманымы ни?! Ул — киләсәк быуын өсөн ғибрәт һәм һабаҡ! Етмәһә, шунда тантаналы шарттарҙа Салауат көндәре уҙыуы… Уйлай китһәң, башҡа һыймаҫлыҡ.
Бер төрлө һөйләп, киреһен эшләү — шайтан ҡушҡанса йәшәү. Ул йоҡламай, уяу һәм кешелекте хаҡ юлдан яҙҙырыу өсөн ниҙәр генә файҙаланмай! Ахыр, имандан яҙған кеше анһат юл менән байыуҙы, әлбиттә, оҫталыҡ тип ҡабул итә башлай. Байлыҡ яратыу, муллыҡҡа ынтылыу әҙәм балаһына тыумыштан бирелгән, ләкин ул кешенең нәфсеһен һынау өсөн бит. Урлашыу, бурлыҡ — Аллаһы Тәғәлә тыйған ҡаты әмер. Һәр ҡылған ғәмәл өсөн хисап бирергә тура киләсәген уйламаймы бындай ҡомһоҙҙар? Бәлки, улар ҡотолоп ҡалырына өмөт итәлер? Нисек итеп? Әллә харам юл менән туплаған болдарын мохтаждарға таратып бирергә йыйыналармы? Китапта әйтелгәнсә, Хисап көнө барыбер киләсәк. Бөтәһе лә Аллаһ ҡушҡанды үтәй алыуы, Аллаһты яратыуы һәм унан ҡурҡыуы аша баһаланасаҡ. Ошоно белә тороп та, ҡайһы берәүҙәрҙе кеше хаҡына ҡул һуҙырға, харам мал йыйырға нимә мәжбүр итә һуң? Шәреҡтә талап ҡаты, хатта бурҙың ҡулын ҡырҡыуға тиклем яза бирәләр. Ҡаҙнаны юҡ итеүселәр тураһында нимә әйтергә була? Власть – һынау. Уны ни өсөн кемдер үтәй ала, икенсеһе тулыһынса нәфсе ҡолона әүерелә? Бер танышым: “Юғары урын биләһәм, нимә эшләр инем икән, юҡ, ундай һынауҙы үтеп булмайҙыр”, — тигәйне. Үҙеңә ышанмауҙан, әллә ғөмүмән, ғәҙеллеккә ышанмауҙан тыуамы бындай фекер? Кибеттән икмәк йәки колбаса урлаған кешене тотһалар, хөкөмдө йәһәт кенә сығаралар. Ә бына юғары структураларҙағы коррупцияны юҡ итеү, ниндәйҙер һөҙөмтәләргә өлгәшеү… Ата-бабаларҙы ошондай ҡомһоҙлоҡтан, кеше өлөшөнә инеүҙән нимә тотоп торған һуң? Иман, әлбиттә. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең йәшәү рәүеше, сөннәте үрнәк булған. Бөгөн дә иман юлына ынтылғандар, нәфсеһен тыя белгәндәр бар. Тәҡдим ителәсәк яҙмала кешелектең юғары өлгөһө Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ғүмер юлындағы ҡайһы бер ваҡиғалар ғына телгә алына. Күҙ йәштәреләй саф (бер үк ваҡытта әсе лә, татлы ла) намыҫ — әҙәм балаһының иң оло зиннәте. Кешелектең лидеры Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тормошо хаҡ юл эҙләгән ҡайһы берәүҙәр өсөн һабаҡ һәм уйланыу, киләсәк өсөн иҫкәртеү һәм йәшәү өлгөһө булһын. Был яҙма шул маҡсатта әҙерләнде.

Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тәҡүәлеге һәм иман ныҡлығы

Аллаһтың Рәсүле Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тормошо бөтөн иманлыларҙан иманлы булыуы менән айырылып тора. Иман ҡеүәте һәм тәҡүәлек шул тиклем ныҡ, аҙ ғына шик тыуырҙай нәмәнән дә ул тыйылған. Бындай юғары сифатҡа эйә кешене хатта табыуы ла мөмкин түгел. Пәйғәмбәр барлыҡ эш-ғәмәлен тик иман нигеҙендә ойошторған. Хаҡ Тәғәлә алдында тәҡүәлеге көслө булыу арҡаһында хатта йөрәге бына-бына туҡталырға әҙер торған; шул тиклем нескә күңелле, тәьҫирләнеүсән кеше, күҙенән йәш ҡойолмаған, бөтә тәне ҡалтыранмаған сағы ла һирәк булған. Тулҡынланған сағында ул — диңгеҙгә, тыныслыҡта океанға бәрәбәр.
Ә был донъяны артыҡ яратҡан һәм гонаһ ҡылыу кейемен кейеп ҡарарға сирҡанмаған хәҙерге әҙәмдәр өсөн бөтөн ғүмерен ошондай тәҡүәлек һәм иман менән үткәреүсе бындай кеше, әлбиттә, үҙ-үҙен алдаусы булып күренә, шул арҡала хәҡиҡәтте һанға һуҡмаҫҡа маташыусылар барлыҡҡа килде. Ләкин Аллаһ үҙенең Рәсүлен шул тиклем оло юғарылыҡҡа күтәрҙе, ер өҫтөндә ҡараларға маташыусыларҙың тауышы уға барып етмәйәсәк. Шулай булғас, бысраҡлыҡтары нисек уға тейһен ти инде? Мөхәммәт пәйғәмбәр — иман, намыҫ, сафлыҡ, тәҡүәлек өлгөһө, эшмәкәрлегенең хаҡлығы шул тиклем бөйөк, берәү ҙә һәм бер нимә лә уны яҙыҡ эшкә яҡын килтерә алмаған.

Ә хәҙер күк юғарылығынан уның күңел тәрәнлегенә күҙ һалып ҡарайыҡ


Бөтәһенән элек, уның иман ныҡлығы – бындай кешегә бөтөн донъяны бирһәң дә, ҡыуанмаясаҡ. Әгәр ҙә бөтөн донъя уның ҡулынан китһә лә, ул ҡайғырмаясаҡ. Тәҡүәлек, иман ҡеүәте Рәсүлдә иң юғары бейеклектә ине. Бөтөн донъя уның ҡулында булған хәлдә лә, Рәсүл быға бер арпа бөртөгө тапҡан ише генә ҡыуаныс кисерер ине. Ҡапыл бар донъя ҡулынан ысҡынһа, быға ла ул ни бары бер арпа бөртөгөн юғалтҡан ише генә көйөнөр ине. Фани донъяны йөрәге менән бына шулай ғына ҡабул итте. Әммә донъяны һис кенә лә кире ҡағыу түгел, сөнки ул дөрөҫ йәшәүҙең иң хәйерле, иң аҡыллы юлдарын күрһәтте. Шуға ла, был донъяны бөтөнләй инҡар итте, тип уйлау дөрөҫ түгел, сөнки ул кешеләрҙе йәшәүгә, тормошҡа дәртләндерҙе. Бының асыҡ дәлиле: Аллаһ рәсүле нигеҙләгән Ислам дәүләте ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә иң бай һәм иң ҡеүәтлегә әүерелде. Көнбайыштың бер аҡыл эйәһе әйтмешләй, һуңынан Аллаһ Рәсүле нигеҙләгән ошо бер дәүләттән үҙҙәренең бөйөклөгө менән империяларға тиң егерме биш яңы дәүләт барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, Бөйөк Осман империяһы шуларҙың береһе генә.
Аллаһ Рәсүле яҡты пәйғәмбәрлек юлына баҫҡандан һуң да, бар донъя бөтә матурлығында һәм хозурлығында уның аяҡ аҫтына түшәлгәндә лә, үҙенә бер тапҡыр ҙа хыянат итмәне. Был донъянан киткән сағында хатта тыуған саҡта мираҫ менән бирелгән мөлкәте лә юҡ ине, сөнки барлыҡ нәмәһен ул фәҡирҙәргә таратты. Вафатынан һуң ҡалғандарына иғтибар итегеҙ – бер нисә кәзә һәм ҡатындары йәшәгән бәләкәй генә бүлмәләр. Ошо бүлмәләр ҙә йәмғиәттеке ине. Ҡатындары вафатынан һуң бүлмәләр мәсеткә бирелде. Күреүселәр уларҙың мәсет мөйөшөндә бик бәләкәй генә урын биләгәнен һөйләй.

Рәсүл иҙәндәге һалам түшәктә йоҡлап йөрөнө

Бер мәл Аллаһ Рәсүлен күрергә тип, Fүмәр хәҙрәт килә. Пәйғәмбәр һалам түшәктә ята, ә яңағында түшәктең һырҙары ҡалған. Бүлмәнең бер мөйөшөндә — эшкәртелгән тиреләр, икенсеһендә бер нисә ус арпа һалынған һауыт тора. Был хәлде күргән Fүмәр хәҙрәттең күҙенән йәш бәреп сыға. Аллаһ Рәсүле уның ни өсөн илауын һорай. Fүмәр: «Эй, Аллаһ Рәсүле! Был мәлдә хосрой (батша) һәм цезарь һарайҙарында мамыҡ яҫтыҡта йоҡлай, был донъя һинең өсөн яратылған булыуға ҡарамаҫтан, һин кипкән һалам түшәктә ятаһың, ул яңағыңа һыр һалған. Шул хәлгә нисек иламайһың?» — ти. Шул саҡта Аллаһ Рәсүле Fүмәргә: «Эй, Fүмәр! Һин был донъя уларҙыҡы булыуын, ә беҙгә мәңгелек донъя насип булыуын теләмәйһеңме ни?» — ти. Икенсе хәҙистә яуабы ошолайыраҡ яңғырай: «Был фани донъяла эшем юҡ. Мин ағас күләгәһенә килеп ултырған һәм тиҙҙән үҙ юлын дауам итергә тейешле юлсы бәрәбәрендәмен…»
Ул был донъяға рәсүллеген атҡарыр өсөн килде. Кешеләрҙең фекеренә һәм хис-тойғоһона тере һулыш өҫтәне. Рәсүллеген үтәгәндән һуң фанилыҡты ташлап китергә тейеш ине. Был донъя менән бер нисек тә бәйләнмәгән кешенең ниндәйҙер шәһүәләргә, алдатҡыс-әүрәткестәргә ҡыҙығыуы — бөтөнләй мөмкин булмаған хәл. Төп хәҡиҡәт шунда, Пәйғәмбәр бер ҡасан да фани донъяның шәһүәләренә алданманы, рәсүллегенән тайпылманы.

Саҙаҡа мәсьәләһенә ҡағылышлы мөнәсәбәте

Кис ятты, ләкин таңға тиклем йоҡоға китә алманы, тулғанды, ауыр көрһөндө. Иртәнсәк ҡатыны һораны: «Эй, Аллаһтың Рәсүле! Төнөн бик тынғыһыҙландығыҙ. Нимә һеҙҙе тыныслыҡтан яҙҙырҙы?» Ә уның яуабы бына шулай: «Түшәк йәйгән саҡта бер хөрмә табып алғайным, шуны ашаным. Аҙаҡ өйҙә саҙаҡаға һәм зәкәткә тигән хөрмә барлығы иҫемә төштө. Әгәр ҙә шул хөрмәләрҙең береһен ҡапҡан булһам! Таң атҡансы ошо турала уйлап ғазапландым, шуға йоҡлай алманым».
Саҙаҡаға һәм зәкәткә тигән ризыҡ уның өсөн харам була, ләкин был хөрмәнең уға бүләк итеп бирелеүе лә ихтимал бит. Шулай булыуына шик юҡ, сөнки саҙаҡаға тигән ризыҡты бында төнгә тиклем ҡалдырмағандар, уларҙы килтереү менән шунда уҡ таратырға ашыҡҡандар. Ауыҙға алған бер ризығы өсөн шундай хафа, икеләнеү аша ут йотҡан һәм бөтөн ғүмерен ошолай үткәргән кешенең ниндәйҙер яҙыҡлыҡҡа барыуы мөмкинме? Шөбһәләнеп, харам ҡылыуҙан ҡурҡып, унан һаҡланып йәшәгән, хатта аҙ ғына шик тыуҙырырҙай эш менән күңеленә күләгә төшөрмәгән. Бындай көслө ихтыяр гонаһҡа барамы? Юҡ, ул бер ҡасан да ҡыҙыҡтырғыстарға әүрәмәне, йәненә бер ниндәй ҙә харам эш, гонаһ өсөн юл күрһәтмәне. Уның рухы һәм ихтыяры һәр саҡ юғары дәрәжәлә саф, таҙа, пак ине, ул шулай йәшәне һәм Хаҡ Тәғәлә янына ла шулай китте.
(Дауамы бар).



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла

Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла 24.08.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт / Аҡмулла

Ҡурсаҡ театры тамашасыларға бер юлы өс премьера әҙерләне: “Етем төлкө”, “Буратино” камера...

Тотош уҡырға 88

Икеһе лә балалар өсөн

Икеһе лә балалар өсөн 24.08.2018 // Социаль мәсьәлә / Аҡмулла

Бөрйән районында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект программаһы”на ярашлы ике...

Тотош уҡырға 288

Төмәнәктә туйҙар матур үтә

Төмәнәктә туйҙар матур үтә 24.08.2018 // Аҡмулла

Ҡайһы берәүҙәр “ауыл бөтә” тип ҡайғырғанда, Туймазы районындағы Төмәнәк ауылы халҡы дәртләнеп донъя...

Тотош уҡырға 106

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!.

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!. 24.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Хәҙер календарға күҙ һалыу менән аптырашҡа ҡалаһың, һәр көн – ниндәй ҙә булһа байрам. Ҡайһы бер...

Тотош уҡырға 92

Ике аҡҡош

Ике аҡҡош 16.08.2018 // Аҡмулла

Ике йәш йөрәк сәхнәлә табыша. Әхмәт Зәйнуллин менән Мәрхәбә Вәлишинаның уҡытыусы булып эшләй...

Тотош уҡырға 95

Урағайҙа, йөҙ йыл элек

Урағайҙа, йөҙ йыл элек 16.08.2018 // Аҡмулла

Рәсәй. Август. Ваҡиғалар....

Тотош уҡырға 95

Әҙерлек әүҙем бара

Әҙерлек әүҙем бара 10.08.2018 // Аҡмулла

Балалар яңы уҡыу йылын таҙа, төҙөк, күркәм мәктәптәрҙә ҡаршы алһын өсөн учалылар ҙур тырышлыҡ...

Тотош уҡырға 139

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...”

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...” 10.08.2018 // Аҡмулла

Шиғриәт – бер аҙ абстракт төшөнсә. Шағирҙың ижады, уның йәшәү кредоһы хаҡында телдән һөйләп аңлатыу...

Тотош уҡырға 115

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды 10.08.2018 // Аҡмулла

Уның хаҡында ижади фекерләгән, балаларын олимпиадаларға әҙерләгән уҡытыусы булараҡ яҙырғамы, әллә...

Тотош уҡырға 184

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!”

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!” 10.08.2018 // Аҡмулла

Өфөнөң Октябрь районына ҡараған Нуғай ҡасабаһында яңы төҙөлгән мәктәп әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә...

Тотош уҡырға 117

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу 10.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Уҡытыусы һөнәре элек-электән маҡтауға лайыҡ. Уның абруйы, бәҫе һәр ваҡыт юғары. Шуға күрә уҡытыусы...

Тотош уҡырға 201

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт 10.08.2018 // Аҡмулла

“iВолга-2018” Бөтә Рәсәй йәштәр форумына БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты Роман Баязитов...

Тотош уҡырға 120