Хәҙер йәштәр модаһына һис аптырарлыҡ түгел. Нимәне матурыраҡ күрә, шуны ала ла кейә. Бер мәл моданан ҡалышмайым тип, мин дә уларса кейенергә булдым. Яңы әйберемде бер-ике аҙна йөрөттөммө-юҡмы, һәр хәлдә оҙаҡ хушһынырға тура килмәне. Мода үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Күрәһең, йәштәр яңы кейемде керләнгәнсе йөрөтә лә ташлай. Шунан мода ла үҙгәрә. Йәштәр артынан күпме сабып ҡараным, арттарынан тәки ҡалам бит! Мода артынан ҡыуырға кеҫәм дә тар хәҙер. Тир түгеп алған аҡсам тамаҡ туйҙырырға ғына етә.
Аҡсаны тотоп ҡарарға ла өлгөрмәйһең, юҡҡа сыға ла ҡуя. Бөгөн — бар, иртәгә — юҡ. Үҙемдең байлыҡ булмағас, хәҙер кешеләрҙең байығыуына ҡыуанып тик йөрөйөм, тиле һымаҡ. Алыр ҙа, өләшер ҙә кешем юҡ. Үәт, рәхәт донъя! Баш та ауыртмай, йоҡом да иҫ китерлек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 721 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Степа ағай — полицай”Бынау мәскәүҙәрҙе әйтәм, Хөкүмәт улар өсөн генә Рәсәй халҡы хыялланған коммунизмды төҙөп бирҙе. Бөтөн ил байлығы баш ҡалаға ағыла. Улар “ҡара” эш башҡармай ғына хеҙмәт хаҡын да сумырып ала, ә беҙгә, ябай рәсәйҙәргә, мөнйөлгән һөйәк ташлай. Халыҡтан таланған, урланған аҡса күп булғас ни, төрлө фирҡә ойоштороп, сыбар әләмдәр күтәреп аҙна һайын урамдарға сығалар, зәңгәр экрандарҙа төрлө кәмит күрһәтәләр. Быға тиклем Хөкүмәт менән бергә халыҡты талаған, бөгөн килеп, һимеҙ ҡалъянан ситләштерелгән бәғзе берәүҙәр, беҙгә өр-яңынан социализм төҙөп “бирә”, икенселәре онотолоп китеп: “Рәсәй тик урыҫтарға!” — тип ысҡындыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1031 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әмәлен тапты!Әсәйҙең ҡуш шатлығылай,
Икәүләп тыуҙыҡ ергә.
Ҡәҙерлебеҙҙең наҙҙарын
Уртаҡлап бүлешергә.
Әммә беребеҙ үтә сос,
Ә мин иһә — яйыраҡ.
Ошо холҡом арҡаһында
Ҡалам гел туймайыраҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 948 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Әлләсе...”
Таңатар Мөхтәрович — талантлы әҙип. Уны беләләр, хөрмәт итәләр. Көлкөлө әҫәрҙәрен халыҡ йотлоғоп уҡый. Сәхнәнән исемен әйтеп өлгөрмәҫтән үк геүләтеп ҡул сабырға, һыҙғырырға, аяҡ тыпырҙатырға тотоналар. Ә шиғырҙарын уҡый башлаһа, хатта эстәрен тырнап көләләр. Шуға ла яҙыусыларҙың ҡайһылыр съезында бер секцияға рәйес һайлау тураһында һүҙ сыҡҡас, һис уйлап тормай, уның исемен әйтәләр.
— Унан да ҡулай кандидатура юҡ. Булһын, булһын!
— Шулай шул!
Ком: 0 // Уҡынылар: 794 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күптән инде, май айында алмалар сәскә атҡан саҡта, ауылдан дүрт егет Совет Армияһы сафына алынғайныҡ. Тоғро хеҙмәт итеп, бурысыбыҙҙы теүәл үтәп, ике йыл үткәндән һуң, дүртебеҙ ҙә иҫән-имен әйләнеп ҡайттыҡ.
Ҡайттыҡ та дүрт тарафҡа таралыштыҡ. Ҡайҙа барырға, нимә эшләргә тигән уй ҙа торманы. Беребеҙ уҡырға институтҡа инде, икенсебеҙ уҡытырға мәктәпкә китте, өсөнсөбөҙ Өфөлә автобус йөрөтөргә, дүртенсебеҙ районға ҡайтып, элекке эшенә — “ГАЗ”ик руле артына ултырҙы. Шунан йыл самаһы үткәс, тыуған еребеҙҙә, йәштәр көнөндә яңынан осраштыҡ. Марс үҙе эшләгән “газ”икта ҡайтҡан ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 875 тапҡыр // Тотош уҡырға
— Һеҙ бөгөн үтә аҙ хәрәкәтләнәһегеҙ, йәштәр. Ҡасан һуңғы тапҡыр гимнастика яһанығыҙ йә иһә саңғыла шыуҙығыҙ? Аҙ ғына йүгерҙегеҙме, тынығыҙ ҡыҫыла башлай. Физик әүҙемлектең түбән булыуы һаулығығыҙҙа сағылыш таба. Нимә менән туҡланғанығыҙҙы ла күреп торам — ашағанығыҙ “кириешки” ҙа “чипсы”, эскәнегеҙ — пепси-кола ла шәрбәтле газлы һыу...
Медицина фәндәре докторы, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының менеджмент һәм физик тәрбиә кафедраһы профессоры Ынйы Низамованың шелтәле һүҙҙәренән студенттар һағайып ҡалғандай булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 826 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ышанһаң һин ышан,
Ышанмаһаң, дуҫым, уйынға ал, —
Айыу бер заман
Ашай алмай башлаған, ти, бал...
Һүҙҙәр йөрөй тыуған урманында:
Ком: 0 // Уҡынылар: 825 тапҡыр // Тотош уҡырға
Доллар баҙарына башты һалдыҡ,
Ғарыҡ булды халыҡ, вай, донъя.
Болғансыҡтан сыҡмай күп болғандыҡ,
Һарыҡ булды халыҡ, һай, донъя.
Ком: 0 // Уҡынылар: 869 тапҡыр // Тотош уҡырға
(М. Булгаковтың “Эт йөрәге” әҫәренән сығып)

“Үҙгәреш”тәр, “билдәлелек” тиеп,
Донъябыҙҙы бөттөк болғатып...
Геройҙарын күрһә, бөгөн нимә
Әйтер ине икән Булгаков?!
Ком: 1 // Уҡынылар: 1270 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҡмулланың аҡ йортоБала саҡ хәтирәләре... Туҡһанбай ауылы...
Йәйҙең матур бер көнөндә беҙҙең ишек алдына егелгән ат килеп керҙе, ат арбаһынан миңә таныш түгел бер ағай төштө. Ҡәртнәйем (беҙҙең яҡта, Бишбүләк районының Аҙнай ауылында, ҡартинәйҙе ҡыҫҡартып шулай тиҙәр) шат йөҙ менән теге ағай менән барып күреште, хәл-әхүәлдәрен һораша башланы. Ағай аты менән булышҡан арала тиҙ генә ҡәртнәйемдән ҡунаҡтың кем икәнлеген, ҡайҙан килгәнен һораным. Баҡтиһәң, ул беҙгә туған кеше булып сыҡты, Туҡһанбай ауылынан икән. Ауылдың исеме бик сәйер тойолдо миңә. Ниңә ошондай атама биргәндәр, унда 90 бай йәшәгәнме?
Бына ошо көндән башлап был ауылды күреү теләге миңә тынғылыҡ бирмәне. Оҙаҡламай хыялым тормошҡа ашты, ул яҡтарға юлыбыҙ төштө. Күпме ваҡыт миңә тынғы бирмәй йөрөгән ауылды барып күргәс, уның ябай ғына булыуы әҙерәк күңелемде төшөрҙө, ҡыҙыҡһыныуым һүрелә төштө.
Туҡһанбай ауылының килеп сығышын, тарихын китаптан уҡып белдем, ул кеше исеменән килеп сыҡҡан икән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1517 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 28 29 30 31 32 33 34 35 36 37 Алға
Бит башына