— Өләсәй, өләсәй! Ҡыҙҙар мине “Сараҡай-ҡараҡай” тип үсекләй...
Гөлсара, сорлап илап, аласыҡта мәж килгән Дилә апайҙың итәгенә ҡапланды.
— Эй, балам, шуға илайҙар тиме инде, һин уларға былай тиң: “Аҡтыр-суҡтыр, кеше араһында юҡтыр; ҡаралыр-ҡоралыр, кеше араһында торалыр”.
— Шунан улар үсекләмәҫтәрме?
Ком: 0 // Уҡынылар: 111 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шәхесебеҙ рухы рәнйемәҫме?Ошо һорау һуңғы көндәрҙә күңелемде ныҡлап өйкәй башланы. Һүҙ кем тураһында бара, тиһегеҙме? Минең генә түгел, бик күптәрҙең йөрәк түрендә йәшәгән Рәсәй федерализмының “атаһы”, халҡыбыҙҙың бөйөк шәхесе Әхмәтзәки Вәлиди тураһында уртаҡлашыр уй-фекерем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 236 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һаҡмарбаш байы ейәнеЕрен-һыуын данламаған ир-уҙаман буламы икән? Юҡтыр. Бигерәк тә башҡорт үҙ еренә йәбешеп ятыусан. Ул ошо ерлектә тыуған, аяҡҡа баҫҡан, ошонда ата-бабаларының нигеҙен һыуытмай, ереккән имәндәй ныҡлы аяғында тора, аҫаба башҡорт булып тоҡомон, зат-ырыуының ҡотон, ырыҫын арттыра. Уның затының булмышы, ҡеүәте, ҡөҙрәте, йәшәү мәғәнәһе – тамырҙарынан һут алып йәшәү, ер-һыуын данлау.
Ком: 0 // Уҡынылар: 201 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бала саҡ, йәшлек хыялдарына тоғро ҡалып, тормош ауырлыҡтарына бирешмәйенсә, гел алға, юғарыға ынтылған һәм теләгенә өлгәшә алған кешеләр һәр саҡ хөрмәт, һоҡланыу тойғоһо уята. Сабый ғына сағында атайһыҙ ҡалып, етешмәгән тормошта күпме ҡайғы-хәсрәт кисереп үҫкән, Башҡортостанда ғына түгел, Мәскәү һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә фән үрҙәрен яулауға өлгәшкән, республикабыҙҙан ситтә йәшәһә лә, күңелендә һәр саҡ илһөйәрлек, халыҡсанлыҡ рухын йөрөткән, көслө ихтыярлы, күҙҙәренән һәр саҡ нурҙар ағылып торған Земфира Ғизетдин ҡыҙы СӘХИПОВА – ошондай шәхестәребеҙҙең береһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 219 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шиғыр илен биҙә, Рәшиҙә!Шағирыңды ниндәй һынауҙар алдына ҡуймайһың да ҡайһы тарафтарға илтеп ташламайһың, эй, яҙмыш! Сыҙамлыҡҡа, сабырлыҡҡа һынайһыңмы һин шулай ижадсының нескә, һәр иҫкән елгә лә, йөҙгә әсе, өшәнгес һалҡынлығы менән бәргән ырашҡыға ла тетрәнергә торған күңелен? Әллә тормош аяуһыҙлығына күҙҙәрен асырға теләп, уттан – һыуға, һыуҙан утҡа атаһыңмы, Яҙмыш, Шағирыңды? Ә ул һаман донъяға самими сабый ҡарашы менән баға, һинең төпһөҙ сөңгөлдәреңә, әҙәм балаларына битараф, һалҡын күктәреңә ҡарап һоҡлана, хайран ҡала, тирә-йүнгә йөрәк түренән урғылған хис-моңон һибә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 287 тапҡыр // Тотош уҡырға
ЛӘХЕТҺЕҘ ҠӘБЕР  Хикәйә.

“Сәлих мулла үлгән!..” Ошо хәбәр таң тишеге менән Хөснулланың ишеген шаҡып-нитеп тормай килеп инде. Шаҡымайҙар уға: тыштан – йоҙағы, эстән келәһе юҡ. Нигеҙе сереп, бер яҡҡа сүкәйә төшкән бәләкәй генә өй ишегенең тутыҡҡан күгәндәре генә ыңғы­рашып хәбәр итте кеше килеүен. Атаһынан ҡалған һикелә аңҡы-тиңке булып ятҡан Хөс­нулла ҡапыл тороп ултырҙы, нимәлер эҙ­лә­гәндәй, ялбыр башын борғоланы, һаҡал-мы­йыҡ төктәре баҫҡан битен шығырлатып ыуҙы.
– Сәлих мулла үлгән? – тип һораны ул, яңылыш ишетмәнемме, тигәндәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1078 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сал дала сәләмеСвердловск өлкәһендә ХI өлкә һабантуйы үтте. Йолаға әүерелгән спорт-мәҙәниәт байрамы икенсе йыл рәттән Сысерт ҡала округының Кадников ауылында урынлашҡан “Аҡ ат” ат-спорт биләмәһендә уҙғарыла. Унда башҡа халыҡ вәкилдәре менән бер рәттән беҙҙең Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов етәкселегендәге делегация ла башҡорт мәҙәниәтен сағылдырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 231 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ят тупраҡта ҡалды ятып...
(Иҫтәлектәрҙән өҙөк)

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, немец фашистары оккупациялаған ерҙәрҙән күп кенә ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға фронттан йырағыраҡ урындарға күсе­релде. Кемгә генә билдәле түгел “эвакуация” тигән һүҙ! Айырым һүҙ генә түгел ул, миллионлаған совет кешеһенең яҙмышын бер сылбырға теҙгән төшөнсә.
Беҙҙең ауылға ла килтерҙеләр ике ғаи­ләне. Береһе – әбей менән бабай (исем­дәре билдәһеҙ; был яҙма эсендә генә әбейҙе Анна Ивановна, бабайҙы Иван Иванович тип исемләйек), икенсеһе – һи­геҙ-туғыҙ йәш­лек ҡыҙы менән урта йәш­тәрҙәге ҡатын. Уларҙы өйҙәре иркенерәк, балалары аҙ булған ғаиләләргә урынлаш­тырҙылар. Балалы ҡатын беҙҙән ике ихата аша ғына урынлашҡан Ғәлимә әбейҙең өс бүлмәле йортонда йәшәне. Ололар уға Мәрйә тип өндәшә ине. Ысын исеме Мария булғандыр. Ул Мәрйә колхозда эш­ләп, үҙенең ваҡ-төйәк кейемдәрен, зин­нәтле әйберҙәрен һатып көн күрҙе. Анна Ивановна һәм Иван Иванович беҙҙән йыраҡ йәшәне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 249 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дуҫтар йыйылған ерҙәИлеш районының Үрге Йәркәй ауылында “Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя” II милләт-ара асыҡ йыйын үтте. Маҡсаты – йәштәрҙе берләштереү, тәжрибә уртаҡлашыу, төбәк-ара бәйләнештәрҙе, халыҡ-ара дуҫлыҡты нығытыу, милли мәҙәниәтте һәм башҡорт халҡының рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен үҫтереү.
Ком: 0 // Уҡынылар: 320 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әбйәлил илһөйәре Айлы кистә яҡут-зөбәржәттәй,
Нурҙар сәсә беҙҙең ғәзиз ил...
Аҫыл халҡым! Алтын ҡулдарыңдан
Аҡ күңелдән балҡый Әбйәлил!

– тип районы менән сикһеҙ ғорурланып яҙҙы шағир Әсхәл Әхмәт-Хужа. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республиканың Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, шағир һәм тәржемәсе Әбйәлил районы
ир-уҙаманы тураһында ишетмәгән замандашыбыҙ юҡтыр. Төйәгенә сикһеҙ һөйөү менән һуғарылған шиғырҙарына яҙылған йырҙары радио, телевидениенан, сәхнә түрҙәренән йыш яңғырай. 2009 йылда район типографияһында нәшер ителгән “Ҡыҙыл менән Ҡырҡты буйҙары” китабына 40-тан ашыу йыры һәм романсы ингән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 381 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 37 Алға
Бит башына