Һин шикләнмә. Һинең өсөн  Мин гел ҡояш булып ҡалҡам
Бер минут эсендә
Көлгә ҡала вәғәҙәләр, иман.
Инан:
Беҙҙең юҡ башҡа йәшәү,
Башҡа ер.
Заман.
Һаман
Шашына ерҙә золом,
Яуызлыҡ арта.
Кешене ул үҫтермәй,
Тик аҫҡа тарта.
Ком: 1 // Уҡынылар: 821 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡалай рәхәт өләсәйле булыу! Өләсәйҙәр элек-электән милләт киләсәгенең һағында тора. Йәмғиәттә мәктәптәр системаһы уйлап сығарылғанға тиклем үк йәш быуын өләсәй тәрбиәһендә үҫкән. Ваҡыт уҙа, заманалар үҙгәрә килә, өләсәйҙәр мәктәбенә мохтажлыҡ юғала түгел, ә, киреһенсә, арта ғына. Сәбәбе лә ябайҙарҙан-ябай: күптәр саң ҡағырға яратҡанса, милли үҙаңыбыҙҙы юғалтыу сигендәбеҙ икән, балала тап ошо һыҙатты һаҡлап ҡалыусы өләсәйҙәр етмәй йәмғиәтебеҙгә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1065 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙҙең нәҫел Хужабиргән тигән кешенән таралған. Мин ошо заттың бер улымын, һәм бурысым – нәҫел ебен өҙмәй, уны ҙур хөрмәт менән дауам итеү.
Ком: 0 // Уҡынылар: 419 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәхмәтле булыуға ни етә? Һәр кемдең үҙ өлөшө, үҙ емеше, үҙ юлы. Ләкин беҙҙе бер ил, бер тел, бер тарих берләштерә. Ошо урында, бәлки, тәү нәүбәттә, һәммәбеҙҙең бер рухтан икәнен тәрән тойомлайбыҙ. Беҙҙең бурыс – халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын һаҡлап ҡалыу һәм киләһе быуындарға еткереү, дәүерҙәр хәҡиҡәтен барлау, үткәндәребеҙҙән сығып бөгөнгөбөҙҙө – асылыбыҙҙы аңлау, үткәндәр һәм заман ҡарашында киләсәкте һанлау. Һүҙем әлеге ваҡытта фән өлкәһендә башҡарылған эштәр һәм шуларҙың өлөшөбөҙгә насип булған юл сәхифәһе хаҡында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 490 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әкиәткә бер ҡайтып... Бәләкәй саҡта ағайҙарым әкиәт һөйләтеп, ул ваҡыттағы таҫмалы магнитофонға яҙҙыра торғайны. Аҙаҡ үҙең шуны эй иҫең китеп тыңлаған булаһың. Уйлаһаң, бер бала ләпелдәүе генә бит инде, әммә тәьҫире шундай һеңгән, хатта әле булһа күңел түрендә һаҡлана. Үҙем артығын да һөйләмәгәнмендер, бәлки, ләкин унан һуңғы тотҡан китабым “Әкиәттәр” тип аталды. Арыу уҡ ҡалынлыҡта, ә тышында аҡбуҙат һүрәтләнгән. Әгәр эсенә инеп китһәң инде, тәгәрәп ятып йәшәрлек донъя йәйрәй. Унда Урал тауы ҡалҡа, Ағиҙелдең шишмә башы сылтырай, Алдар батыр яуыздың билен быуған, Яҡтылыҡ изге көрәшкә сыға... Тик мин һүҙҙе бөгөнгө балалар йәшәгән әкиәт донъяһы хаҡында алып бармаҡсымын.
Ком: 0 // Уҡынылар: 391 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ломоносов һымаҡ” Беҙҙең аранан яңыраҡ ҡына киткән талант эйәһе Ирек Кинйәбулатовтың һуңғы шиғырының береһе был. Ғүмеренең ахырында яҙған әҫәрендә лә ул үҙ асылына, үҙ ижади принциптарына тоғро ҡалған: Иректең төп һүрәтләү объекты – Кеше. Был шиғыр арнау, бағышлау алымында яҙылған. ХIХ быуат уртаһында, ХХ быуат башында ижад иткән мәғрифәтсе, этнограф-ғалим, шағир, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре һәм юғары дин әһеле Мөхәммәтсәлим Ишмөхәмәт улы Өмөтбаевҡа арналған ул. Үҙенең мәшһүр яҡташы – бөйөк мәғрифәтсенең тыуыуына 175 йыл тулыуға әҙерлек эштәрен башлауҙы Ирек Лотфый улы ҡәләмдәштәренә йыл башында уҡ әйтә килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 415 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яһалмалыҡ алдағы Ер байлығының сикле икәне барыбыҙға ла мәғлүм. Уның яңыртылып торғаны була, мәҫәлән, үлән һымаҡ йыл һайын үҫеп сыҡҡаны, шулай уҡ нефть, мәғдән һымаҡ йылдан-йыл кәмей барғаны ла етерлек, ләкин кешенең ҡомһоҙлоғо ла сикһеҙ сифат икәне мәғлүм. Кәрәк-кәрәкмәйме, үҙенә тигәнде мөмкин тиклем күберәк алырға тырыша әҙәм балаһы. Күберәк табыш алыу теләгенән етештереүсәнлекте арттырып, тауарҙың үҙҡиммәтен төшөрөү ана шул яһалмалыҡҡа килтерә лә инде. Йәғни тәбиғәт биргән менән генә мөрхәтһенмәй кеше, кәрәк нәмәләрҙе яһалма юлдар менән яҡшыртыу ысулдарын эҙләргә тотона. Ана шулай башланған борон-борондан күберәк ит, һөт биргән мал тоҡомдарын сығарыу, иген уңышын арттырыу өсөн яңы технологиялар, сорттар, ашламалар уйлап табыу һәм башҡалар. Хәҙерге заман технологиялары тик бер йүнәлештә башҡарыла: тиҙерәк, күберәк, арзаныраҡ... Был ғәмәлдәр шул бер маҡсатҡа йүнәлтелә – күберәк табыш алыу.
Ком: 0 // Уҡынылар: 355 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һуғыштарһыҙ осорҙо белмәй тарих,
Мәңге дөрләй Ерҙә яу уты:
Тыныс ваҡыт – яңы һуғыштарға
Яңы ҡорал эшләү ваҡыты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 337 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бүҙәнә ҡысҡырыуы Был йәйге көн бала саҡ хәтеремдә берҙән-бер көн булараҡ уйылып ҡалған, бәлки, мин бала сағымды ошо берҙән-бер көндә йәшәгәнмендер. Был көн йәшәйеш, ихаталағы мал-тыуар, бал ҡорттары күстәре, ҡуңыҙҙар һәм яңғыратып ҡысҡырған әтәстең тауыш-ауаздары менән туп-тулы ине. Ҡуйы ҡояш яҡтыһы тыуҙырған был аһәңлелекте кеше тормошон хәстәрләгән һирәк тауыштар боҙа, сүкеш туҡылдағаны ишетелә – кемдер салғы сүкей.
Ком: 0 // Уҡынылар: 574 тапҡыр // Тотош уҡырға
Киткәндәр ниндәй ирҙәр гәүһәр сәсеп... Был донъяға илап килһәк тә, уға һоҡланып йәшәү, йырлап ғүмер кисереү теләге, барыбер, тәбиғәтебеҙгә һалынғандыр. Булмышыбыҙ, шәт, шулайҙыр. Шиғриәттең ҡөҙрәтен аңлатыу әҙәбиәт ғалимдарының шөғөлөнә инһә лә, ул ғәжәйеп хәл, зиһендән уҙып, һәр кемдең йөрәген солғап ала. Шуға күрә Аҡмулланың ижады, яҙмышы менән әҙәбиәттән ситтәрәк йөрөгән кешеләрҙең дә мауығып китеүен шағир юлының мажаралылығы, әҫәрҙәрендәге социаль-әхлаҡи фекерҙәрҙең әле булһа заманаға ауаздаш ҡалыуы менән аңлатырға мөмкиндер.
Ком: 0 // Уҡынылар: 526 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 37 Алға
Бит башына